6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бөркөттәр ояһы
15.11.05


       Бөтә Рәсәйгә билдәле геолог Александр Заварицкий, юрист
       Анатолий Венедиктов, рәссам Михаил Нестеров, ғалим - медик
       Анатолий Смородинцев, СССР- ҙың халыҡ артисы Виктор Хохряков, тарихсы Петр Пекарский, яҙыусы - революционер Михаил Михайлов кеүек шәхестәрҙең исемен нәмә берләштереүе т ураһында уйлап ҡарағанығыҙ булдымы Баҡһаң, улар барыһы ла Өфөнөң малайҙар гимназияһы сығарылыусылары икән.
       Өфө гимназияһын асыу тантанаһы 1828 йылдың 11 ноябрендә була. Беренсе уҡыу йылында унда 18 кеше ҡабул ителә, йылдан - йыл гимназистар һаны арта бара: 1882 йылда, мәҫәлән, гимназияла инде 247 бала уҡый.
       Был уҡыу йортонда башлыса дворян һәм сауҙәгәр ғаиләләһенән
       сығыусылар белем ала. Башта уҡыу ваҡыты дүрт йыллыҡ була, ә
       1835 йылдан башлап ете йыл уҡыу индерелә.
       Өфөнөң малайҙар гимназияһы уҡыусыларға төплө белем бирә. Рус теле, сиркәү - славян теле һәм логика, латин һәм грек
       телдәре, география, таҙа яҙыу, француз йәки немец телдәре уҡытыла.
       Гиназия китапханаһында егерме меңдән ашыу томдар, меңдән артыҡ төрлө ҡулланмалар, минералдар коллекцияһы була,
       уҡыу йорто үҙенең өлгөлө баҡсаһы менән дан тота.
       Метереология станцияһында уҡыусылар даими рәүештә күҙәтеү а лып бара, мәғлүмәттәр урындағы гәзиттә баҫыла. 19 быуат аҙағынан гимназияла төп предметтар менән бер рәттән музыка фәне инә башлай, уҡыусылар хоры һәм оркестр ойошторола. Гимнастика, төрлө уйындар, спорт ярыштарына иғтибар бирелә.
       Йыш ҡына уҡыусыларҙың картиналар күргәҙмәһе үткәрелә.
       Бәғзе мәктәптәрҙең төшөнә лә инмәгән ошондай шарттарҙа сығарылыусыларҙың донъяға ҡарашы формалаша. Күптәре һуңынан революционер, күренекле фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре булып китә.
       Гимназияла яңылыҡтар йыш булып тора. Мәҫәоән, 1849 йылда фронт хеҙмәте тәртибенә өйрәтеү ("хәрби хеҙмәт" дәрестәре кеүегерәк) индерелә. 1851 йылда татар телен өйрәтә башлайҙар .
       Өфө малайҙар гимназияһы түләүле уҡыу йорто була: 1898 йылдан башлап унда белем алыу йылына 50 һумға тиклем барып баҫа. Әммә педогогтар советы ярлы уҡыусыларға матди ярҙам
       күрһәтә, стипендиялар билдәләй, кейем алыу өсөн бер тапҡыр
       бирелә торған пособие түләй ( 16 һумға тиклем).
       1874 йылдан башлап гимназияла университетҡа инергә ярҙам
       итеүсе йәмғиәт эшләй. Был йәмәғәт ойошмаһының бурысы гимназия сығарылыусыларына вузға ингәндә һәм уҡыуҙың
       беренсе йылында ярҙам күрһәтеүҙән тора.
       Өфөнөң малайҙар гимназияһы Октябрь революцияһына тиклем э шләй. Граждандар һуғышы йылдарында гимназистар һәм
       уҡытыусыларҙың бер өлөшө аҡтар, бер өлөшө - ҡыҙылдар яғында ҡатнаша. 1920 йыл башынан бинала икенсе мәктәп
       урынлаша, унда 600 бала белем ала. 1932 йылда мәктәп яңы урынға күсә, ә Фрунзе, 47 адресы буйынса Башҡорт медицина университеты аудиториялары урынлаша.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал