6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хыянатсыларға дәһшәт һалыусы
18.11.05


       Өфөлөләрҙең күбеһенә публицист һәм нәшерсе Владимир Львович Бурцевтың (1862 - 1942) исеме таныш түгелдер, бәлки. Ул 17 ноябрҙә штабс - капитан ғаиләһендә донъяға килә, атаһы
       күп ваҡыт өйҙә булмауы сәбәпле, туғандарында, Бөрөлә,
       сауҙәгәр ғаиләһендә тәрбиәләнә. Өфөлә ирҙәр гимназияһында
       уҡый, Ҡазан гимназияһын тамамлай, артабан Ҡазан һәм Петербург университеттарында белем ала. Бурцевтың шәхесе "народоволец" билдәһе аҫтында формалаша, ул ғүмер буйы үҙен шулай тип йөрөтә.
       Владимир Бурцев 1890 йылда эмиграцияла сығара башлаған
       журналын да "Народоволец" тип атай. Әммә 1900 йылда сит илдә, 1906 йылдан башлап Петербургта баҫылған "Былое" журналы уға ҡарағанда билдәлерәк була. Унда рус азатлыҡ хәрәкәте тарихы тураһындағы документтар һәм мемуарҙар баҫтырыла.
       Бурцев шулай уҡ "Общее дело", "Будущее" (Париж) исемле журналдар нәшер итә. Улар 1908 - 1914 йылдарҙа сыға һәм башлыса батша хөкүмәте сәйәсәтенең ғауғалы аспекттарына арнала. Был ваҡытта Владимир Бурцев ғүмерен ҙур ҡурҡыныс
       аҫтына ҡуйып, революционерҙар араһындағы полиция департаменты агеттарын фашлауға тотона. Провокаторҙар Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә етерлек була.
       Уның Азефты фашлауы аяҙ көндө йәшен йәшнәүенә тиң. Евно Азеф (1869 - 1918) - провокатор, 1892 йылдан алып полиция департаменты хеҙмәткәре. 1899 йылда ул "Социал - революционерҙарҙың төньяҡ союзына" инә. Эсерҙарҙың ышанысын яулап, партияның "хәрби ойошмаһына" етәкселек
       итеүгә ирешә. Ҡыҙыу эшмәкәрлек ойоштора, террорсылыҡ
       акттары әҙерләй ( Вячеслав Плевены һ. б. үлтереү). Һуңынан был эштә ҡатнашыусыларҙы һалҡын ҡан менән "охранкаға" тапшы ра. 1908 йылда, мәҫәлән, Азефтың ошағы буйынса "хәрби ойошманың" ете ағзаһы язаға тарттырыла. Әммә хыянатсының үҙе өсөн дә был йыл яҡшыларҙан булмай. Ул Бурцев тарафынан ф ашлана, эсерҙар уны үлем язаһына хөкөм итә, әммә ул сит илгә
       ҡасып өлгөрә. Шунда вафат була.
       Икенсе хыянатсы Роман Малиновский 1912 йылдан алып хатта РСДРП Үҙәк комитеты ағзаһы булыуға ирешә, большевиктарҙың д ума фракцияһына етәкселек итә. Уның фамилияһын Ленин да үҙ я ҙмаларында бер нисә тапҡыр иҫкә алып китә, әммә хатта ул да 1907 йылдан башлап Малиновскийҙың үҙ ирке менән полиция өсөн мәғлүмәт йыйыуын белмәй. Уны ла Бурцев фашлай. 1918 йылдың бишенсе ноябрендә провокатор атып үлтерелә.
       Охранканың фашланған агенттары исемлегендә А. М. Гартинг,
       З. Н. Геригросс - Жученко һәм башҡалар бар.
       Шикле әҙәмдәрҙең ысын йөҙөн асыҡлаусы арбитр булараҡ Бурцев ҙур уңыш ҡаҙана. Лев Николаевич Толстойҙың уны бик
       хөрмәт итеүе билдәле.
       Бурцевтың китаптары һәм мәҡәләләре баҫылған журналдар киң
       таралыш ала.
       Әммә Бурцевтың төп эштәре сит илдәрҙә баҫыла һәм рәсәйлеләрҙең күпселеге өсөн билдәле түгел. Улар араһында "Ирекле Рәсәй өсөн көрәш. Минең иҫтәлектәрем", "Йөҙ йыл эсендә", "Пушкиндың "Евгений Онегинды" нисек итеп нәшер итергә теләүе хаҡында" һәм башҡалар бар.
       Үҙ ғүмерен Бурцев тынғыһыҙ һәм яңғыҙ үткәрә. 1942 йылдың 21 авгусында Париж янындағы ярлылар өсөн дауаханала вафат
       була. Үлем алдынан ул Бөрө киңлектәрен дә, Өфө гимназияһы
       буйынса дуҫ - йәштәштәрен дә хәтеренә төшөргәндер, моғайын.
       Владимир Львович Бурцев Париж эргәһендә рус зыяратында ерләнгән. Шунда уҡ тағы бер яҡташыбыҙ - Бурцевтың үлеменән һуң 25 йыл үткәс кенә сит илгә сыҡҡан бөйөк бейеүсе Рудольф
       Нуриев та һуңғы төйәген ошонда тапҡан.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал