6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Мортаза Рәхимов - милиционерҙарға: халыҡ ышанысының ҡәҙерен белергә кәрәк!
14.11.05


       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов милиционерҙарҙы һөн әри байрамдары менән ҡотланы. Республика етәкселеге
       ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтте.
       - Юғары профессионализм, фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәт, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тоғролоҡ - һеҙ намыҫ менән хеҙмәт иткәндә таянырға тейешле
       нигеҙ, - тине республика башлығы Эске эштәр министрлығы
       хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. - Беҙҙең милиция үҙ бурысын
       ышаныслы башҡарыуына дәлил - ул Башҡортостанда хоҡуҡ һаҡлау кимәле күрһәткестәре. Республикала енәйәтселек кимәле
       - нәҡ ул йәмғиәттең криминаллашыуын сағылдырыусы көҙгө ролен үтәй - Волга буйы федераль округында ла, тотош Рәсәй
       буйынса ла иң был һан иң түбәндәрҙең береһе.
       Милиция көнөндә Мортаза Рәхимов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Беренсе булып Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын
       республиканың эске эштәр министры Рафаил Диваев алды.
       - Рафаил Үзбәк улы яҡшы ойоштороу һәләттәренә эйә, принципиаль, оператив - хеҙмәт бурыстарын хәл итеүҙә иң
       мөһимен билдәләй һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белә, - тип
       билдәләне Президент. - Ул министрлыҡтың барлыҡ хеҙмәттәренең эшенә юғары кимәлдә етәкселек итә, составтың
       көсөн профессиональ рәүештә енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә,
       йәмәғәт тәртибен һаҡлауға һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә
       йүнәлтә.
       Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән шулай уҡ БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге власть органдары объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡ начальнигы Рифат
       Заһиҙуллин лайыҡ булды. Был яуаплы вазифаға ул милицияның иң юғары әҙерлекле хеҙмткәрҙәренең береһе булараҡ билдәләнгәйне.
       Республика эске эштәр министрлығының айырым тәғәйенләнеш м илицияһы отрядының өлкән оперуполномоченныйы Олег Иванов икенсе дәрәжәләге "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн"
       ордены миҙалы менән наградланды. Чечняла ул ҡораллы отрядтарҙы асыҡлау буйынса саралар үткәреүҙә, Чечен Республикаһының Һайлау комиссияһы ағзаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә әүҙем ҡатнашты.
       Республика Эске эштәр министрлығының айырым тәғәйенләнеш милицияһы отрядының өлкән оперуполномоченныйы Азат Зарипов та ошондай уҡ наградаға
       лайыҡлы булды. Чечняла командировкала булыу ваҡытында ул составты матди һәм техник средстволар менән тәьмин итеү,
       ваҡытлыса урынлашыу пункттарын инженер - оборона ҡоролмалары менән йыһазландырыу буйынса эш башҡара. Шартлау хәүефе булған предметтарҙы эҙләү һәм
       зарарһыҙландырыу буйынса үткәрелгән махсус операцияларҙа
       ҡатнаша.
       Орджоникидзе районы эске эштәр буйынса идаралығынан
       патруль - пост хеҙмәтенең рота командиры урынбаҫары Серге й Ровенский "Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы өлгөлө хеҙмәте өсөн " миҙалы менән наградланды. Чечня Республикаһында ул бер нис ә тапҡыр махсус бурыстар башҡара. Уның ҡатнашлығында боеприпастар йәшерелгән өс урын табыла һәм юҡҡа сығарыла.
       - Биш меңдән ашыу башҡорт милиционеры Чечняның ҡаты һынауҙар мәктәбе аша үтте, - тип билдәләне үҙенең сығышында БР эске эштәр министры Рафаил Диваев. - Бөгөн дә беҙҙең ике
       йөҙләгән егет унда хеҙмәт итә. Чечняла хеҙмәт иткәндә
       күрһәткән батырлыҡтары өсөн республика эске эштәр
       министрлығының 900 - ҙән ашыу хеҙмәткәре юғары наградаларға
       лайыҡ булды.
       Эске эштәр буйынса район бүлегенә етәкселек итеүсе өс
       кешегә һәм эске эштәр министрлығының ике бүлек
       начальнигына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы" тигән исем бирелде.
       - Һәр милиционер граждандарҙың ышаныслы һаҡсыһы, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшсе булырға тейеш, - тине БР Президенты. - Беҙ милиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри кимәленә һәм әхлаҡи йөҙөнә талаптар артыуын, үҙ рәттәренең таҙалығы өсөн көрәшеүен хуплайбыҙ. Эске эштәр органдары өсөн иң объектив баһа - халыҡ ышанысы. Уның ҡәҙерен белергә кәрәк!
       Башҡортостан халҡы һеҙҙән һәр ваҡыт ярҙам һәм яҡлау алыуына ышанырға тейеш.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал