6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Суперкомандаға ҡаршы көрәш уҙҙы
15.11.05


       Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" командаһы үҙ майҙанында б ик көслө төркөм - "Динамо" (Мәскәү) супеклубына ҡаршы
       ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ матч үткәрҙе. Ҡатмарлы уйында хужалар тәжрибәле ҡунаҡтарға бишенсе партияла ғына биреште -
       13 : 15, һәм партиялар буйынса 2 : 3. Уйын көсөргәнешле бу лды. Һәр "нефтсе" Рәсәйҙә генә түгел, дөйөм волейбол донъяһы нда иң көслөләрҙән һаналған команда менән осрашыу ваҡытында үҙен тейешлесә күрһәтеп ҡалырға тырышты. Айырыуса был кистә Тарас Хтей һәм Максим Терешин "осоп йөрөнө" - был егеттәр үткән миҙгелдә нәҡ "Динамо" яғында уйнағайны, хәҙер иһә баш
       ҡала командаһына улар кәрәкмәй. Составында Рәсәй милли йыйылма командаһы кимәлендәге уйынсылар өсөн дә урын булмаған коллективтың ни тиклем көслө булыуын күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ!
       Матчты ҡарарға бик күп көйәрмәндәр йыйылды - башланырға
       бер сәғәт ваҡыт ҡалғанда залда бер буш урын да юҡ ине. Осрашыу ваҡытында халыҡ иҙәндә, тәҙрә төптәрендә, кем ҡайҙа урын таба, шунда ултырҙы. "Нефтяник Башкортостана" спорт комплексы бер юлы был тиклем волейбол һөйөүселәрҙе һыйҙырғаны юҡ ине әле, буғай.
       Беренсе партияла хужалар командаһы алға сыҡты, артабан уларҙы мәскәүҙәр алмаштырҙы, әммә был өлөштөң аҙағына өфөлөләр ышаныслы еңеү яулауға иреште, 25 : 20. "Динамолар" тиҙ генә үҙҙәрен ҡулға ала һәм киләһе партияла 25 : 21 иҫәбе менән еңә. Өсөнсө сетта шулай уҡ баш ҡала командаһы егеттәре
       отто. Һөжүмдә алмашҡа сыҡҡан Корнеевтың үҙен бик ышаныслы т отоуын айырым билдәләргә кәрәктер, 25 : 19 һәм мәскәүҙәр
       алға ынтыла - 2 : 1.
       Дүртенсе өлөш башында "динамолар" мәрәй буйынса алда бара - 4 : 1. Әммә шул ваҡыт хужалар йоҡонан уянғандай була
       һәм ҡунаҡтарға бирешмәйенсә көрәште аҙағына еткерәләр. Шулай ҙа мәскәүҙәр иҫәпте тигеҙләй - легионер Матей Казийский үҙ командаһын ҡотҡара - 23 : 24. Тик ошо мәлдә Хт ей ышаныслы һәм ҡабатланмаҫ һөжүм яһай - 25 : 23 һәм партиял ар буйынса иҫәп 2 : 2.
       Хәл иткес сетта өфөлөләр шунда уҡ үҙҙәренең өҫтөнлөгөн
       тәьмин итә (2 : 0), әммә уны һаҡлап ҡалдыра алмай, 6 : 8 иҫәбендә техник тәнәфескә китә. Артабан "нефтселәр" ғәфү ителмәҫлек хаталар ебәрә башлай һәм иҫәптәге айырма арта бара. Матч аҙағында башҡорт волейболсылары мөғжизә
       күрһәтергә маташып ҡарай, әммә теләктәренә өлгәшә алмайҙар.
       Семен Полтавскийҙың теүәл һөжүме - һәм мәскәүҙәр еңеүен белдереп ҡулдарын өҫкә күтәрә: 15 : 13 һәм 3 : 2. "Динамо" еңел һулап ҡуя. Нефтселәр лайыҡлы еңелә һәм көйәрмәндәргә
       үҙҙәренең булдыҡлылығын тағы бер тапҡыр раҫлай.
       Алда "Нефтяник Башкортостана" командаһын ҡатмарлы уйындар серияһы көтә: үҙ стеналарында "Локомотив - Белогорье " менән осрашыу, артабан тағы ла "Динамо", тик был юлы осрашыу урыны - Мәскәү, һуңынан Өфөгә Ҡазан "Динамоһы" киләсәк, яңы йылдан һуң - "Искра" (Одинцово) менән уйын көтә . Рәсәй волейболы йондоҙҙарының тулы бер коллекцияһы! Мәскәү
       суперклубы менән осрашҡанға тиклем был көслө командаларҙы еңеү "нефтселәр" өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек тойола ине,
       әммә һуңғы осрашыуҙа өфөлөләр күрһәткән уйындан һуң
       Рәсәй суперлигаһында Башҡортостандың иң көслө командаһы
       ҡаршы тора алмаҫлыҡ команда булмауы аңлашылды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал