6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бер майҙан тулы бүләк
11.11.05


       Кисәге көн "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы водителдәре өсөн ысын байрамға әйләнде - республиканың уларға биргән бүләген ялтыр ҡағыҙға урап, ҡыҙыл таҫма менән
       бәйләп кенә ҡуйыу мөмкин түгел. Был бүләк барлыҡ Совет
       майҙанын биләне. 180 "НефАЗ" автобусы һәм 100 "Волга" машинаһы "Башавтотранс" ҡарамағына күсте. Ошонда уҡ, Совет м айҙанында, автотранспортты яңы хужаһына тапшырыу тантанаһы ойошторолдо. Автомобилистарға бүләкте республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Р афаэль Байдәүләтов, уның урынбаҫары, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡалар тапшырҙы.
       Һуңғы арала Башҡортостан ҡалаларының урамдарында күп кенә
       яңы "нефаздар" күрергә мөмкин. Һәм, ғөмүмән, республикала транспорт йәһәтенән хәлдәр яҡшырыуы менән килешәһегеҙҙер.
       - Автотранспорт системаһы һәм юл хужалығын камиллаштырыу - Башҡортостандың иң мөһим социаль - иҡтисади бурыстарының б ереһе, - тине тантана сараһында Мортаза Рәхимов. - Республикала автомобиль транспортының даими йөрөүен,
       авариялар булмауын тәьмин итеүгә бюджеттан байтаҡ средство бүленә, юлдар, күперҙәр төҙөлә. Район үҙәктәренең барыһын да
       республиканың баш ҡалаһы менән төҙөк автомобиль юлдары тоташтыра. Дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары буйынса Ба шҡортостан илебеҙҙә беренсе урында тора.
       "Башавтотрансҡа" бүләк ителгән 180 "нефаздан" торған парт ия тәүгеһе түгел. Йыл башында уға 150 автобус тапшырылғайны
       инде. 330 ( бүләк ителгән "нефаздар" һаны) һәм 100 (такси)
       һандары яҙылған асҡыстар "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Камил Мәмәтҡазинға
       тапшырылды.
       Совет майҙанындағы байрам тантанаһы бының менән дә
       тамамланманы әле. Артабан Башҡортостан Президенты етәкселегендәге рәсми делегация УПАТП - 4 территорияһында урынлашҡан "Нефаз" автобустарын хеҙмәтләндереү буйынса яңы ү ҙәкте асыу сараһына юл тотто. Республикала бындай дүрт үҙәк асыу планлаштырыла - улар тағы Октябрьский, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында асыласаҡ. Бөгөн Өфөлә, Степан Злобин
       урамы, 31 адресы буйынса асылғаны - тәүгеһе. Уны йыһазландырыу 2004 йылдың декабрь айында башланды, бөгөн үҙәк автобустарҙы ҡабул итеүгә әҙер. Уның директоры Игорь
       Пермяков һөйләүенсә, үҙәк үҙ эшен башлаған да инде. Әлеге
       ваҡытта ул айына 120 - 160 автобусты хеҙмәтләндерә. Үҙәктә
       42 оҫта эшләй.
       Яңы хеҙмәтләндереү үҙәге алдындағы майҙанда Мортаза
       Ғөбәйҙулла улы тағы ла сығыш яһаны:
       - Яңы үҙәк "Нефаз" маркалы автобустарҙың яҡшы эшен тәьмин
       итеү өсөн булдырылды, - тине ул. - Водителдәр теләп эшләһен ¬  ә пассажирҙар теләп йөрөһөн - бына беҙҙең маҡсат. Эш барһын өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылыр, тип уйлайым. Иң мөһиме, үҙәк оҫталарына яҡшы эш хаҡы теләйем!
       Тантананы Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев дауам итте:
       - Ҡала урамы буйлап ярым емерек автобустар йөрөгән ваҡыттар артта ҡалды. Уларға алмашҡа яңы машиналар килде. Пассажирҙар һаны даими артыуына ҡарамаҫтан, "Башавтотранс" ү ҙенең эшен көндән - көн яҡшырта. Предприятие үҙ маркаһын
       һаҡлай, һәм яңы хеҙәтләндереү үҙәге лә быға булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал