6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Хроник сирлеләргә кисектергеһеҙ ярҙам
15.11.05


       Ашығып 03 номерын йыябыҙ һәм ун минуттан ишек алдына тиҙ ярҙам машинаһы килеп туҡтай. Был хеҙмәт табибына дәғүәләр еүеш ҡар өйөмө кеүек үҫә: ваҡытында килеп етмәне, ишек төбөндә аяҡ кейемен һалманы, бысраҡ итектәре менән балаҫты
       тапап үтте, ярҙамы ла шул тиклем генә - ҡан баҫымын үлсәне лә, ниндәйҙер таблеткалар яҙып ҡалдырҙы. Үткәнендә биргән "төймәләренең" дә бер ниндәй файҙаһы теймәне.
       - Беҙҙең дә ауырыуҙарға ҡарата дәғүәләребеҙ етерлек , - т и
       "Тиҙ медицина ярҙамы" станцияһының баш врачы Марат
       Йыһаншин. - Тиҙ ярҙам машиналары һанының сикле булыуын беләһегеҙ. Һәм, мәҫәлән, быума сиренән яфаланған баланың әсәһе нисек кенә үтенеп саҡырмаһын, йәки инфаркт йыҡҡан
       атаның улы истерикаға бирелеп ҡысҡырмаһын, беҙ уларға
       килә алмайбыҙ, машина юҡ, тип яуапларға мәжбүрбеҙ. Ғәҙелме был Юҡ, әлбиттә! Был нәмәнән шулай килеп сыға: осраҡтарҙың 30 процентында беҙ хроник ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ - ниңә бында сәнсеүен, башҡа ере ауыртыуын билдәләйбеҙ. Ғәмәлдә иһә беҙ бының менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Ҡыуанысҡа ҡаршы, тиҙ ярҙамды ике өлөшкә - кисектергеһеҙ һәм
       медицина структураһына бүлеү тураһындағы мәсьәлә яңылыҡ түгел һәм күптән тикшерелә.
       "Башинформ" агентлығына йыйылған журанлистарға Марат Миҙхәт улы үҙе ҡатнашҡан бөтә Рәсәй тиҙ ярҙам врачтары съезы
       тураһында һөйләне. Съезд сиктәрендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендәге координация советының тәүге ултырышы үткән, унда бөтә Рәсәйҙән 14 - 15 белгес инә. Башҡа һорауҙар менән бер рәттән иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көтөлгән үҙгәрештәр тураһында ла һүҙ
       алып барыла. Эйе, беренсел звено врачтарына эш хаҡын арттырыуҙан тыш, тиҙ ярҙам врачтарына лә хеҙмәт хаҡын арттырыу көтөлә. Эйе, Рәсәй буйынса 6060 тиҙ ярҙам машинаһы һатып алыу планлаштырыла, тимәк, Башҡортостандың өлөшөнә 1 00 - 120 тирәһе машина тейеш. Әммә был һорауҙарҙан тыш,
       советта ҡатнашыусыларҙың фекере буйынса, кисектергеһеҙ
       ярҙамдың тиҙ ярҙамдан айырылыуы ла бик мөһим.
       - Тәү ҡарашҡа был ике төшөнсә бер - береһенән артыҡ айырылмаған кеүек. Шулай ҙа һүҙ бында төрлө хеҙмәттәр
       тураһында бара, - тип хәбәр итте агентлыҡ ҡунағы. - Тиҙ ярҙ ам
       пациенттың ғүмеренә һәм һаулығына туранан - тура хәүеф янағанда, йәғни тиҙ арала ярҙам күрһәтергә кәрәк булғанда эшләй. Кисектергеһеҙ ярҙам - бик үк уңышлы исем түгел, сөнки
       был хеҙмәт тиҙ ярҙам кәрәкмәгән осраҡта әүҙемлек күрһәтә. "Неотложка" хроник ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндерә һәм саҡырыу
       ваҡытынан алып улар килеп еткәнсе бер - өс сәғәт ваҡыт үтеү е
       мөмкин. Был хеҙмәт табибы үҙ сирлеләрен, уларҙың үҙенсәлектәрен белергә тейеш. Әйтелгән ауырыуҙарҙы стационарға һалыу өсөн сәбәп юҡ, әммә улар, ғәҙәттә, йортта
       дауалауға мохтаж.
       Марат Йыһаншиндың һүҙҙәре буйынса, тиҙ һәм кисектергеһеҙ ярҙамды айырыу тураһындағы приказ әлегә проектта ғына, әммә тиҙ арала уға ҡул ҡуйылыуы мөмкин. Реформа башҡа үҙгәрештәрҙе лә күҙаллай, уларҙың береһе - врач бригадаларын
       аҡрынлап фельдшерҙар менән алмаштырыу. Һүҙ төрлө юл - транспорт һәм башҡа төрлө аварияларға сығыусы реанимация, кардиология, неврология, психиатрия бригадалары тураһында
       бара.
       Фельдшер бригадаларының хеҙмәтләндереүе түләүле, әммә шул уҡ ваҡытта улар юғары квалификациялы медицина ярҙамы
       күрһәтә. Иң арзан фельдшер бригадаһын саҡыртыу пациентҡа
       сәғәтенә 500 - 550 һумға төшә, иң ҡыйбат реанимация бригадаһы 1050 - 1100 һәм унан күберәк тора. Тиҙ медицина ярҙамына килгәндә, ул һәр ваҡыт бушлай булды һәм буласаҡ.
       Һәр хәлдә врачтар шулай вәғәҙә итә.
       Түләүле медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһенә килгәндә, Өфөлә
       ул үҫешмәгән, Мәскәү һәм Санкт - Петербург кеүек ҡалалар менән сағыштырып булмай. Унда күптән инде түләүле альтернатив тиҙ ярҙам барлыҡҡа килде. Халыҡ кемгә мөрәжәғәт итергә икәнлеген үҙе хәл итә. Өфөлә иһә бындай хеҙмәт юҡ һәм
       әлегә көтөлмәй ҙә - халыҡтың түләү һәләте түбәнерәк.
       - Әммә Өфөнөң тиҙ ярҙам врачтары кимәле иң юғарыларҙың
       береһе булыуын оноторға кәрәкмәй, - тип хәтергә төшөрә "Тиҙ медицина ярҙамы" станцияһының баш врачы. - Хәйер, ярайһы уҡ
       яҡшы эш хаҡы булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр етешмәй - ни бары 47 процентҡа комплектланған. Әммә беҙ барлыҡ эш күләмен арттырып үтәү иҫәбенә башҡарабыҙ. Көндөҙ линияға 90
       - ға яҡын, төнөн - 96 - ға тиклем бригада сыға. Бер бригада тәүлегенә 14 - кә яҡын саҡырыу буйынса бара. Яҡын арала тиҙ
       һәм кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәттәре барлыҡҡа килер һәм беҙ тик үҙ эшебеҙҙе генә башҡарырбыҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал