6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Инфекция ҡурҡынысы һаҡлана
21.11.05


       Октябрь айында Башҡортостанда ике тапҡыр малдарҙың түләмә (себер язваһы) менән ауырыуы һәм бер тапҡыр - кешенең ошо
       сир менән зарарланыу осрағы теркәлгән. Был осраҡтарҙы көтөлмәгән тип әйтергә ярамай, сөнки ауырыуҙы ҡуҙғытыусы инфекцияның ерҙә 100 йылдан ашыу ятып та үҙенең зарарлау һәләттәрен һаҡлауы мөмкин. Илдә йыл һайын утыҙға тиклем ауырыу факты теркәлеүе билдәле. Тик бына республиканың ветеринар хеҙмәттәре һәм һыйыр малы хужаларының быға ҡарашы аптырашҡа һала. БР Хөкүмәте эргәһендәге санитар - эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышында зарарланған малдарҙың икеһенә лә прививка эшләнелмәүе асыҡланды. Өҫтәүенә беренсе осраҡта ветеринар һуйылған һыйырҙың итен
       бер ниндәй сикләүһеҙ һатырға рөхсәт бирә, икенсе тананың хужаһы ла малының ниндәй ауырыу менән зарарланыуы
       мөмкин булыуын белә тороп, иттең бер өлөшөн һатып өлгөрә.
       Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе территориаль идаралығы башлығы Роберт Такаев әйтеүенсә, ветеринарҙарҙың ауырыу осрағы тураһында үҙ ваҡытында хәбәр итмәүе эпидемиологик
       тикшереүҙең һуңлауына, тимәк урында йәшәүсе халыҡты
       зарарланыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуйыуға килтерә.
       - Әгәр ит, әйтәйек, шифаханаға ебәрелһә, күҙ алдығыҙға ғы на
       килтерегеҙ, - ти Роберт Мөхәмәт улы. - Түләмәгә ҡаршы вакци на үткәреү өсөн беҙгә кешеләрҙе төбәк буйынса "баҫтырып тото рға" тура килер ине. Өҫтәүенә хайуандарҙың зарарланыу осраҡт ары ниндәй резонанс алғанын иҫәпкә алһаҡ, эҙемтәләрен күҙалл арға мөмкин - барлыҡ Рәсәй матбуғаты беҙҙең республикаға "э шләр" ине.
       Әлегә санитар хеҙмәттәре "аҙ ҡан" менән ҡотолоп ҡалды, ти п
       әйтергә була: Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы һәм уға яҡын
       урынлашҡан ауылдарҙан 800 - гә яҡын кеше ике тапҡыр вакцинация үтте.
       Ошо уҡ ауылда йәшәүсе ҡатын да "күлдәктә тыуған" - түләмә
       унда тире ауырыуы формаһында беленгән. Насар ауырыу, әлбиттә, әммә ул дауалауға бирелә. Ә бына эсәк йәки үпкә ауырыуы формаһында булһа, өс - дүрт көндән уның үлеүе лә мөмкин ине.
       Зарарланыу осраҡтарының сәбәбе билдәһеҙ. Моғайын,
       инфекцияның тупраҡтағы сығанағы әүҙемләшкәндер, тип фаразларға ҡала, сөнки ауылдан алыҫ түгел төҙөлөш бара.
       Түләмә менән зарарланыуҙың икенсе осрағы Көйөргәҙе районының Зәк - Ишмәт ауылында теркәлгән. Ундағы хәл 17 кешегә ашығыс профилактика үткәреү менән тамамланған.
       Хөкүмәт комиссияһының көн тәртибендә мәңгелек "Кем ғәйепле" һәм "Нимә эшләргә" һорауҙары баҫты. Такаевтың һүҙҙәре буйынса, ауылдарҙа эпидемиологтарҙың тикшереүе йорт хужалыҡтарында мал һаны тураһындағы мәғлүмәт йыш ҡына д өрөҫлөккә тап килмәүен күрһәтә, малдарға тейешле ваҡытында п рививка үткәрелмәй, ә хужалар "яуаплылыҡ тойғоһон юғалта".
       БР Ауыл хужалығы министрлығы эргәһендәге ветеринария идаралығы начальнигы Фәрит Шәйнуров бөгөнгө көнгә йорт хужалыҡтарында барлыҡ малдарға ла түләмәгә ҡаршы прививка эшләнгән тип белдерҙе. Уның фекере буйынса, ветеринарҙарҙың эшенә малды иректә тотоу ҡамасаулай, мал көтөүҙәре аҙналар
       һәм айҙар буйына ҡайтмай йөрөй, ти ул. Иректә йөрөгән малдарҙың үлеү осрағында уларҙың "ерләнмәй" ҡалыуы ла хәүеф факторына инә.
       Бынан тыш быйыл ветеринарҙар хеҙмәтендә үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле федераль бюджет иҫәбенә биопрепараттар
       ҡайтарыу туҡтатып торолған - кәрәкле дарыуҙың ни бары 44
       проценты ғына ҡайтарылған. "Ауырыуҙы федераль йә төбәк
       сире тип бүлеп булмай", - ти Шәйнуров һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән 25 миллиондан тыш вакцинацияға тағы ла 5,7 миллион һум өҫтәүҙәрен һорап БР Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тураһында тәҡдим индерҙе.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал