6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт
14.11.03


       Бөгөн, күңелһеҙ көҙгө көндәрҙең береһендә, мин Өфөнөң иң йыраҡ райондарының береһе булған Черниковкаға китеп барам. Э стән генә "Нимә тип барам инде был күргәҙмәгә Тағы матур һ үҙҙәр яҙыр өсөнмө" тип үҙ - үҙемде әрләйем. Хәйер, "Ижад" к үргәҙмә залына барғаным өсөн быға тиклем үкенергә тура килгә не юҡ та.
       Бына бөгөн дә залға инеүем булды, кәйефем күтәрелеп, күңел де ысын йөрәктән һоҡланыу тойғолары баҫып алды. Күргәҙмәлә ҡ уйылған эштәр ҙә йәш таланттар тарафынан ысын күңелдән төшөр өлгән бит. Конкурста ҡатнашыусылар Ун икенсе республика бала лар ижады күргәҙмә - конкурсында еңеүселәр. Республика талан ттарынан тыш конкурсҡа Иван - город, Санкт - Петербург, Волх ов ҡалаларында, Ленинград өлкәһендә йәшәүсе балалар ҙа үҙ эш тәрен ебәргән. Еңеүселәр иһә өс категория буйынса -- 4 йәштә н 9 йәшкәсә, 9 йәштән 13 йәшкәсә һәм 13 йәштән 17 йәшкәсә --
       билдәләнде.
       Бәләкәстәр араһында еңеүсе титулын дүрт йәшлек Саша Ктселев
       яуланы. Уның ҡыҙыл төҫтәге "Шаян бесәй"е зәңгәр фонда төшөр өлгән ине. Икенсе урынды алыусы Костя Старцевтың бесәйе үҙ а лдына сәйәхәт итергә ярата икән.
       Вернисаж буйлап йөрөгәндә балаларҙың уйлап сығарыу байлығы на иҫең китерлек. Тағы ла ҡайҙа һеҙ сиңерткә ҡанатлы, алһыу төҫтәге ваҡыт буйлап сәйәхәт итеү машинаһын күрә алыр инегеҙ . Краснокама районында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Гөлназ Әкрәмова тап ошондай машина хаҡында хыяллана икән. Рөстәм Ғәниев һәм Анастасия Гәлиеваның "Степан бабай -- ветеран" һәм "Төн" һүр әттәре айырыуса иғтибарға лайыҡ. Ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар э ргәһенән дә һоҡланмайынса үтеп китеү мөмкин түгел. Күргәҙмә залының тәҙрә төптәрендә милли кейемдәге ҡурсаҡ, негр ҡыҙы, клоун, дирижер һәм башҡалар уңайлап урынлашҡан. Уларҙы эшләү селәр бик тырышҡандары күҙгә ташланып тора.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал