6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Янғын һүндереүселәр Батырлыҡ орденына лайыҡ булды
16.11.05


       Өфөнөң "Лидо" ресторанында сыҡҡан янғынды һүндереү
       ваҡытында һәләк булған янғын һүндереүселәр Виктор Верниковский һәм Дамир Хөснөтдинов Батырлыҡ ордены менән наг радланды. Улар һәләк булғандан һуң ике йыл үткәс, Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйҙы.
       Октябрь проспектында "Лидо" күңел асыу комплексында янғын
       2003 йылдың декабрь айында сыҡты. Утҡа ҡаршы көрәшкә ҡаланың барлыҡ янғын һүндереүсе частәре йәлеп ителде. 200 квадрат метр тирәһе майҙанда бер ҡатлы бильярд уйнау бинаһын ут ялмаған, ресторандың төп бинаһына күсергә лә күп ҡалмаған.
       "Лидо" рестораны һаҡсыһы ут ҡаплаған бинала кешеләр ҡалыуы тураһында әйткәс, ҡарауыл начальнигы вазифаһын башҡарыусы өлкән прапорщик Виктор Верниковский Дамир
       Хөснөтдинов һәм тағы бер ҡотҡарыусы менән эскә ташлана. Көтмәгәндә яңғыраған шартлау тауышы уларҙы аяҡтан йыға. Ҡапыл температура күтәрелә, ялҡын көсәйә. Виктор
       Верниковский рация аша ярҙам һорай башлай.
       Ярҙамға ташланған ҡотҡарыусыларға улар эргәһенә шыуышып барырға тура килә, ҡалын төтөн пәрҙәһе аша иптәштәрен эҙләй башлайҙар. Шартлау һөҙөмтәһендә төрлө яҡҡа ташланған мебель дә хәрәкәт итергә ҡамасаулай. Башта Виктор һәм уның иптәше табыла. 40 йәшлек Верниковскийҙы тапҡанда ул тере була әле, тик тиҙҙән уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Бәлиғ булмаған ике малай атайһыҙ ҡала. Дамирҙы төтөн эсенән сығарғанда 25 йәшлек егет инде тын алыуҙан туҡтаған була.
       Батырлыҡ орденына иң ҡыйыуҙар, үҙ йәнен аямағандар ғына лайыҡ була. Тик йыш ҡына награда хужаһын ул һәләк булғандан
       һуң таба шул...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал