6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Алыҫ Һиндостандан килгән хат
21.11.05


       Һиндостандың күренекле дәүләт эшмәкәре Индира Ганди
       (1917 йылдың 18 ноябрендә донъяға килгән) исеме Башҡортостанда ла яҡшы билдәле. Йәшлек йылдарында уҡ ул атаһы Джавахарлал Неру менән бергә колониаллеккә ҡаршы, үҙ иленең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ҡатнаша.
       1980 йылда Индира Ганди Һиндостандың премьер - министры
       итеп һайлана. Ул үҙенең мөләйемле булыуы менән айырылып тора. Советтар Союзының яҡын дуҫы булараҡ, ул беҙҙең илгә йыш ҡына килә торғайны. 1984 йылдың 31 октябрендә ул террорсылар тарафынан үлтерелә. Әммә уның хаҡында иҫтәлек тере. Индира Гандиның Башҡортостанға яҙған хаттары ла һаҡлана.
       1966 йылда Индира Гандиның Советтар Союзына сәфәре ваҡытында Өфөлә Сәләховтарҙың ғаиләһендә ҡыҙ бала тыуа. Уға
       Индира тип исем ҡушалар. Һәм ҡыҙыҡай бер аҙ үҫкәс, Гандиға хат яҙалар, унда ҡыҙсыҡтың фотоһы ла һалына. Тиҙҙән уға йылы
       яуап хаты килә, конвертта автограф ҡуйылған фотография ла була.
       "Ҡәҙерле миссис Дина Сәләхова.
       Ҡыҙығыҙға исемде минең хөрмәткә һайлауығыҙ күңелемә ятты . Бәләкәс Индира - бик матур бала! Ул һеҙҙең ғаилә шатлығылы р, моғайын. Уға иң изге теләктәремде һәм фатихамды юллайым. Индира үҫкәс Һиндостанды белер һәм яратыр, илдәребеҙ
       араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға ярҙам итер тип өмөтләнәм.
       Беҙҙең телдә Индира - милли сәскә лотостың исемдәренең береһен аңлата. Ул күлдәрҙә үҫә, ә сәскәһе һыу өҫтөнән юғары
       күтәрелеп ата, бик матур. Ғәҙәттә алһыу төҫтә була, аҡ төҫт әге
       төрө лә бар.
       Индирочка - оҙон исем. Мине ғаиләлә ғәҙәттә Инду тип йөрөттөләр, был тулған ай тигәнде аңлата. Бәлки, һеҙгә әйтеү е еңелерәк булһын өсөн ҡыҙығыҙҙы Индочка тип йөрөтөргәлер.
       Ирегеҙҙең исеме ни өсөн Индус булыуы миндә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был - беҙҙең илдә иң ҙур йылға исеме. Нәҡ уның ярҙарында тәүге һинд цивилизацияһы барлыҡҡа килә, уны тарихсылар Һинд үҙәне цивилизацияһы тип атай. Динебеҙ һәм
       халҡыбыҙҙың атамаһы (хинду) ла ошонан алынған. Әммә беҙҙең ил бүленгәндән башлап был йылға Пакистанға ҡарай.
       Мин Уралдың матурлығы хаҡында ишеткәнем бар. һәм Һеҙҙең ҡаланың да иҫ киткес гүзәл булыуына ышанам.
       Һиндостанда климат күп төрлө. Төньяҡта тауҙарҙа һалҡын, у нда ҡышын ҡар ҙа ята, әммә илдең ҡалған өлөшөндә ҡар юҡ. Беҙ ҙең үҙәндәрҙә өс йыл миҙгеле бар - йәй, ҡыш һәм ямғырҙар осо ро. Дели үҙәндә урынлашҡан. Бында ҡыш ҡыҫҡа ваҡытлы, әммә бик ма тур.
       Әлеге ваҡытта беҙҙә ямғыр миҙгеленең уртаһы. Ямғыр яуыуы уңыштың яҡшы булыуына өмөт бирә.
       Иң изге теләктәр менән Һеҙҙең Индира Ганди".
       Индира Гандиның бындай хаттары Индиралар үҫкән ғаиләләр өсөн ысын ҡомартҡы булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Индира
       Сәләхованың яҙмышы тураһында беҙгә мәғлүм түгел.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал