6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Бүрәт Республикаһында "академиктар" Хамбо - ламаның үҙен күргән
11.11.05


       28 октябрҙән 4 ноябргә тиклем Улан - Удэ ҡалаһында үткән
       "Көтөлгән яр" күсмә Халыҡ - ара театр фестивалендә ҡатнашыусыларҙың береһе лә алмаз ҡушылып эшләнгән
       оригиналь сувенирһыҙ ҡалманы. Ул Сыңғыҙ Айтматовтың билдәле повесындағы бөйөк томан тоҙағына эләккән дүрт балыҡсы - нивхты символлаштыра.
       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары бындай ҡиммәтле бүләк менән маҡтанмаҫҡа булдыра ал маны, әлбиттә. Өҫтәүенә улар ысынлап та был бүләккә лайыҡ. Б ындай алҡыштар һәм иғтибарҙы әлегә тиклем бүрәт тамашасылары бер кемгә лә бүләк итмәгәндер, моғайын. Улар
       беҙҙең артистарҙы спектакль аҙағынан да көтөп алды, иҫтәлек кә автографтар алды, күмәкләп фотографияға төштөләр. Мәскәү һәм Саха (Яҡутстан) Республикаһынан килгән тәнҡитселәр өсөн Нурлан Әбдеҡадиров ҡуйғанг "Сыңғыҙхандың һуңғы диңгеҙе"
       спектаклен ысын йыуаныс булды, тип әйтергә мөмкин.
       Валентина Чусовская, тәнҡитсе ( Яҡутстан ):
       - Башҡорт академия драма театры спектакле башҡалар
       араһында айырылып тора, уны театр эсендә театр тип атар ине м мин. Спектаклдә персонаждар һәм актерҙар араһында сик
       юйыла, актер һәм режиссерҙың оҫталығы ярылып ята.
       Туяра Бадагаева, тәнҡитсе ( Яҡутстан):
       - Фестивалдә конкурс ойошторолһа, был спектакль һис шикһ еҙ беренсе урынды яулар ине. Ул барлыҡ сараның асылына,
       нигеҙенә әйләнде. Спектакль реаль факттар күрһәтеүгә дәғүә итмәй, бында иң мөһим ваҡиғалар миф аша сағылдырыла һәм ул Сыңғыҙхан исеменә бәйле.
       Әйткәндәй, фестивалдең темаһы итеп юҡҡа ғына "Сыңғыҙхан йөҙҙәре" һайланмаған. ЮНЕСКО тарафынан меңйыллыҡ кешеһе тип
       иғлан ителгән Сыңғыҙхан империяһының барлыҡҡа килеүенә 800 йыл тулыу датаһы яҡынлаша. Юбилей уның тыуған яғы
       Монголияла 2006 йылда киң билдәләнәсәк.
       Себер һәм Алыҫ Көнсығыш театрҙарының күсмә фестивален
       ойоштороу идеяһы менән Саха (Яҡутстан) Республика министры Андрей Борисов сығыш яһаны.
       - Беҙ барыбыҙ ҙа шул тиклем күп төрлө һәм оҡшаш та, - ти Андрей Борисов. - Тыва, бүрәт, яҡут - һәр ҡайһыһы күңелендә үҙен Сыңғыҙхан быуынын дауам итеүсе итеп тоя. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Монголия милли театрҙарында был датаға арналған
       спектаклдәр күптән бара.
       Һәр театр ҙа Сыңғыҙхан образын тулыһынса сағыу итеп асты
       һәм тамашасыға еткерә алды тип әйтеүе ҡыйын. Бүрәт театры сәхнәһендә Бүрәт республика дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ
       оҫталығын күрһәте, ул "Йырсы уҡ" тигән спектакль менән сығыш яһаны. Х. Намсараев исемендәге Бүрәт дәүләт академия
       драма театры - "Сыңғыҙхан", А. Топанов исемендәге хакас милли театры - "Сыңғыҙхан мөхәббәте", Алтай милли драма театры - "Атилла", Монгол дәүләт академия театры - "Тэмуужин " һәм башҡа спектаклдәр алып килгән ине.
       Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Хөрмәтулла
       Үтәшевтың һүҙҙәре буйынса, монгол һәм бүрәттәр Сыңғыҙханға табыныуға яҡын.
       - Тамашасы башта спектаклдәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡабул итте, әммә артабан уға күңелһеҙ була башлауы һиҙелде, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша БР атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин. - Беҙҙең театр күп кенә фестивалдәрҙә ҡатнашты. Шуға күрә сағыштырып ҡарарға мөмкинселек бар. Дөрөҫөн
       әйткәндә, Бүрәт театр мәктәбе мине хайран ҡалдырманы. Бында
       20 йыл элек нисек уйнаһалар, әле лә шул уҡ дауам итә.
       Фестивалде ойоштороуға килгәндә, артистар бик ҡәнәғәт.
       - Республикала иҡтисади хәлдең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ойоштороусылар барыһын да эшләргә тырышҡан, - тип һөйләй Азат Йыһаншин. - Ғөмүмән, бындай фестивалде ойоштороу эше
       маҡтауға лайыҡ.
       Һөҙөмтәлә беҙ, мосолмандар, һәм буддизмға тыбыныусы бүрәттәр бер - беребеҙгә шаҡтай яҡынайҙыҡ. Уртаҡ яҡтарыбыҙ күп, был хатта милли аҙыҡҡа ла ҡағыла. Бүрәттәр ҙә тәмле һәм туҡлыҡлы итеп ашарға ярата.
       Килеүебеҙгә филармония директоры Бүрәт Республикаһында популяр булған "Баяр" төркөмө башҡарыуында музыкаль сюрприз әҙерләгән ине. Артистарҙың милли инструменттарҙа уйнауы күңелдәргә үтеп инә.
       Фестиваль ваҡытында Яҡутстандың халыҡ яҙыусыһы Николай
       Лугиновтың романы буйынса ҡуйылған "Сыңғыҙған бойороғо буйынса" кинофильмының эпизодтары төшөрөлдө. Унда фестивалгә килгән артистар ҡатнашты. Беҙҙекеләр ҙә ситтә ҡалманы һәм Сыңғыҙхандың яҡындары роленә кастинг үтте. Һөҙөмтәләре әлегә билдәһеҙ.
       Дацанда - Рәсәйҙең буддизм үҙәгендә булыу бҙҙең артистарҙ а бай тәьҫораттар ҡалдырҙы, әлбиттә. Бында будда тарихының мөһим ваҡиғаларына арналған сара - хуралдар, тәғлимәтте һаҡлаусы һәм яҡлаусылар - сахюусандар хөрмәтенә көндәлек
       йолалар башҡарыла. Ҡатын - ҡыҙҙарға ир - аттарҙың изге урынына инеү тыйыла. Шуға күрә театрҙың әҙәби мөхәррире Динара Кәримоваға ирҙәрҙең дацанда булып сығыуын көтөргә тура килде. Әйткәндәй, унда ир - аттарҙың барыһына ла инеү мөмкин түгел. Әммә "академиктар" был йәһәттән уңған улар Хамбо - лама - Рәсәй буддистары башлығының рөхсәтенә эйә
       була. Әйтеүҙәренсә, Хамбо - ламаны күргән һәм уға ҡағылған һәр кеше барлыҡ тормош ауырлыҡтарынан һаҡлана.
       Беҙ бөгөн һүҙ алып барған фестиваль йылына ике тапҡыр үткәрелә. 2007 йылда ул Иркутск ҡалаһында үтәсәк һәм
       Себерҙең ерле халыҡ, тәүге тапҡыр күсеп ултырыусылар һәм беҙең замандаштарыбыҙ тарафынан үҙләштерелеүенә арналасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал