6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

"Үҙен йәмһеҙ тип иҫәпләгән ҡатынды яҡшы тиеп булмай.."
13.11.03


       Роберт Миҙхәт улы Йәғәфәров үҙенсәлекле, үҙе әйтмешләй,
       көслө һәм ғорур кеше. Һөнәре буйынса ул табиб, 1977 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Рәссам булараҡ махсус белеме юҡ, ә оҫталығы һәм таланты - Хоҙайҙан.
       - Биш йәшемдән алып мине һәйбәт рәссам тиергә була.- т и ул. 1995 йылда Йәғәфәров медик практикаһын ташлай һәм тулыһынса
       үҙен ижади эшкә бағышлай. 1996 йылдан алып РФ рәссамдары Со юзы һәм ЮНЕСКО ағзаһы. Ун йыл эсендә ул егерменән артыҡ шәх си күргәҙмә үткәрә. Робер Йәғәфәровтың картиналары Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, республиканың башҡа музейҙарын да һаҡлана. Байтаҡ эштәрен Америка, Франция, Германия, Норве гия , Төркиә шәхси коллекционерҙары һатып алған.
       Өфөлә, рәссам һүҙҙәре буйынса, ул егермегә яҡын күргәҙмә
       үткәреп, меңгә яҡын картиналары менән таныштырған. Шул уҡ в аҡытта, ти ул, бер экспозиция ла бер-береһен ҡабатламаны. "Урал" галереяһында барған күргәҙмәлә лә үтә ҡыҙыҡлы эштәр к үрһәтелгән.
       - Мин күптән инде үҙ эштәремә исем ҡушмайым. Улар тамаш асыға картинаны ҡабул итергә ҡамасаулай ғына, тип уйлайым. С өнки һәр бер кеше бер үк картинала төрлө нәмә күрә бит. Роберт Йәғәфәров үҙен постимпрессионист тип иҫәпләй. Ул эшл әгән пастель техникаһы үҙенең үтә ҡатмарлы булыуы менән билд әле.
       - Миңә тиклем дә был техника менән картиналар яҙырға ты рышыусылар булған. Әммә уның ҡатмарлы булғанлығынан күптәр б аш тартты. Мин иһә бөтә тырышлығымды һалып уның нескәлектә рен өйрәндем. Ҡайһы ваҡыт ҡағыҙға унышар ҡатлам краска һалыр ға тура килә торғайны. Шулай ҙа мин пастель техникаһын үҙлә штерҙем һәм бөгөн мин уны тоям, алып барам тиергә лә була. Д әрт килгәндә, көнөнә мин һигеҙ картина яҙып ташларға һәләтле . Тематикаға килгәндә инде, мине әсәлек, шаляпин образдары, Ив ан Грозный, Чингисхан, Мефистофель кеүек күренекле фигуралар әүрәтә. Ҡатын-ҡыҙҙар образдары лу төпһөҙ тиергә була. Һүҙ бы л турала барғас, шуны ла әйтәйем үҙен йәмһеҙ тип иҫәпләгән ҡ атындарҙы аңламайым. Ҡурсаҡ кеүек булмау әле бер нәмә тураһ ында ла һөйләмәй. Иң мөһиме уның күңеле буш булмаһын!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал