6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Өфө милицияһы элемтә салондарын тикшерә
21.11.05


       Өфө депутаттары тарафынан тотонолған кеҫә телефондарын һатыу тәртибенә ҡағылған ҡағиҙәләр индерелеүе тәүге һөҙөмтәләрен күрһәтә башланы. "БАШвестЪ" ҡулланылған телефондарҙы һатыу ҡатмарлашасағы тураһында хәбәр иткәйне инде. Ҡабул итеү пункттарында хәҙер телефон хужаһынан паспорт йәки башҡа документ күрһәтәүен һорайҙар, һатыу - һатып алыу хаҡында килешеү төҙөлә, телефондың серия номеры у рланған "трубкалар" исемлеге буйынса тикшереү үтә, шулай уҡ
       һәр мобильник айына бер тапҡыр милиция ҡулына эләгә торған айырым исемлеккә индерелә.
       - Енәйәтселәр ни өсөн кеҫә телефондарын "яратып" өлгөрҙө Беренсе сиратта, уларҙы урамда үтеп барыусыларға ғына түгел , бер ниндәй проблемаһыҙ махсус магазиндарға ла тапшырыу мөмкин булған өсөн, - тине журналистар менән осрашыу ваҡытында ҡаланың криминаль милиция начальнигы Андрей Авдеев.
       Бөгөн кеҫә телефондарын урлауға ҡаршы көрәшеүсе
       милиционерҙар ҡулланыуҙа булған аппараттарҙы ҡабул итеүсе
       магазиндарҙы тикшерә. Әлеге ваҡытта погонлы ҡунаҡтар баш
       ҡалалағы ҡырҡтан ашыу магазиндың егерме бишендә булды.
       - Ун биш шикле телефон тартып алынды, Ҡала советы ҡарарын
       үтәмәгәү сәбәпле 13 протокол төҙөлдө, - ти Андрей Авдеев. - Бындай осраҡта ҡағиҙә боҙоусыларға штраф һалына, лицензиянан мәхрүм ителеү осраҡтары ла ихтимал.
       Криминаль милиция начальнигы Өфө ҡала советы тарафынан ҡабул ителгән ҡағиҙәләр кеҫә телефонына һунар итеүселәрҙе бер аҙ тыйылырға мәжбүр итергә тейеш, тип белдерҙе. Сөнки һуңғы арала уларҙың бурлығын эпидемия менән сағыштырырға мөмкин. Быйылғы йылдың 17 ноябренә алынған мәғлүмәттәр буйынса кәрәҙле телефон урлау һәм талап алыу осраҡтары Өфөлә ҡылынған енәйәттәрҙең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Ҡ аланың милиция бүлектәренә телефондарынан ҡолаҡ ҡағыуҙары ту раһында 6357 кеше ғариза яҙған.
       Статистика буйынса, бөгөн тәртип һаҡсылары бындай енәйәттәрҙең ни бары 30 процентын асыҡлай. Әммә Андрей Авдеев тиҙҙән эштәр яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк тип ышана. Ул кеҫә
       телефондарын урлатыусыларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк
       милицияға хәбәр итергә, шулай уҡ телефондарҙы муйынға аҫып йөрөмәҫкә, балаларға ҡыйбатлы моделдәр һатып алмаҫҡа, һәм, ғөмүмән, уяуыраҡ булырға саҡыра.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал