6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Сәнғәт әҫәрҙәре "торлаҡҡа" мохтаж
21.11.05


       Сәнғәт әҫәрҙәренән илһам алырға килеүем тәүге тапҡыр бары
       тик ауыр тойғолар ғына ҡалдырҙы. Сөнки Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы фондтарында һаҡланыусы рус графикаһы әҫәрҙәре урынына мине өмөтһөҙлөккә бирелгән
       музей хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Бер ниндәй ҙә күргәҙмә булмаясаҡ, тип белдерҙе улар. Сәбәбе - урын юҡ.
       Һигеҙ залдан торған мөһабәт музейҙа билдәле рәссамдар Кар л Брюллов, Иван Айвазовский, Михаил Нестеров, Илья Репин, Сергей Коровин, Исаак Левитан, Федор Васильев, Аполлинарий һәм Виктор Васнецовтар, Вячеслав Маковский, Евгений Лансере,
       Михаил Врубелдең әҫәрҙәренә урын табылмаҫмы.. Баҡһаң, юҡ и кән шул. Графика эштәре үҙҙәренә бик һаҡсыл мөнәсәбәт талап итә, улар өсөн тейешле температура, дымлылыҡ, яҡтылыҡ булған
       айырым шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Өҫтәүенә улар вибрациянан ҡ урҡа, урындан урынға был эштәрҙе бик ҙур һаҡлыҡ менән генә
       күсерергә мөмкин. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, картинаның
       тәғәйенләнеше - кәштәлә ятыу түгел, һәм музей хеҙмәткәрҙәре нең уларҙы тамашасыға күрһәтеү теләге аңлашыла.
       Ошо көндәрҙә рус оҫталарының эштәрен мәскәүҙәр күреп өлгөрҙө. Нестеров музейының уникаль коллекцияһы Мәскәү дәүләт махсус мәктәбендә күрһәтелде. Музей күргәҙмә
       комплексында рус графикаһының 150 - гә яҡын әҫәре ҡуйылды.
       Музей хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланан ҡайтыу сәбәпле барлыҡ эштәрҙе лә кәштәләргә ҡуйып өлгөрмәгән, шуға күрә улар иҙәнг ә теҙелгән ине.
       Иң иртә яҙылған эштәр Карл Брюллов һәм ун туғыҙынсы быуат
       рәссамдары Иван Нечаев, Михаил Теребенев һәм Иван Фридрицтыҡы. Графика коллекцияһында Александр Орловскийҙың "Һыбайлы башҡорт" һүрәте ҙур урын биләй. Нестеров музейы хеҙмәткәрҙәре уны ике метрлыҡ афишаға төшөрөп, музейҙың визит карточкаһы итеп билдәләгән.
       Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһы Владимир Маковский, Илья Репин, Сергей Коровиндың һүрәттәре аша бирелә. Андрей Р ябушкин, Апполинарий Васнецов, Гавриил Гореловтың әҫәрҙәре 2 0 быуат башына ҡарай.
       Ошо һәм башҡа бик күп эштәрҙең Мәскәү тамашасыларының ҙур иғтибарын йәлеп итеүе аңлашыла. Өфө музейының Мәскәүҙә үткән күргәҙмәһенә 3600 (!) кеше килгән.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал