6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Генерал Бетховен роленә иҫәп тота
17.11.05


       Өфөлә ике көн үткәргәндән һуң Алексей Булдаков Мәскәүгә осто, артабан уға Валентин Гафт менән Ҡаҙағстанға юл тотоу,
       унан ҡайтҡас Алла Суриковала киноға төшөүҙәр көтә. Күреүегеҙсә,
       артистың графигы үтә тығыҙ.
       - Бына тағы ла Өфөнө ҡарап өлгөрөп булманы, нимә эшләйһең ! - тип хәйләкәр йылмайып зарлана актер. - Икенсе юлға ҡала инде...
       "Милли һунар үҙенсәлектәрендә" билдәле Михалыч ролен башҡарыусы Алексей Булдаков Өфөгә башҡорт режиссеры Булат Йо соповтың яңы проекты - "МедВеДь" тип исемләнгән тәүге детектив милли сериалда ҡатнашыу өсөн килде. Унда һүҙ беҙҙең
       милицияның еңел булмаған хеҙмәте хаҡында һүҙ бара. Алексей
       Ивановичҡа тәҡдим ителгән ролде бер ҙә беренсе план роле ти п әйтеп булмай.
       - Эйе, күҙ алдына килтерәһегеҙме, дәрәжәмде төшөрҙөләр! - Булдаков "Башинформ" агентлығында йыйылған журналистарға
       күҙ йөрөтөп сыға. - Хәтерләһәгеҙ, "Антикиллер - 2" фильмынд а мин СОБР генералы ролен башҡарам, бында - полковник. Был персонаж "Милли һунарҙағы" Михалычҡа ла, СОБР генералына ла оҡшамаған. Әммә күп кенә режиссерҙар ассоциация аша фекер йө рөтә, шуға күрә мине саҡырмайҙар - яңы ролдә элекке геройҙарымдың һыны асыҡ булып күҙ алдына баҫыр тип
       ҡурҡалар. Хәтер ҡала! Ғөмүмән, мине дәрәжә ҡыҙыҡһындырмай. Кеше, экрандағы шәхес мөһим. Мин артист, һәм минең өсөн иң мөһиме - үҙ геройыма иғтибар йәлеп итеү. "МедВедь" милли
       сериалында минең ролем бәләкәй, ул биш - алты серияла ғына
       күренә, әммә образдың ышаныслы булыуы, дөрөҫлөккә тап килеүе мөһим.
       - Башта мин Алексей Ивановичты "МедВеДь" сериалында полковник роленә саҡырырға уйламағайным, - тип тауыш бирә сериал режиссеры Булат Йосопов. - Тик һуңынан, роль менән эшләү ваҡытында беҙ ҡапыл уны Булдаковтан башҡа бер кем дә тейешенсә уйнай алмаҫын аңланыҡ. Мин ҙур мөғжизә менән генә уның телефонын эҙләп таптым, шылтыраттым, һәм беҙ килештек. Алексей Булдаков менән эшләүе ауырмы, тигән һорауға ысын
       күңелдән яуап бирәм - еңел һәм рәхәт. Төшөрөү эштәре ваҡытында Алексей Иванович режиссер ярҙамсыһына әйләнә, шуның менән эште байтаҡҡа еңеләйтә. Уға мин рәхмәт һүҙҙәре
       генә әйтә алам.
       Булат Йосопов, продюсер Руслан Юлтаев һәм "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы начальнигы урынбаҫары Фәрит Ғәбитов йөҙөндә төшөрөүсе төркөм әйтеүенсә, сериал тамашасыларға беҙҙең төбәктә наркотиктар таратыу менән шөғөлләнеүсе енәйәтсел төркөмгә ҡаршы көрәшкән тикшереүсе тө ркөмдөң еңел булмаған хеҙмәте тураһында һөйләйәсәк. Сценарийҙа ысынбарлыҡта булған хәлдәр, милицияның ауыр һәм ҡ айһы ваҡытта ғүмергә хәүеф менән янаусы хеҙмәтенән хикәйәләү һәм тарихтар файҙаланыла.
       Йосоповтың фильмында уны нимә ҡыҙыҡһындырҙы, тигән
       һорауға Алексей Булдаков ябай ғына итеп - юҡ, бында аҡсаның
       ҡыҫылышы юҡ, тип яуап бирә. Эш башҡала.
       - Беренсе милли сериалда ҡатнашып ҡарау миндә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һәм, ҡыуанысҡа ҡаршы, яңылышмағанмын! Булаттың командаһы етеҙ, теүәл һәм үҙ эшен белә. Картинала бөтә донъя
       өсөн мөһим проблемалар ҙа, бурыс, тоғролоҡ кеүек кешелек
       сифаттары ла ҡуҙғатыла. Бынан тыш минең өсөн йәштәр, үҫеп килеүсе быуын мөһим. Ә наркотиктар - кешелекте бөтөүгә, үлемгә этәреүсе ҙур бәлә. Ер йөҙөнән юҡҡа сығабыҙ бит - быны
       нисек йәштәрҙең аңына еткерергә! Улар бит ауырыу балалар
       тыуҙыра!..
       - Бер ваҡыт миңә Ғәрәп Әмираттарында ял итергә тура килде ,
       унда беҙҙе шәйех үҙе сәләмләне. Бына уларҙа тыуым тотороҡло
       юғары кимәлдә, балалар күберәк булған һайын ғаилә лә бәхетлерәк. Барыһы ла ябай ғына: ғаиләлә бала тыуһа, уның иҫәбенә дәүләт биш мең доллар күсерә. Проценттар аҡрынлап арта бара, баланың 18 йәшкә етеүенә иҫәбендә ярайһы уҡ күләмдә аҡса йыйыла. Ниңә беҙҙә, Рәсәйҙә, шулай түгел! Ҡасанға тиклем үҙ - үҙеңде бөтөрөү сәйәсәте дауам итер!
       Булдаков бала сағынан уҡ актер булырға хәл иткән - был хы ял
       уға көтмәгәндә, осоусы һөнәре тураһындағы хыялдарға алмашҡа
       килгән.
       - Бының менән мин һоҡланғыс артист Андрей Олейниковҡа
       бурыслымын. Хәтеремдә, уның ҡатнашлығында "Ҙур тормош" тигән фильмды ҡарап сыҡҡандан һуң туҡталышта автобус көтөп
       торам. Шунда, картинанан алынған тәьҫораттан арына алмайынса, үҙ - үҙемә артист булырға вәғәҙә бирҙем. Һәм, күреүегеҙсә, үҙ һүҙемдә торҙом.
       Алексей Иванович әлеге ваҡытҡа уның архивында 98 фильм
       йыйылыуы хаҡында һөйләне. Тик бында ул үҙенең бер ҡаҙанышын да күрмәй:
       - Мин эшләгәндең барыһын да йөҙ процент тип алған саҡта, ҡыланмайынса әйтәм, уларҙың ни бары ун проценты иғтибарға лайыҡ. Мин быларҙы ихлас күңелдән һөйләйем. Киләсәктә мин
       Бетховенды уйнарға теләр инем. Мине генийҙың фажиғәһе ҡыҙыҡһындыра. Ғүмер буйына Бетховен бер ҡатынды ғына ярата, әммә тойғоһо яуапһыҙ ҡала. Өҫтәүенә бөйөк композитор ғүмер
       аҙағында һаңғыраулана башлай. Әммә ҡолағы ишетмәгән көйө лә үҙенең бөйөк әҫәрҙәрен ижад итеүгә өлгәшә.
       Тик хыялдар элеккесә ысынбарлыҡтан алыҫ ҡала. Әлегә
       Булдаковҡа Бетховен ролен тәҡдим иткәндәре юҡ, уның ҡарауы башҡа пландағы тәҡдимдәр менән баш ҡатыралар.
       - Рекламала төшөргә тәҡдимдәр күп булды. Бына, мәҫәлән, тәҡдимдәрҙең береһе - ҡатын - ҡыҙҙар өсөн прокладкалар рекламаһында төшөү - мине бөтөнләй хайран ҡалдырҙы. "Егеттәр , мин һәм ПРОКЛАДКАЛАР! Быны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ һ уң" - тиһәм, ябай ғына, ҡатынығыҙға һатып алаһығыҙ һәм маҡтайһығыҙ, тип аңлаттылар. Юҡ, мин үҙ етештереүселәребеҙҙе
       хуплауҙан баш тартмайым, әлбиттә, әммә ундай уҡ дәрәжәлә түгел бит. Мин рекламаға ҡаршы түгел, әммә ролик минең өсөн дә, тамашасы өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ булырға тейеш. А ҡса өсөн генә - ризалашмайым.
       Алексей Булдаковтың һүҙҙәренсә, заман киноһында ярайһы уҡ
       ҡеүәтле "алға китеш" бар. Әммә актер бөтә Рәсәйҙе тип
       әйтерлек йөрөп сығыуы һәм тамашасылар менән осрашыу ваҡытында йыш ҡына уға беҙҙең үҙебеҙҙең Рәсәй киноһы ҡасан б арлыҡҡа килер, тигән һорау биреүҙәрен белдерҙе. Ә ул нисек
       яуапларға белмәй...
       - Ғөмүмән, минең артист булып китеүемдә театр ҙур роль уйнаны. Кино, минеңсә, - эксплуатация, ә театр - мәктәп. "МедВеДь" сериалына килгәндә, һөҙөмтә тураһында һөйләргә
       яратмайым, сөнки һәр ваҡыт яҡшы килеп сығырмы - юҡмы тип
       шикләнәм. Йыш ҡына үҙемдән ҡәнәғәт ҡалмайым. Был тойғо
       миңә алға ынтылырға көс бирә. Һәр хәлдә аҙаҡҡы һүҙ тамашасыларҙа ҡала. Сериал экрандарҙа беренсе декабрҙә сыға - шунда күрербеҙ. Персонажым оҡшаһа - тағы саҡырырһығыҙ. Бына миңә "МеДвеДь - 2" лә буласаҡ тип ишара яһанылар...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал