6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Өфөлөләр милиция хеҙмәте тураһында нимә уйлай
14.11.05


       Таныш милиционерҙарығыҙҙы ҡотларға һуң түгел әле - кисә улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. 10 ноябрь датаһын водителдәргә һәм, ғөмүмән, барыһына ла хәтерҙә ҡалдырыу
       файҙаға булыр ине, берәй хәл була ҡалһа, "Әйткәндәй, байрам менән һеҙҙе" тип тәртип һаҡсыһын йомшартырға ла була бит.
       "Йомшартырһың уларҙы!" - тип ҡуйыр кемдер әсе йылмайып. Һәм ундайҙар аҙ түгел - Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр,
       идаралыҡ һәм практика институтының социология
       лабораторияһы үткәргән һорашыуҙар ошоно күрһәтә.
       Шулай итеп, үткәрелгән тикшереүҙәргә ярашлы, Өфө
       ҡалаһында йәшәүселәрҙең ни бары 43,6 проценты ҡалала хоҡуҡ һаҡлау торошон ҡәнәғәтләнерлек тип таба. Һәм был һан
       енәйәтселектең реаль кимәле һәм милиция эшенең рәсми
       күрһәткестәре буйынса формалашмаған, ти белгестәр. Бында киң мәғлүмәт саралараның роле ҙур. Һорау бирелгәндәрҙең 90
       проценты милиция эше тураһында беренсе сиратта киң
       мәғлүмәт сараларынан белеүҙәрен әйтә. 41,9 проценты эске эштәр органдарының эше тураһында шәхси тәжрибәһенә таянып фе кер йөрөтә. Дөйөм алғанда, граждандарҙың милиция эше
       хаҡында хәбәрҙар булыуы йылдан - йыл арта бара. 2003 йылда
       енәйәтселекте иҫкәртеү саралары тураһында өфөлөләрҙең 42,7 проценты белмәһә, әлеге ваҡытта был һан 36, 5 процент тәшкил
       итә. Йәғни ҡала халҡының өстән ике өлөшө милиция эшен ниндәйҙер кимәлдә күҙ алдына килтерә.
       Өфөлөләр үҙҙәренең хоҡуҡи йәһәттән барыһын да белеп бөтмәүен таный. Был турала респонденттарҙың 48,4 проценты белдерә. Өфөлөләрҙең бары ун проценты ғына үҙ белемен юғары баһалай.
       Криминал баҫым менән осрашыусыларҙың милицияла теркәлгән мәғлүмәткә ҡарағанда күберәк булыуын билдәләргә
       кәрәк. Социологик тикшереүҙәр зыян күреүсе тип атарға мөмки н булғандарҙың яртыһы ғына милицияға мөрәжәғәт итеүе
       тураһында һөйләй. Ниңә граждандар милицияға килмәй Криминал элементтарҙың үс тотоуынан ҡурҡалар, тип әйтеү
       дөрөҫ түгел - респонденттарҙың 7,5 проценты ғына был сәбәпт е мөһим тип һанай. Фаш ителеүҙән дә артыҡ ҡурҡыусы юҡ ( 11, 3
       процент). Төп сәбәп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ һаҡлау
       органдарына ышаныс булмауы. Өфөлөләрҙең 41,3 проценты
       милиционерҙарҙың ярҙам ҡулы һуҙыуына өмөт итмәй.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал