6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Рәсәйҙе нисек үҙгәртеп ҡорорға
14.11.05


       - Партия ҙур дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуға
       тотона. Был бик мөһим һәм яуаплы эш, - "Берҙәм Рәсәй" сәйәс и партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең икенсе конференцияһына төбәктең сәйәси советы секретаре Мансур Әйүпов эшлекле йүнәлеш бирҙе.
       Сираттан тыш конференция үткән көндән алып "берҙәм
       рәсәйлеләрҙең" һорауҙары байтаҡ йыйылып өлгөргән. Конференцияла урындағы 69 бүлексә, партия яҡлыларҙың төбәк
       советы ағзаларынан, республика парламентында партияның
       депутаттар берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торғ ан 213 делегат ҡатнашты. Конференция эшенә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Бугера һәм партияның Үҙәк башҡарма ко митеты вәкиле Лариса Жаркова, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров, республика Дәүләт Йыйылышы вице -
       спикеры Салауат Кусимов, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙ өлөшөн индерҙе.
       Бөгөн, Мансуп Әйүпов хәбәр итеүенсә, партия 26 ноябрҙә Красноярск ҡалаһында үтәсәк съезға әҙерләнә.
       - Съезда Дума һайлауҙарынан һуңғы эш отчеты һәм киләсәкк ә программа тураһында доклад менән партияның лидеры Борис
       Грызлов сығыш яһаясаҡ, - тип билдәләне Мансур Әйүпов. - Партия съезға илдә иң әһәмиәтле көс булараҡ бара. "Берҙәм Рәсәй" ағзалары ғына ла миллионға яҡын. Һәм бөгөн "берҙәм рәсәйлеләр" Рәсәй тормошонда партиялар роленең артыуын яҡшы аңлай.
       Шулай итеп, ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоп, "Берҙәм Рәсәй " үткән сентябрь айында Рәсәй Президенты Владмир Путин тарафынан тәҡдим ителгән милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға әҙерләнә. Партияның төбәк бүлеге Башҡортостандың пр иоритетлы социаль - иҡтисади йүнәлештәренең үҫешенә баҫым яһ аясағы аңлашыла.
       Мансур Әйүпов һәм конференция делегаттары үҙ сығыштарында халыҡҡа ни өсөн һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл
       хужалығы һәм торлаҡ төҙөү өлкәләрендә реформа кәрәклеген аңлатыу өсөн күп эш башҡарырға кәрәклеген билдәләне. Шуға
       күрә партия беренсе этапта мәғлүмәткә күп урын бирәсәген белдерә.
       "Берҙәм Рәсәй" дүрт милли проект кәрәклеге йәһәтенән
       дәүләт башлығы менән риза булыу ғына түгел, уларҙы әүҙем яҡларға ниәтләй. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалған да инд е.
       - Партияның Юғары советы ағзаһы Мортаза Рәхимов ҡушыуы
       буйынса, төбәк бүлексәһе Башҡортостанда бер нисә һауыҡтырыу объекты төҙөүҙе партия планына индерергә һәм федераль бюджеттан 200 миллион һум бүлеүгә ирешергә ниәтләй,
       - тип билдәләне Мансур Әйүпов. Бынан тыш Рәсәй кимәлендә "б ерҙәм Рәсәй" өс йыл дауамында бер миллиард һумдың
       илебеҙҙең ауыл һәм ҡалаларында 4,5 мең мәктәп автобусына әүерелеүенә өлгәште лә инде. Ә беренсе ноябрҙән башлап, Рәсәйҙә дәүләт вуздарында уҡытыусы барлыҡ фән кандидаттары һәм докторҙары, ярашлы рәүештә, өс һәм ете мең һум өҫтәмә
       ала башлаясаҡ.
       Шулай итеп, "берҙәм рәсәйлеләрҙең" һәр милли проект
       сиктәрендә үҙ тәҡдимдәре һәм эш пландары бар. Мәҫәлән, партия 2006 йылдың беренсе ғинуарынан ипотека программаларына дәүләт финанслауын арттырыу һәм ипотека кредиттарына ставканы 10 процентҡа кәметеү тураһында һүҙ алып барасаҡ.
       Үткән конференцияла көн тәртибенең тағы бер мөһим пункты булып республиканың урындағы советтарына ике актлы һайлау йомғаҡтарын тикшереү торҙо. "Берҙәм Рәсәй" тәүге тапҡыр һайлау кампанияһында күмәк һанда ҡатнашты, партияның 15 меңдән ашыу ағзаһы һәм партия яҡлылар депутатлыҡҡа кандидат булыуын, территориаль һайлау комиссияларына ағза йәки
       күҙәтеүсе булып инеүен әйтеү ҙә етә. Партияға зарланыуы гөн аһ: партия билетына эйә булған һәм уның яҡлы 1165 кеше
       Башҡортостан муниципаль берәмектәренең вәкиллек органдары д епутаттары итеп һайланды.
       Ғөмүмән, "Берҙәм Рәсәйҙең" республикала бөгөнгө көнгә би к яҡшы һөҙөмтәләр менән килеүен билдәләргә кәрәк: төбәк бүлексәһендә 18353 партия ағзаһы иҫәпләнә. Бына БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров та үҙ сығышында республика башлығының сәләмен еткерҙе һәм уның "Бе рҙәм Рәсәйҙе" "республиканың әйҙәүсе сәйәси көсө" тип атауын белдерҙе.
       Конференция аҙағына "берҙәм Рәсәйҙең" алтынсы съезына
       делегаттар исемлеге яңғыраны. Уставҡа ярашлы, партияның етәксе органдары ағзалары - Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Думаһы депутаттары Мансур Әйүпов, Зәйнулла Б агишаев, Михаил Бугера, Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин съезд делегаттары булып тора. Конференция ете делегат һайланы, улар БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе К остантин Толкачев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының хакимиәт башлығы Сп артак Әхмәтов, "Башҡорт троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Владимир Барсуков, Белорет ҡала советы рәйесе Евгений Карепанов, "Алексеевский" совхозы
       директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Евгений Майстренко, БР машина төҙөүселәре профсоюзының республика ко митеты вәкиле Валентина Маслова, Башҡорт сауҙа - сәнәғәт берлеге идараһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай
       депутаты Андрей Назаров.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал