6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Мин яратам һине, тормош!"
15.11.05


       Беҙҙең мөхәрририәттә "Кем Моисеевтың концертына бара" тигән һорау яңғырағас, яуап итеп кемдер оялып ҡына хихылдап
       ҡуйҙы һәм барыһы ла берҙәм рәүештә компьютерҙарына текәлде. Ә мин Борис Моисеевты күренекле артист тип иҫәпләйем, шуға күрә ҙур теләк менән уның концертына барасағымды белдерҙем. Тик шулай ҙа бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо бар ине - "Өфө уттары" залы ысынлап та был юлы ошондай, нисегерәк итеп әйтергә икән, һм, үҙенсәлекле кешеләрҙең осрашыу урыны булып ҡуйһа...
       Әммә концерт залының фойеһына барып ингәс еңел һулап ҡуйғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым - киске күлдәктәрҙәге ханымдар, ҙур булмаған компаниялар, ирле - ҡатынлылар ҙа күренә. Билет
       хаҡын бер ҙә арзан тип әйтеп булмай, шулай ҙа залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Һәм концертҡа килеүселәр хаталанмаған. Концерттан алған дөйөм тәьҫорат - юғары профессионализм. Барыһы ла иң юғары кимәлдә булды. Беренсенән, тамашасыға ҡарата ихтирам тойғоһон дәлилләүсе теүәллек. Концерт ғәҙәттә артыҡ билдәле булмаған артистар ҙа үҙҙәренә рөхсәт иткән ярт ы сәғәткә һуңлауһыҙ башланды. Икенсенән, теп - теүәл бер сәғ әт
       45 минут дауамында сығыш яһаусылар тамашасылар менән аралаша, һәм ул бер секундҡа ла туҡталып тормай. Шоу - балет
       ҡоторонҡо ритмда бейей, һәр бер хәрәкәт теүәл башҡарыла. Өсөнсөнән, тиҫтәләгән бик матур костюмдар, бейеүселәр уларҙы
       ҡайһы арала алмаштырып өлгөрәлер - башҡа һыйырлыҡ түгел. Һәм, әлбиттә, концерт геройы үҙе - Борис Моисеев. Кис буйы,
       башынан аҙағына тиклем ул - сәхнәлә. Йырлай, аралаша, шаяр а, үҙенең тормошҡа ҡарашын залға еткерергә тырыша.
       - Хәйерле кис, Өфө! Ҡалағыҙ бына тигән, мин бында йәшәргә теләр инем! Бигерәк матурһығыҙ бөгөн... Минең кеүек! - Һәм Боряның һәр кемгә таныш асыҡ йылмайыуы.
       Сығыштың төп темаһы - мөхәббәт. Сиге булмаған һөйөү.
       Мөхәббәт тураһында йырҙар, мөхәббәт тураһында бейеүҙәр. Уға
       бик күп гөлләмәләр бүләк ителде. Тик шулай ҙа ваҡыты менән зал артистың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып тынып ҡала. Ә ул асыҡ һә м бер аҙ йәл, яҡлаусыһыҙ...
       - Боря һәйбәт! Боря һәйбәт! Мин һәйбәт! - был һүҙҙәр йән әсеүе менән һөрән һалыуҙы хәтерләтә.
       - Мин бөгөн төндә килдем. "Сығырға ашыҡма - төн, бер кем дә көтмәй, Өфөлә һиңә ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарын беләһең! " - тинеләр миңә. Ә мин "Беләм!" - тип яуап бирҙем. Шулай ҙа сыҡтым. Перронда сәскәләр тотҡан бәләкәй генә ҡыҙсыҡ тора һәм:
       - Хәйерле кис, йәғни, хәйерле иртә, Ленин ағай! - ти.
       - Мин Ленин түгел, - тип яуаплайым, - ниңә һин миңә улай тип
       өндәшәһең
       - Сөнки ул да революция эшләгән, һин дә - сексуваль (ул н әҡ шулай тип әйтте - Е. С.) революция эшләгәнһең!
       - Мин бер ниндәй ҙә революция эшләмәнем, мин уларҙы эшләй
       алмайым, мин бары тик сәхнәне, тамашасыларымды һәм бер аҙ ү ҙемде лә яратам.
       Эйе, ысын тойғо ул һәр саҡ яңғыҙлыҡ, ул - ҡыйыулыҡ. Башҡаларҙан айырылып тороу, үҙ фекереңде белдереү, үҙ гражданлыҡ позицияң булыу. Башҡаларға оҡшауы еңел - бер кем дә һиңә әйләнеп ҡарамай, мәғәнәле итеп хихылдамай. Әммә бер кем дә күрмәй...
       Моисеевтың йырҙары тойоларҙы уята. Яҡшы тойғоларҙы. Бәлки , ысынлап та, юғарыраҡ булырға, киңерәк күҙ һалырға, нескәрә к
       тоя белергә кәрәктер, тип уйлай башлайһың. Концерт аҙағына яҡынлашҡанда, ул "Мин яратам һине, тормош!" - совет заманы классикаһын йырланы. Һәм был йыр артистың сығышы темаһына шу л тиклем тап килде.
       Борис Моисеевтың йырҙарын һөйләп тороу кәрәкме Уның сығыштарын телевизорҙан күрһәтәләр, радионан әйләндерәләр. Б өгөн дә уны сәхнәнән оҙаҡ ҡына ебәрмәнеләр, бүләктәр
       бирҙеләр, ҡысҡырҙылар, сырылданылар, алҡышланылар. Ә гардеробта мин ҡыҫҡа, әммә ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙең шаһиты булдым.
       - Һиңә оҡшанымы - үҙенең тойғоларына ышанмайынса, йәш
       егет ҡыҙына шундай һорау бирә.
       - Эйе, - тип яуап бирҙе ҡыҙ кеше, һәм уның әле лә шоу тәьҫиренән сыға алмағаны һиҙелә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал