6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Партнер ғына түгел, этник туғандар ҙа
17.11.05


       "Башинформ" агентлығнда Финляндия Республикаһының Рәсәй
       Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы Илсеһе Харри Хеллениустың матбуғат конференцияһы үтте. Журналистар менән осрашыуға шулай уҡ Өфөлә Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Зиннур Мәрҙәнов та килде. Һәм кисәге көндөң тағы бер
       героиняһы - Фин - Рәсәй сауҙа палатаһының генераль директор ы Марья Тири.
       Әңгәмә өсөн темалар етерлек булыуына ҡарамаҫтан, фин илсеһе һүҙе алыҫтан башланы.
       - Миңә СССР ваҡыттарында уҡ Рәсәйҙә эшләргә тура килде. Әммә Өфөгә тәүге тапҡыр килеүем. Иртә менән республика Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашып аралашырға өлгөрҙөм. Беҙ яҡшы партнерҙар булырға ниәтләйбеҙ.
       БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министры менән
       фин делегацияһы айырылышманы ла тиерлек, ә Суоми бизнесмендары үҙҙәренең эш блокноттарына башҡорт эшҡыуарҙарының координаталарын яҙыуҙан бушаманы. Әммә финдарҙың башҡорт еренә аяҡ баҫыуҙарына төп сәбәп булып
       Киров урамы, 15 адресы буйынса Фин - Рәсәй сауҙа палатаһы асылыуы торҙо.
       Палата, әйтелеүенсә, Мәскәү һәм Санкт - Петербургта 60 йы л
       самаһы уңышлы эшләй. Әммә Рәсәй был ике баш ҡаланан күпкә к иңерәк, тип фин яғынан яңы асыш яһаны Марья ханым. Финдарҙың Өфөләге сауҙа вәкиллеге - Рәсәй Федерацияһы
       төбәктәрендә уның тәүге вәкиллеге булыуын да билдәләп үтерг ә кәрәк.
       Финляндия Республикаһы тарафынан Башҡортостан юҡҡа ғына һ айлап алынмаған. Финдар Өфөнөң Рәсәйҙең географик үҙәге булыуын, бынан тыш иҡтисади йәһәттән көслө һәм сәйәси яҡтан тотороҡло төбәк булыуын яҡшы белә. Ошо көс һәм тотороҡлоҡ инвесторҙар йәлеп итеүҙә иң мөһим факторҙарҙың береһе. Әйткәндәй, илсенең һүҙҙәре буйынса, фин дипломаттары һәм бизнесмендары бындай тығыҙ мөнәсәбәттәр булдырырҙан алда Башҡортостанды ун йыл самаһы ситтән күҙәткән.
       Ике яҡлы хеҙмәттәшлектең тәүге аҙымы тип күптән түгел Башҡортостандың Финляндияла булып үткән презентацияһын әйтергә мөмкин. Унда БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге делегацияны йылы ҡабул иттеләр.
       Ғөмүмән алғанда, бөгөн республикалар араһында тышҡы сауҙа
       әйләнеше 133 миллион доллар тәшкил итә, һәм был һан унар миллиард долларлыҡ рәсәй - фин әйләнеше фонында бәләкәй генә булып ҡала. Икенсе яҡтан, Башҡортостан һәм Финляндия араһында сауҙа мөнәсәбәттәре йылдам үҫешә һәм, Зиннур Мәрҙәнов әйтеүенсә, ярты миллиард долларға етеүе ихтимал.
       Кем әйтмешләй, барыһы ла беҙҙең башҡорт - фин ҡулдарында.
       Үҙ - ара отошло хеҙмәттәшлек итеү өсөн өлкәләр етерлек. Беренсе сиратта был финдар лидерлыҡ күрһәткән төҙөлөш, артабан - транспорт, беренсе сиратта, тимер юлдарҙа йөк ташыуға идаралыҡ һәм башҡалар.
       Суоми дипломатик вәкиллеге башлығы бынан тыш аҙыҡ - түле к сәнәғәте һәм ауыл хужалығында ла хеҙмәттәшлек перспективаларын күреүен белдерҙе.
       - Һеҙҙең магазиндарҙа мин беҙҙең "Фазер" һәм "Виола" маркаһы етештергән продукцияны күрҙем, тимәк, улар арзан
       булмаһа ла конкурентлыҡҡа һәләтле, - тип үҙ етештереүселәре өсөн ғорурланып белдерҙе Марья Тири. - Партнер буласаҡбыҙ. 2006 йылда беҙҙең офис фин бизнесмендарының бында аныҡ инвестицион ниәттәр менән килеүен ойошторасаҡ.
       Әйткәндәй, журналистар миграция арҡаһында тарих тарафынан
       континенттың төрлө мөйөштәренә айырылған фин - уғыр
       халыҡтарының күптәнге этник туғанлығы тураһында ла ҡунаҡтарҙың хәтеренә төшөрөүҙе кәрәк тип тапты. "Беҙҙең урта ҡ яҡтарыбыҙ күп!" - тип йомғаҡ яһаны пресса. Быға ҡаршы яҡта н һаҡ ҡына дипломатик яуап яңғыраны:
       - Ҡайҙалыр алыҫҡа осоп килеп туғандарыңды осратыуы ҡыҙыҡ,
       әлбиттә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал