6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Кемгә грант, йәки Ни өсөн Өфө мәктәптәре директорҙары дистанцион уҡытыуҙан ҡурҡа
11.11.05


       Бөгөн интернет аша сит тел өйрәнеү менән бер кемде лә аптыратырмын тип уйларлыҡ түгел. "Һүҙлек менән уҡыйым" кимәленә иҫәпләнгән бушлай электрон ҡулланмалар Бөтә донъя селтәренә инеүселәргә даими рәүештә тәҡдим ителә. Әммә өлкәндәр был уйындарҙа ҡатнаша алһа, интернет балаларға бер
       нәмә лә тәҡдим итә алмай. Үҙ балаһының белем кимәлен мәктәп
       программаһы сиктәренән сығарырға теләүсе ата - әсәләргә репетитор ялларға ҡала, әгәр... Әгәр аҡса, "алып барып - алы п ҡайтыусы" оләсәй, ниһайәт, уҡытыусы менән үҙ - ара килешеү булған хәлдә генә. Юҡ икән, тимәк, балаға инглиз телен
       компьютер уйындары аша камиллаштырырға ҡала...
       Быйылғы уҡыу йылында Өфөнөң егермегә яҡын мәктәп директорына үҙ уҡыусыларын инглиз теленә ситтән тороп (дистанцион) The world intellect center халыҡ - ара мәғариф фондынан уҡытырға тәҡдим яһалды. Башҡортостанда был фонд гранттарын билдәләү менән уның төбәк вәкиле, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты, 1995 йылдан немец, голланд һәм Рәсәй мәғариф гранттары менән эшләүсе Фәрит
       Әхмәтйәнов шөғөлләнә.
       Ситтән тороп уҡытыу формаһы беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел.
       Фондтың яңылығы уның балалар баҡсаһынан башлап төрлө йәштәге балалар менән эшләүендә, һәм ул уҡытыуға түләүҙең 95
       процентын үҙ өҫтөнә ала. Тест үткәреү һәм һәр бала менән ай ырым курс буйынса эшләү уҡыуҙың шәхси үҙенсәлектәрен һаҡларға мөмкинселек бирә, ә дәрестәрҙе көндәргә бүлеп
       уҡытыу уҡыусыға "ялҡауланырға" ваҡыт ҡалдырмай. Ул ғына ла түгел, балаға өлкән кеше оҙатыуында сит илгә стажировкаға
       барыу өсөн уға "дежур" тестар ебәреүҙән тыш, тырышып уҡырға
       тура киләсәк.
       Әммә программа ни тиклем мауыҡтырғыс булмаһын, мәктәп директорҙары уны үҙ уҡыусыларына тәҡдим итергә ашыҡмай. Фәрит Әхмәтйәнов курстың ярайһы уҡ ҡатмарлы булыуын һәм уны бары тик маҡсатына ынтылыусы һәм белемен байытырға теләүсе бала ғына үҙләштерә алыуын билдәләй. Әммә белем биреү учреждениелары етәкселәрен был да туҡтатмай.
       - Беренсенән, вәғәҙәнең алдыҡ булыуынан ҡурҡалар, - ти ул . - Икенсенән, финанс менән бәйләнергә теләмәйҙәр - сөнки фонд
       мәктәп менән рәсми килешеү төҙөй.
       БР Мәғариф министрлығында мәктәп директорҙарының һаҡлыҡ к үрһәтеүен хупламайҙар. Белем биреү һәм берҙәм дәүләт имтиханын мәғлүмәтләштереү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлсөм Ильясованың һүҙҙәренә ҡарағанда, дистанцион уҡытыу формаһы Р әсәй кимәлендә раҫлау тапҡан. Әммә урта һәм юғары һөнәри белем биреү бүлегенең баш белгесе Фәүзиә Әминева быға
       тиклем бер фонд та Өфө уҡыусыларын инглиз теленә ситтән тороп бушлай тип әйтерлек уҡытырға тәҡдим иткәне юҡ тип белдерҙе.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал