6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡурҡырға сәбәп юҡ - страховкалау эшләй
18.11.05


       "Ҡара шишәмбе", дефолт, һаҡлыҡ кассаларындағы вкладтарҙы ң юҡҡа сығыуы - был ваҡиғалар халҡыбыҙҙың хәтеренән бер ҡаса н да юйылмаҫ, моғайын, һәм бөгөн бик аҙҙар ғына үҙ аҡсаһын
       һаҡлыҡ банкыһына илтеп һалырға ризалаша. Валюта һатып алыу,
       күсемһеҙ милеккә тотоноу, хатта өйҙә түшәк аҫтында һаҡлау ҙ а билдәһеҙ кешегә биреп, кире ҡайтара алмайынса йонсоу менән сағыштырғанда, аҡсаңды һаҡлап ҡалыуҙың ышаныслыраҡ алымы бу лып иҫәпләнә.
       Тенденция күҙгә ташлана. Һәм бындай тенденция беҙҙең Рәсә й дәүләтенә бары тик зыян ғына килтерә. Ышанысты бер юғалтҡа с уны кире ҡайтарыуы ауыр. Ә беҙҙең илдә ышаныусан граждандар тир түгеп тапҡан аҡсаһын йә дәүләткә, йә финанс
       пирамидаларына биреп, йыш ҡына тишек кәмәгә ултырып ҡала. Һ әм төрлө банкыларға булған ышаныстың юғалыуы ла аңлашыла, әл биттә.
       Әммә вклад һалыусыларын юғалтҡандан һуң, дәүләт тә тейешл е һығымталар яһай һәм билдәле аҙымдар ҡабул итә. 2003 йылдың
       декабрь аҙағында "Рәсәй Федерацияһы банкыларында физик шәхестәрҙең вкладтарын страховкалау тураһында" Федераль законы ҡабул ителде. Был законға ярашлы булдырылған махсус
       дәүләт программаһының төп бурысы - РФ территорияһында
       халыҡтың Рәсәй банкылары иҫәбенә йәки вкладҡа һалынған аҡсаһын һаҡлау.
       Вкладтарҙы страховкалау системаһы түбәндәгесә эшләй - әгә р банк эшмәкәрлеген туҡтата һәм уның банк операцияларын башҡарыу лицензияһы алына икән, уның вклад һалыусыларына аҡсаһы кире ҡайтарып бирелә. Вкладтарҙы страховкалау өсөн ниндәйҙер килешеү төҙөүҙең кәрәге юҡ, ул закон буйынса башҡарыла.
       Халыҡтың вкладҡа һалынған аҡсаһын кире ҡайтарыу эше менән
       туранан - тура шөғөлләнеүсе вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ - дәүләт корпорацияһы төҙөлгән. Нәҡ ул вклад һалыусыға тупланған аҡсаның бер өлөшөн йәки вкладты
       тулыһынса ҡайтарып бирә, артабан кредиторҙар сиратында уның
       урынын биләй һәм бурысты ҡайтарып биреү буйынса банк
       менән мөнәсәбәттәрен асыҡлай.
       Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында Мәскәү ҡунаҡтары - алда әйтелгән вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡтың генераль директоры Александр Турбанов, уның урынбаҫары Андрей Мельников, советник Александр Вознесенский, шулай уҡ БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашлығында
       матбуғат конференцияһы үтте.
       Улар вкладтарҙы страховкалау системаһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Вкладтар буйынса бурыс банкылағы вкладтарҙың 100 проценты күләмендә түләнә, әммә ул 100 мең
       һумдан артыҡ булырға тейеш түгел.
       Аҡсаһын ҡайтарыу өсөн вклад һалыусы агентлыҡҡа ғариза һәм
       вклад асылыуы тураһындағы документтары менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Вкладтар буйынса бурыстар агентлыҡ тарафынан
       документтар тапшырылғандан һуң өс көн, әммә страховкалау осрағы еткән мәлдән 14 көн үткәндән һуң түләнә. Был 14 көн банкынан вкладтар һәм иҫәп - хисап ойоштороу тураһында мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк.
       Страховкалау системаһы шәхси вкладтар менән эшләү хоҡуғы булған барлыҡ кредит ойошмаларында ла мотлаҡ рәүештә ҡулланыла. Банкының системала ҡатнашыусы кредит ойошмалары р еестрына инеү ваҡытынан алып вкладтар страховкаланған тип иҫ әпләнә.
       Халыҡҡа аҡса ниндәй средстволар иҫәбенә ҡайтарыла Системаның финанс нигеҙе булып вкладтарҙы мотлаҡ страховкалау фонды тора, ул банкылар тарафынан квартал һайын
       түләнгән страховкалау взностары иҫәбенә формалаша. Бөгөн фондта 15 миллиард һум бар. Страховкалау фондының аҡсаһы етмәгән осраҡта РФ Хөкүмәтенә агентлыҡҡа средствоны
       федераль бюджеттан бүлеү хоҡуғы бирелгән.
       - Быйылғы йылдың 11 ноябренә взностарҙы страховкалау системаһында бөгөн Рәсәйҙә эшләүсе 1263 кредит ойошмаһының 928 - е ҡатнаша, - тине Турбанов. - Иҫәптәрҙең 9 8 проценты тулыһынса страховка менән ҡаплана. Тик шуныһы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, - тип өҫтәне Александр Владимирович, - был иҫәптәрҙәге вкладтар күләме халыҡтың дөйөм вкладтары күләменең 40 процентына ғына баһалана. Иҫәптәрҙең ҡалған ике
       проценты вкладтарҙың 60 процентын тәшкил итә. Тимәк, аҙ бул һа ла беҙҙә бай кешеләр бар. Вкладтарҙы страховкалау система һы үҫеше банк системаһына ышаныстың нығыуына ыңғай йоғонто яһай. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында халыҡтың банкыларҙағы средстволары 440 миллиард һум, йәғни йыл башы менән
       сағыштырғанда 22 процентҡа артты.
       - Башҡортостан Республикаһында 12 теркәлгән кредит ойошмаһының 11 - е вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнаша, - тип өҫтәне Рөстәм Мәрҙәнов, - шулай уҡ иҫәптәрҙең
       98 проценты страховка менән ҡаплана. 2005 йылдың 1 сентябренә БР банкыларында халыҡтың вкладтар күләме 28,1 миллиард һум тәшкил итте, был йыл башынан 36,4 процентҡа артты тигән һүҙ.
       Агентлыҡтың директорҙар советы өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырғ а йыйынмай - вкладтар буйынса страховка түләүҙең сикләнгән
       күләмен арттырыу тураһында һорау тикшерелә. 2006 йылдың беренсе июленән башлап страховканың иң ҙур күләме 190 мең
       һум тәшкил итәсәк. 2007 йылдың беренсе июленән уның 280 мең
       һумға тиклем артыуы ихтимал. Проект әлеге ваҡытта Хөкүмәттә
       ҡарала.
       Тимәк, аҡсаларығыҙҙы өс литрлыҡ банкаларҙан сығарығыҙ ҙа,
       ысын, һаҡлыҡ банкыларына алып барығыҙ. Ҡурҡырға сәбәп юҡ - страховкалау эшләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал