6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Кем һуң ул Шумавцов
11.11.05


       Өфөлә Шумавцов исемен йөрөтөүсе бер урам бар. Ул Бөйөк Ватан һуғышы Геройы, йәштәрҙең йәшерен төркөмө етәксеһе, ун ете йәшлек Алексей Шумавцов хөрмәтенә аталған. Кисә уның хәтер көнө булды. 1942 йылдың 10 ноябрендә Орлов өлкәһенең Людиново ҡалаһы ситендә фашистар уны йыртҡыстарса язалап
       үлтерә.
       1956 йылдың ноябрь айында Мәскәүҙә Павелецк вокзалында
       һатлыҡ йән Дмитрий Иванов ҡулға алына, һуңыраҡ үлем язаһына
       хөкөм ителә. Нәҡ уның йәшерен ойошма ағзаларының эҙенә
       төшөүе һәм уларҙы һатыуы асыҡлана.
       Суд тикшереүе барышында түбәндәгеләр асыҡлана.
       Конспирация өсөн Бөркөт (Орел) ҡушаматы йөрөткән Алексей Шумавцов етәкселегендәге йәшерен ойошма иң ҙур төркөмдәрҙең береһе була. Ул Краснодондағы барыһына ла билдәле "Йәш гвардияға" ҡарағанда ла оҙағыраҡ эшләй. Ойошма ағзалары немец ғәскәрҙәренең хәрәкәте, ҡорал һәм яғыулыҡ
       складтарҙың ҡайҙа урынлашыуы, оборона ҡоролмалары тураһында мәғлүмәттәр туплай һәм уларҙы партизандарға еткерә . Совет авиацияһы ошо хәбәрҙәр нигеҙендә һөжүм яһай. Бынан
       тыш Шумавцов төркөмө диверсиялар ойоштора: күперҙе шартлата, электр станцияһы һәм яғыулыҡ складын юҡ итә, тиҫтәләгән йөк машинаһын яндыра.
       Бөркөт был эштәрҙә өлгө булып тора. 1942 йылдың ғинуарынд а ул Людиновтан төньяҡ - көнбайышта фашистарҙың оборона
       системаһын асыҡларға тигән йөкләмә ала. Ҡалала үтеп йөрөргә
       мөмкинселек биргән ҡағыҙ табып, Алексей велосипедта ҡаланың
       төньяҡ - көнбайыш өлөшө буйлап үтә һәм мәғлүмәт йыя, һуңына н улар совет командованиеһына тапшырыла.
       Немецтар баҫып алған Людиново ҡалаһында Алексейҙы йәшерен эш алып барыу өсөн ҡалдыралар. Ул заводҡа электрик
       булып урынлаша. Бәлә уны шунда көтә лә инде. Мастер булып
       эшләүсе һатлыҡ йән йәштәр ойошмаһы тураһында белеп ҡала. 1942 йылдың октябрь айында Шумавцов етәкселегендәге
       ойошманың иң әүҙем ағзалары ҡулға алына. Һорау алыу
       ваҡытында йәш патриоттар ҡаты язаларға дусар ителә. Фашистарҙы беренсе сиратта партизандарҙың ҡайҙа урынлашыуы, ойошма ағзаларының фамилиялары ҡыҙыҡһындыра. Әмм ә йәштәр бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Уларҙы атып үлтерәләр.
       Людиновсылар һәм Алексей Шумавцовтың батырлығы оҙаҡ
       ваҡыт бер кемгә лә билдәле булмай. Хыянатсы Иванов өҫтөнән
       суд тикшереүе генә күп нәмәне асыҡлай. 1957 йылдың 10
       октябрендә Алексей Семенович Шумавцовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Иптәштәре Ленин ордендары менән
       наградлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал