6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Дуҫлыҡ ептәре нығый
15.11.05


       Пина Ким - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт
       академияһының беренсе курс студенткаһы, уҡыуын тамамлағас, Башҡортостандың баш ҡалаһында һөнәри эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тураһында уйлай. Өфөлә миңә бик оҡшай, ти Корея ҡыҙы.
       - Бында хәҙер минең дуҫтарым күбәйҙе, һәм мин уларҙан
       айырылырға теләмәйем. Өҫтәүенә миңә беҙҙең академия уҡытыусылары ла бик оҡшай. Улар мине күп нәмәгә өйрәтәсәгенә
       иманым камил.
       Корея Республикаһынан килгән студенттар сәнғәт академияһы нда махсус фортепиано һәм вокал сәнғәте кафедраһында тәүге йыл ғына белем алмай. Был йүнәлештә "беренсе ҡарлуғастың" исеме Ю Джин, ул быйыл ҡулына дәүләт дипломы аласаҡ.
       Ю Джин һәм Кореяның башҡа артистары сығышы Өфө тамашасыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу, ә уҡытыусыларҙа - был ил менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙырҙы. Шуға күрә быйыл а вгуст айында академия делегацияһы илдәр араһында мәҙәни аралашыу сиктәрендә Көньяҡ Кореяла булып ҡайтты. Сәфәр һөҙөмтәһе булып Массана ҡалаһында Чанг Чин колледжы менән иж ади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу торҙо. Килешеү академия өсөн фән һәм педагогика өлкәһендә үҙ - ара
       мәҙәни бәйләнеш перспективаһын аса.
       Килешеүгә йома көнө кис академияның конференция залында ҡ ул ҡуйылды. Документ мәҙәни үҙәктен генераль директоры Ли Донг Ук әфәнде һәм сәнғәт академияһы ректоры, филология фәндәре докторы Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың ҡултамғалары менән нығытылды.
       Хеҙмәттәшлек программаһы мәғариф, ижад һәм ғилми өлкәне үә эсенә ала. Көньяҡ Корея студенттары академияла уҡып дәүлә т дипломына эйә була ала. Был илдең колледж һәм университет
       уҡытыусылары квалификацияһын арттырып дәүләт танытмаһы алыу мөмкинселегенә эйә.
       Шул уҡ ваҡытта беҙҙең уҡытыусылар Корея Республикаһына
       колледж һәм университет студенттары менән эшләү,
       консультациялар, мастер - кластар ойоштороу өсөн бара ала.
       Үҙ - ара сәфәрҙәр уртаҡ ғилми - ғәмәри конференциялар, во кал сәнғәте буйынса башҡарыусылар конкурстары үткәрергә
       мөмкинселек бирәсәк.
       - Килешеүгә ҡул ҡуйып беҙ, беренсе сиратта, сәнғәт кешелә ре өсөн ҙур эш эшләнек, - ти Ли Донг Ук. - Аралашыу уларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға, киләсәктә Башҡортостан һәм Көньяҡ Корея араһында дуҫлыҡ йәмғиәте төҙөргә мөмкинселек б ирер тип ышанам.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал