6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Финанс баҙарын бергәләп контролдә тотасаҡбыҙ!
21.11.05


       Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һ әм Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ - көнсығы ш төбәк бүлексәһе араһында үҙ - ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа республика Хөкүмәте
       Премьер - министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров һәм Рәсәй Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәтенең көньяҡ - көнсығыш бүлеге етәксеһе Сергей Кожевников ҡул ҡуйҙы.
       Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, республика эмитенттары һәм инвестиция компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
       Был килешеү 1998 йылдың 12 ноябрендә ҡул ҡуйылған ошондай уҡ документтың логик дауамы булып тора.
       Килешеү сиктәрендә Башҡортостандың инвестицион климатын я ҡшыртыу, финанс баҙар өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, ҡ иммәтле ҡағыҙҙар баҙары өлкәһендә закондарҙы
       камиллаштырыу буйынса эштәр ҡаралған. Яҡтар республиканың ф инанс баҙарын үҫтереү өсөн әһәмиәтле булған мәғлүмәттәр менән даими рәүештә алмашырға, иҡтисадҡа инвестициялар
       йәлеп итергә, финанс баҙарын үҫтереү буйынса республика программалары булдырырға һәм уларҙы хәл итергә килеште.
       Федераль һәм республика власть органдары был өлкәлә һөҙөмтәле эшләһен өсөн Башҡортостанда Финанс баҙары
       буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ - көнсығыш төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса территориаль б үлек булдырылды. Уның етәксеһе итеп быға тиклем БР Финанс ми нистрлығында эшләүсе Рөстәм Әхмәҙинуров тәғәйенләнде.
       Был сараға тиклем бер аҙ алдан "Башинформ" агентлығында
       Сергей Кожевников, Рөстәм Әхмәҙинуров һәм БР ҡиммәтле
       ҡағыҙҙар баҙары буйынса комиссия рәйесе Альберт Килмәтов ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үткәйне. Әлеге ваҡытҡа тиклем республикала финанс баҙарын контролдә тотоу эшен нәҡ ошо комиссия башҡарып килде. Хәҙер ул йыйған мәғлүмәт базаһы Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ - көнсығыш төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса территориаль бүлеккә тапшырылды.
       - Территориаль бүлек оператив контакт булдырыу өсөн төҙөл дө, - ти Сергей Кожевников, - республика буйынса барлыҡ тикшереүҙәр ошо орган тарафынан үткәреләсәк, барлыҡ отчеттар
       ҙа ошонда тапшырыла
       Кожевников билдәләүенсә, Башҡортостан - донор төбәк, шуғ а күрә тышҡы инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итә. Беҙҙең республика йылдам үҫешеү юлында. Башҡортостандың финанс
       баҙары әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округында капиталлаштырыу кимәле, инвесторҙарҙың мәғлүмәтлелеге, тотош баҙар үҫеше буйынса ла иң перспективалыларҙан һанала.
       Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ - көнсығыш төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса территориаль бүлек тарафынан Башҡортостан финанс баҙарында ҡатнашыусыларҙың барыһы буйынса берҙәм мәғлүмәт си стемаһы булдырыласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы йыш осраған мутлыҡ осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында кредит тарихтары
       бюроһы төҙөлә.
       Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәттең көньяҡ - көнсығыш төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса территориаль бүлек Рәсәй Федерацияһының был төбәктәге алты субъектының икәүһендә генә - Башҡортостанда һәм Һарытау өлкәһендә булдырылған. Төбәк бүлексәһе - Һамарҙа
       урынлашҡан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал