6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡортостан ҡыҙҙары Рәсәй намыҫын яҡлай
21.11.05


       Билдәле булыуынса, Италияла рус ҡыҙҙары бик тә популя р. Күп кенә ватандаш ҡыҙҙарыбыҙ патриотизм тойғоһо тураһында онота. Улар йыш ҡына был илгә официантка, бейеүсе, модель булып эшләү өсөн килә, ҡайһылары шунда уҡ кейәүгә лә сығып ҡала. Әммә гүзәл заттарыбыҙҙың барыһы ла Рәсәйгә "спагетти уралған итек" менән хыянант итә тип уйлауы дөрөҫ түгел, киреһенсә, үҙебеҙҙең илдең намыҫын яҡлау өсөн Италияға юл тотоусылар ҙа етерлек. Италияның Латронико ҡалаһында әлеге ваҡытта йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса ҡатын - ҡыҙҙарҙың донъя ч емпионаты үтә. Унда Рәсәйҙән өс ҡатын - ҡыҙ уңышлы сығыш яһай, һәм уларҙың барыһы ла Башҡортостан ҡыҙҙары. Таныш булығыҙ, улар - донъя чемпионкаһы Тамара Танһыҡҡужина (Өфө),
       Европа вице - чемпионкаһы Елена Мильшина (Ишембай) һәм Гүзәл Георгиева (Ишембай).
       Был ҡыҙҙарҙың өсөнсөһөнөң әллә ни билдәле титулдары юҡ, әммә ул әлеге ваҡытта турнирҙа алдынғы урын биләүселәр араһында. Хәйер, нисек инде титулы юҡ! Бик мөһим бер титулы
       бар уның, Гүзәл Георгиева - Ишембай шашка мәктәбенең данлыҡлы вәкиле Александр Георгиевтың тормошо иптәше.
       Һуңғы донъя чемпионатында Георгиевтың сығышы яҡшыларҙан б улманы. Ә бына башта запас уйынсы итеп кенә һайланған Гүзәл биш уйындың икеһендә еңеү яуланы, өсөһөн тигеҙ иҫәп менән тамамланы. Уның ете мәрәйе бар - Дарья Ткаченко ( Украина) һәм Ирина Пашкевичтың да (Беларусь) шулай уҡ. Ниңә ҡатыны лидерҙар араһында, ә ире һуңғы чемпионат йомғаҡтары буйынса призер иҫәбенә эләгә алманы Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙҙең был йәһәттән версияларығыҙ бармы Беҙ үҙебеҙҙекен әйтеп тормайбыҙ - итальян чемпионаты тамамланғандан һуң һорауҙарҙы был парҙың үҙенә бирербеҙ.
       Беҙҙең суперчемпионка Тамара Танһыҡҡужина, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лидерҙар араһында түгел. Беренсе осрашыуҙа ул Ирина Пашкевичҡа биреште, артабан ике уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды, ике тапҡыр Тамара еңеп сыҡты. Әлеге ваҡытта ул
       алты мәрәй йыйып, лидерҙарының үксәһенә баҫып бара.
       Елена Мильшина биш мәрәй менән әлегә уртаса уйнаусылар иҫәбендә, һәм юғары урынға өмөтөн юғалтырға ашыҡмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал