6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Нарком Семашконы онотмайҙар
16.11.05


       РСФСР - ҙың һаулыҡ һаҡлау буйынса тәүге халыҡ комиссары , талантлы врач һәм ғалим Николай Александрович Семашко
       ( 1874 йылдың 20 сентябрендә тыуа - 1949 йылдың 15 сентябрендә вафат була) был вазифала13 йыл эшләй.
       Әле Граждандар һуғышы йылдарында уҡ Николай Семашко Башҡортостанда медицина эшен күҙәтеп бара. 1919 йылдың көҙөндә Өфө губернаһының революция комитетынан ошондай йөкмәткеле телеграмма килә: " Сабыртма тиф эпидемияһы ҙур тиҙлек менән тарала. Ауырыуҙар һаны 16 меңдән артты. Көн дә
       яңылары килә. Ҡулыбыҙҙан килгәнен эшләйбеҙ..."
       24 октябрҙә Семашко оборона Советы ултырышында күрелгән с аралар, улар иҫәбендә Бәләбәйҙә махсус санитар ҡаласығы
       ойошторолоуы тураһында һөйләй. Сабыртма тиф ауырыуына ҡаршы көрәште етәкләүсе Н. А. Реске адресына яҙған хатында Семашко: "Өфө ҡалаһы һәм губернаһында санитар хәлдең
       хәүефле булыуы сәбәпле, һеҙгә Орел врачтары отрядын ебәрәм. .." - тип хәбәр итә. 1920 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡҡа
       сираттағы медицина персоналы, мунса һәм дезинфекция отрядтары йүнәлтелә. Хөкүмәттең ярҙамы бик ваҡытлы була. Тиф
       эпидемияһы шунда уҡ кәмей. Тик был йылда уңыш хөрт була, халыҡ астан ҡырыла. Һәм Николай Семашконың инициативаһы буйынса республикаға ярҙам күрһәтеү ойошторола.
       1929 йылдың мартында БАССР - ҙың юбилейына арналған
       тантаналар үтә. Николай Семашко " Алтынсы Бөтә башҡорт Советтары съезына, Башҡортостанда социалистик төҙөлөштөң юғары етәксеһенә - Советтарҙың юбилей съезына ялҡынлы сәләм
       ебәрәм. Икенсе ун йыллыҡ Башҡортостанды артабан да мәҙәни һ әм хужалыҡ еңеүҙәренә килтерһен!" тигән йөкмәткеле телеграмма һуға.
       1931 йылда уның туранан - тура ҡатнашлығында Өфөлә Башҡорт медицина университеты асыу тураһында ҡарар ҡабул
       ителә. 32 - се йылда ул үҙ эшен башлай һәм тиҫтәләрсә мең
       квалификациялы табиптар әҙерләп сығара.
       Өфөгә Николай Александрович беренсе Мәскәү медицина институты профессоры булараҡ килә. 1941 йылдың октябрь айында ул институт менән бергә эвакуациялана һәм 26 октябрҙә
       Өфөгә килә. Уға был ваҡытта 68 - се йәш бара. Әммә професс ор шунда уҡ әүҙем эшмәкәрлек башлай. Уның ярҙамында госпиталдәр барлыҡҡа килә, медицина хеҙмәтләндереүендәге етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Эвакуацияланған балаларға медицина
       ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡиммәтле кәңәштәр бирә. Һуғыш
       инвалидтарын эшкә урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарыла,
       ярҙамсы хужалыҡтар, баҡсалар барлыҡҡа килә... Семашко врачтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре алдында йыш ҡына доклад һ әм лекциялар менән сығыш яһай. Эвакуацияланған институтта
       педагогик эш алып бара, урындағы врачтарҙың
       квалификацияһын күтәрергә ярҙам итә. Өфөлә Семашко 1942
       йылдың алтынсы мартына тиклем була. Мединституттың бөгөнгө икенсе дөйөм ятағында йәшәй, ижади эш менән шөғөлләнә, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһында эшләй.
       1974 йылдың сентябрь айында Николай Семашконың тыуыуына 1 00 йыл тулды. 19 сентябрҙә медицина институты студенттары
       һәм уҡытыусылары, йәмәғәтселек вәкилдәре вуз стеналары эргәһендә йыйыла. Биология корпусы бинаһында рус һәм башҡорт телдәрендә мемориаль таҡта асыу тантанаһы үтә. Уларҙа түбәндәге һүҙҙәр уйылып яҙылған: "1941 - 42 йылдарҙа
       ВЛКСМ - дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт медицина институтында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау эшен
       ойоштроусы Николай Александрович Семашко эшләне".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал