6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Әлегә төҙөлмәгән йорт тураһында
21.11.05


       Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә ғәҙәти булмаған сара -
       РФ яңы Ҡала төҙөлөшө кодексының 28 - се статьяһына ярашлы, торлаҡ йорт төҙөү проекты буйынса күмәк тыңлауҙар булып үтте . Ҡала халҡы ҡатнашлығында бындай саралар "кешенең уңайлы көнкүреш шарттарына хоҡуғын, ер участкалары һәм капиталь төҙөлөш объекттары эйәләренең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен
       һаҡлау маҡсатында" даими рәүештә үткәреләсәк.
       Һөйләшеү "Лесопарковый - 3" биҫтәһендә "Мегастрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөйәсәк торлаҡ йорт тирәләй барҙы. Нәҡ ошо төҙөлөш Октябрь районы муниципаль берәмеге хакимиәтен сараға ҡатнашлығы булған яҡтарҙы күмәк тыңлауҙарға саҡырыуға мәжбүр итте. Беренсе сиратта, улар - "Мегастрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, йорт төҙөргә теләүселәр һәм яҡын - тирәлә урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр. Шулай уҡ муниципаль органдар һәм ҡала хеҙмәттәре вәкилдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
       Ниндәй генә сара булмаһын, уны тәүге тапҡыр ойоштороуы
       еңелдән түгел. Бөгөн беренсе булып һүҙҙе Октябрь районы муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы Вячеслав Гаврилов алды, ул йыйылыусыларҙы бөгөн үткәрелгән сараның айышына
       төшөндөрҙө. Артабан ҡалғандарҙың да сығыш яһау өсөн сираты етте. Заказсы вәкиле Рөстәм Вәлиев Урман урамында (Лесной проезд) йорттар араһындағы һаҙлыҡлы урында ете ҡатлы йорт төҙөү планлаштырылыуы тураһында һөйләне. Унда фатирҙар майҙаны буйынса ҙур түгел, бер һәм ике бүлмәле буласаҡ. Беренсе ҡатта балалар өсөн ял итеү үҙәге һәм геронтология
       үҙәге төҙөү ниәтләнә. Улар икеһе лә, беренсе сиратта, яҡынд а урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк. Врач - геронтологтар менән килешеү ҙә булдырылған.
       Проектты тикшереү ваҡытында буласаҡ төҙөлөш урынында үҫкән ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың яҙмышы тураһындағы һорауға ҙур иғтибар бирелде. Яҡында урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр ундағы ағаслыҡта ҡышын балаларға шыуып уйнау өсөн тау
       өйөүҙәре һәм шыршы байрамы ойоштороуҙары, йәйен ҡоштар
       һайрауын тыңлауҙары тураһында белдерҙе. 49 - сы мәктәп уҡытыусыһы Галина Курчатова үҙенең уҡыусылары менән бергәләп был территорияны таҙартыу буйынса рейд
       ойоштора икән. Пенсионерка Мария Малышева башҡалар менән бе ргә күмәкләп күп йыллыҡ имәндәрҙе ҡырҡыуҙан һаҡлап
       ҡалыуҙарын иҫкә төшөрҙө.
       Яуап итеп "Мегастрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле йорттоң проекты үҫентеләрҙе һаҡлап ҡалырлыҡ итеп төҙөлөүен белдерҙе. Бынан тыш, йорт төҙөлөп бөткәндән һуң, яңы ағастар ултыртыласаҡ. Йәшел зона төҙөкләндереләсәк, унда
       йәйәүлеләр өсөн юлдар, фонарҙәр, эскәмйәләр ултыртыу
       планлаштырыла. Балалар майҙансығы, спорт майҙаны, ял итеү
       һәм кер элеү урындары ла ҡаралған. Был майҙандар күрше йорттарҙың ихтыяжын иҫәптә тотоп планлаштырыла. Утыҙ урынлы ҡ автомобилдәр ҡуйыу өсөн урын да буласаҡ. Был проектҡа бәйле инвестор - заказсы ҡаланы төҙөкләндереүгә аҡса бүлергә
       бурыслы. Бынан тыш район "Мегастрой" яуаплылығы сикләнгән
       йәмғиәтенә 49 - сы мәктәп эргәһендә стадион төҙөүҙе финанслау бурысын да йөкмәтә.
       Тыңлауҙар ҡыҙыу үтте. Унда килеүселәрҙең һәр береһе үҙ фекерен әйтеп ҡалырға ашыҡты. Халыҡтың "ыңғай" һәм "кире" фекерҙәре күпселек субъектив булыуы күҙгә ташлана. "Мегастройҙар" иһә үҙ проектын тәҡдим иткәндә, документтарға
       таянырға тырышты. Заказсы вәкиле "Башкиргражданпроект" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан башҡарылған проект алды ҡарарҙарын тәҡдим итте. Уларҙы үҙ күҙе менән күреүселәр
       йорттоң ниндәйерәк буласағын күҙ алдына килтерә алды. Билдәле булыуынса, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы...
       Тыңлауҙарҙан һуң, "БАШвестЪ" хәбәрсеһе белгестәр менән осрашып, ҡайһы бер мәлдәрҙе асыҡланы. Был йортто төҙөүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса Өфөнөң Баш архитектура
       идаралығы тарафынан төҙөлөштөң мөкин булыуы, әммә уның ҡала хеҙмәттәре менән килешеп эшләнергә тейешлеге тураһында һығымта яһалған. Артабан барлыҡ хеҙмәттәр менән килешеү
       үткәрелгән. Йортто иң түбән, һаҙлыҡлы, үҫемлек аҙ булған
       урында төҙөү планлаштырыла. Йорт эргәһендәге ағастар
       һаҡланасаҡ.
       Октябрь районы муниципаль берәмеге хакимиәте башлығы Вячеслав Гаврилов та был йәһәттән үҙенең фекерен белдерҙе:
       - Беҙ йыл да төҙөлөш һәм ҡала инфраструктураһын төҙөкләндереүгә инвестициялар йәлеп итергә планлаштырабыҙ. И нвесторҙар иҫәбенә йыш ҡына биҫтәләргә яҡшы шарттар тәьмин итәбеҙ. Һәм бындай тыңлауҙарҙы даими рәүештә үткәрергә кәрәк тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал