6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Уйҙырма тигәнебеҙ ысын булып сыҡты
17.11.05


       "Салауат Юлаевтың" баш тренеры алмашыныуы тураһындағы Өфө клубы хеҙмәткәрҙәре ныҡышмал рәүештә кире ҡаҡҡан хәбәрҙәр дөрөҫ булып сыҡты. Новокузнецк ҡалаһына осор алдынан "юлаевсыларға" быға тиклем генераль менеджер вазифаһын башҡарыусы Сергей Михалевтың команданың яңы тренеры итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр ителде. Өлкән тренер булып шулай уҡ Сергей Герсонский, тренер булып Венер Сафин ҡала. Рафаил Ишмәтов өсөн клубта махсус рәүештә
       "Салауат Юлаев" хоккей клубының резерв әҙерләү буйынса баш тренеры" вазифаһы булдырыла, Рәсәйҙә танылыу яулаған баш тренер өсөн бындай пост Уганда премьер - министры булыуҙан да сәйерерәк, шулай бит.
       Үҙенең бер нимә менән дә нигеҙләнмәгән отставкаһын әле һаман кардиоүҙәктә ятҡан Рафаил Ишмәтов бер нимә менән дә
       аңлатманы, бары тик:
       - Хоккей тормошо шундай, - тип кенә ҡуйҙы.
       Сергей Михалев иһә был юлы бер нимә лә йәшереп торманы:
       - Быға тиклем мин өндәшмәнем, сөнки ҡарар иғлан ителгәнгә тиклем нимәлер һөйләргә иртә ине. Хәҙер иһә бөтәһе лә асыҡ - Новокузнецк һәм Новосибирск ҡалаларына барыу мәленән башлап мин - команданың баш тренеры. Дөрөҫ, әле генераль
       менеджер контрактым да һаҡлана ( 2006 йылдың ноябрь айына
       тиклем), һәм миңә тренер килешеүен ҡасанға тиклем тәҡдим итерҙәр - белмәйем. Әммә был проблема түгел, иң мөһиме - ҡарар ҡабул ителде. Хәҙер барыһы ла команда һөҙөмтәләренән
       тороуын аңлайым. Еңәһең икән - маладис, еңеләһең - тимәк, тренер насар.
       - Һеҙҙең килеүегеҙ командаға ниндәй үҙгәрештәр индерәсәк
       Мәҫәлән, ҡапҡа һаҡсылары нисек уйнаясаҡ, сиратлапмы
       - Кем үҙен яҡшыраҡ күрһәтә, ҡапҡала шул торасаҡ. Хәҙер Николаев яҡшыраҡ икән, тимәк ҡапҡа - уныҡы. Плей - офф уйындарына яҡыныраҡ күҙ күрер.
       - Һеҙ тәжрибәле уйынсыларға нығыраҡ ышанаһығыҙ, тимәк төп
       командала йәштәр һаны кәмейәсәк
       - Йәштәр һаны кәмемәйәсәк.
       - Алты һаҡсы уйынына күсергә теләмәйһегеҙме Әлеге ваҡытт а Цулыгин һәм Плотников йәрәхәт алыу сәбәпле уйнамай бит.
       - Дүрт парҙа уйнай башлайбыҙ, артабан - ҡарарбыҙ.
       - Яңы тренерҙар алырға уйламайһығыҙмы
       - Юҡ. Герсонский һәм Сафин ҡаласаҡ.
       - Команданың уйын стилендә нимәне үҙгәртергә йыйыһанығыҙ
       - Өлгәшелгәндәрҙе емермәҫкә тырышасаҡмын.
       Әлеге ваҡытта төп һорау - ни өсөн Рафаил Ишмәтовты алдыла р Команда, тейеш булыуынса, "һигеҙ" иҫәбендә. Коллективтың үҙ йөҙө бар. Яҡшы матчтарҙа "юлаевсыларҙың" уйынын ҡарау - ү Ге бер байрам. Суперлига буйынса башҡа командаларҙың күпселе ге, бөтәһе лә булмаһа әле, "Салауат Юлаевҡа" ҡаршы уйнарға ҡурҡып тора. Өфө командаһының "Динамо" һәм Магниготогорск "М еталлургын" еңгәндән һуң көйәрмәндәр үҙ командаһы өсөн
       тағы ла юғарыраҡ урындар тураһында хыяллана башланы.
       Быларҙың барыһы ла Ишмәтов - Герсонский - Сафин яулаған ҡаҙаныштар. Ә ҡыйбатлы булмаған, әммә талантлы уйынсыларҙы А лександр Меркулов йыйҙы. Һәм ни өсөн миҙгел уртаһында
       нимәнелер алмаштырырға кәрәк булды һуң
       Ишмәтовты сәләмәтлеге буйынса бушаттылармы Быға ла
       ышаныуы ҡыйын. 20 ноябрҙә остаз кардиоүҙәктән сыға һәм, беҙҙеңсә, тағы ла баш тренер эшенә тотона алыр ине.
       Әммә барыһы ла ҡурҡып көткән хәл төштә түгел, өндә бул ды. Сергей Николаев менән булған тарих ҡабатлана. Хәтергә төшөрһәк, тренер алмашынғандан һуң Өфөлә ғәҙәттә еңелеүҙәр, "Салауат Юлаевтың" турнир таблицаһында түбәнәйеүе, һәм тағы ла клубтың генераль директоры алмашыныуы башлана.
       Хәҙер команданың хәл - торошона күсәйек. "Салауат Юлаев" дүрт уйынсыға "байыны". Команданы ике һөжүмсе - Денис Метлюк һәм Александр Нестеров тулыландырҙы. "Лада" менән
       уйнап көмөш миҙал яулаусы оборона оҫтаһы Александр Яханов Ө фөгә әйләнеп ҡайтты - ул артабан да үҙе өйрәнгән 26 - сы һан
       аҫтында уйнаясаҡ. Шулай уҡ Омск мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе
       Вячеслав Белов команда менән килешеү төҙөнө.
       Яңы егеттәр менән һөйләшмәйенсә түҙә алманыҡ, әлбиттә.
       Александр Нестеров:
       - Мин "Ладаға" 12 сезон бирҙем һәм унда эштәр яҡшы барыуын теләйем. Әммә хоккей менән араны өҙөргә йыйынмайым - тағы ла уйнау хаҡында хыялланам. Әгәр барыһы ла
       яҡшы булһа, киләһе йылға ла ҡаласаҡмын.
       Денис Метлюк:
       - Минең "Салауат Юлаевтан" китеүемдең сәбәбе тренер Серге й Николаевҡа оҡшап етмәүемдә. "Себерҙә" лә үҙемде таба алманым. Әммә мине унан ҡыуып сығармауҙарын билдәләйем. Бары тик Сергей Михалев бында саҡырҙы һәм мин ҙур теләк менән риза булдым. "Себерҙән" ебәрҙеләр, көсләп тота алмайҙар бит инде. Әлегә мин барыһынан да ҡәнәғәт.
       Күнекмәлә Денис Хлыстов, Алексей Крутиков, Николай Цулыги н һәм Дмитрий Макаров ҡатнашманы. Беҙгә Денистың ҡулын һындырыуы, Алексейға операция эшләүҙәре мәғлүм булды. Цулыгин элеккесә һеңере тартылыуы арҡаһында уйнамай, өлкән Макаров мейе һелкенеүе сәбәпле аҙна аҙағына тиклем дауаханала ятасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал