6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һары ҡошсоҡ - ояңдан осоп сыҡ
18.11.05


       Һепертке тотоп роликтарҙа елдереүсе һары ҡарға - неформалканың һүрәтен бөгөн барлыҡ урындарҙа - телевидение,
       гәзит, реклама таҡталары, блокнот, футболка һәм постерҙарҙа
       күрергә була. Ул - "Городская СРеДа"социаль реклама фестиваленең ҡанатлы символы. Фестивалде ойоштороусылар - ҡала хакимиәте, БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт
       һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ - белдереүенсә, "СРеДа" Өфөлә юғары сифатлы, профессиональ, һөҙөмтәле
       социаль рекламаны үҫтереүгә йүнәлтелә. Бындай реклама "реаль проблемаларҙы" хәл итеү, халыҡты уйланырға мәжбүр
       итеү һәм тормошҡа ыңғай үҙгәрештәр индереү өсөн барлыҡҡа килә.
       "Социаль СРеДа" ҡаланың Мәҙәниәт һарайында өс көн дауам итә. Фестиваль сиктәрендә социаль рекламаның сәләмәт тормош алып барыуға һәм тормошта хата ҡылыуҙан һаҡланырға
       саҡырған иң яҡшы өлгөләрен һайлап алыу планлаштырыла.
       Был тәғәйенләнеше хаҡында "СРеДа" эшмәкәрлегенең тәүге сәғәттәрендә, килеүселәрҙе социаль реклама күргәҙмәһе менән
       танышырға саҡырғанда уҡ күрһәтте, унда һүҙ тормошобоҙҙоң
       ҡот осҡос өлөшө - наркотиктар, алкоголь, тәмәке һәм уларҙың эҙемтәләре тураһында бара.
       Тантанаға осраҡлы рәүештә эләккәндәр бында күргәндәренән хайран ҡалды, тип әйтергә була. Ташланған балалар, иҫерек һә м "кайф аҫтындағы" үҫмерҙәр, бәхетһеҙ пенсионерҙарҙың фотолары ла ғына сәсеңде үрә торғоҙорлоҡ. Был һүрәттәр аҫтындағы яҙыуҙар ғәҙәттә кеше намыҫына мөрәжәғәт итә: "Урланған бала саҡты ҡайтарығыҙ!", "Үлем яныңда йөрөй, уға
       ғүмереңде бирмә!", "Атай - әсәйҙәрегеҙгә шылтыратығыҙ!"...
       - Бындай күргәҙмә тәүге тапҡыр асыла, - тип белдерҙе фестиваль идеяһының авторы Марат Ғәзизов. - Идеяны тормошҡа ашырыу өҫтөндә йөҙләгән кеше эшләне, һәм уларҙың хеҙмәте тейешенсә баһаланасаҡ. Барыһы ла план буйынса һәм тейешле
       кимәлдә барыуына инанам. Фестивалгә унлаған ҡаланан килгән
       ҡунаҡтарға шатбыҙ.
       - Һәм хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм: социаль реклама күргәҙмәһ ендә 300 эш үҙ сәғәтен көтә: еңеүсе авторҙар исемен жюри фестивалдең һуңғы көнөндә иғлан итәсәк. Иң яҡшы реклама проекттарын беҙ ҡала буйынса халыҡты сәләмәт тормош алып барырға, алама ғәҙәтәрҙән арынырға саҡырыусы социаль реклама сифатында файҙаланасаҡбыҙ, - тип ҡушылды уға Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, фестивалдең ойоштороу комитеты рәйесе Сынтимер Баязитов.
       Заманса социаль реклама студияһы президенты, фестивалдең почетлы жюри рәйесе Олег Шакирский, "Информреклама" нәшриәтенең арт - директоры Игорь Налепин һәм "Видео - Интернэшнл - Өфө" компанияһы вәкиле Мөнир Миңлебаев йыйылыусыларға былай тип мөрәжәғәт итте:
       - Әгәр һеҙ ҡоймаға ҙур хәрефтәр менән "Наркотиктарға - ЮҠ " тип яҙаһығыҙ икән, был әле социаль реклама түгел. Халыҡты ышандырырлыҡ итеп һәм дөрөҫлөккә тап килтереп һөйләргә кәрәк, бөгөнгө реклама биреүселәргә нәҡ ошо сифаттар етеп бөтмәй.
       Әммә Өфө ҡунаҡтары, улар иҫәбендә Олег Шакирский ҙа һуңғы
       өс йылда Өфө урамдарында социаль реклама һаны һәм сифаты ар тыуын билдәләне:
       - Был ҡыуандыра, әлбиттә. "Социалкаға" арналған фестивалд әр үткәрелеүе лә бик шәп. Бындай инициативалар артабан да бе ҙгә социаль рекламаны профессиональ һәм сифатлы итеп үҫтерер гә мөмкинселек бирер, тип өмөтләнәйек. Юҡһа уның нимәгә кәрә ге бар

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал