6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ишмәтов - Уганда премьер - министры буласаҡ
11.11.05


       Ошо көндәрҙә күптәргә билдәле электрон баҫма Рафаил Ишмәтовты "Салаут Юлаев" командаһының баш тренеры
       вазифаһында Өфө командаһының бөгөнгө генераль менеджеры Сер гей Михалев алмаштырасаҡ, тигән яңылыҡ менән сығыш яһаны. Ошондай уҡ мәғлүмәт башҡа киң мәғлүмәт сараларында л а донъя күрҙе. Һәм беҙ был һорауҙы Өфө клубы вәкилдәре менән асыҡларға булдыҡ, һәм бына һөҙөмтә, уларҙың береһе лә
       тип әйтерлек бындай ҡарар тураһында бөтөнләй ишетмәгән. Ғөмүмән, кем бер үк тырмаға ике тапҡыр баҫырға теләһен Бер - ике йыл элек "Салауат Юлаевтан" Сергей Николаевты алдылар - һәм клубтың был арҡала бик күп нәмә юғалтыуы барыһына ла мәғлүм. Һәм әлеге ваҡытта был белгес тарафынан төҙөлгән
       команда һуңғы дүрт матчта бик яҡшы уйын күрһәткәндән һуң кем Ишмәтовты алмаштырыу тураһында уйлауы мөмкин
       Бөгөн барыһы ла тип әйтерлек Ишмәтов яҡлы. Уны көйәрмәндәр
       һәм журналистар хуплай, хатта ҡасандыр Рафаил Ғәзиз улына үпкә һаҡлаусы уйынсылар ҙа уны бары тик "яҡшы белгес" тип
       атай.
       Әлбиттә, Сергей Михалевҡа ла күптәр ыңғай ҡарашта. Хәйер, уға ҡаршы фекер йөрөтөүселәр төп дәлил итеп был белгес
       етәкселегендәге "Северсталь" командаһын һуңғы ике йылда ныҡ
       "биҙгәк тотоуын" килтерә. Лайыҡлы бюджеты булған Череповец командаһы ике йыл рәттән плей - офф уйындарына эләгә алманы.
       Был ике остаздың эшләү үҙенсәлектәре лә төрлө: Ишмәтов йәштәргә ышана, ә Михалев утыҙҙан үткән тәжрибәле уйынсылар менән эшләргә өйрәнгән. Тимәк, һуңғыһы Өфө командаһын үҙ
       ҡул аҫтына алһа, аҡрынлап уны үҙенсә көйләй башлаясаҡ. Практика күрһәтеүенсә, был саҡта мәрәй юғалтыуҙар көн кеүек
       асыҡ.
       Ғөмүмән, хоккей командаһы бер организм тип күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ - спортсы, һәм миҙгел уртаһында һеҙгә йөрәк те армаштырып ултыртыу буйынса операция тәҡдим итәләр. Кем
       быға риза булыр ине икән
       Публикация геройҙары үҙҙәре был турала нәмә уйлай
       Рафаил Ишмәтов, кардиоүҙәктә, дауахана койкаһында ятҡан килеш:
       - Ҡайҙа яҙғандар тиһең Барыһына ла ышанырға кәрәкмәй. Мин һинән үтенеп һорайым, иртәгә мине Угандаға премьер - минитр вазифаһында оса, тип яҙып сыҡ әле. Ә Михалев менән
       мин әле генә беҙҙең составты һәм йәштәр йыйылма командаһын комплектлау тураһында һөйләштем. Мин киләһе миҙгел аҙағына т иклем контракт төҙөгәнмен - ниндәй отставка тураһында һүҙ булыуы мөмкин
       Сергей Михалев, Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы уйынсылары ултырған автобусҡа ашығып китеп барышлай:
       - Нимә Баш тренер Рафаил Ғәзиз улы. Барлыҡ һорауҙарығыҙ
       ҙа уға.
       Александр Меркулов, үҙенең кабинетында:
       Мин бөгөн журналистарҙың береһенә шылтыратып әйттем инде,
       әгәр уларҙың гәзитендә мәҡәләләрен кире ҡағыу булмаһа,
       граждандар судына мөрәжәғәт итәсәкмен. Беҙҙең һөйләшеүгә
       өс кеше шаһит булды. Киң мәғлүмәт сараларының ҡайһы берҙәренә сенсация кәрәк - шуға күрә уйлап сығаралар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал