6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Мәҙәниәт һарайында ҡатын - ҡыҙҙар өсөн ҡапҡан
10.11.05


       Туғыҙынсы ноябрҙән ун икеһенә тиклем Өфөлә бишенсе тапҡыр "Евро - Өфө - Азия - 2005" мода форумы үтә. Был сара
       сиктәрендә ҡаланың Мәҙәниәт һарайы ошо көндәрҙә өсөнсө махсуслаштырылған "РостекстильЭкспо - 2005" күргәҙмәһен ҡабул итә.
       - Был ике сара - Өфө тормошонда әһәмиәтле ваҡиға, - тине күргәҙмәне асыу ваҡытында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин, - мода форумы Өфө мәҙәниәтенең а йырылғыһыҙ өлөшөнә һәм баш ҡалабыҙҙың үҙенсәлекле билдәһенә әйләнде тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
       "Евро - Өфө - Азия - 2005" мода форумы "Мода һәм матурлыҡ
       өлкәһендә эшләүсе предприятиеларҙың имиджы һәм стиле" девизы аҫтында үтә. Һуңғы бер нисә йыл эсендә республиканың
       баш ҡалаһында был тармаҡ ҙур үҫеш алды - яңы салон -
       ательелар, матурлыҡ салондары һәм бөҙрәханалар, фитнес - үҙәктәр, талантлы дизайнер һәм стилистар барлыҡҡа килде. Бөгөнгө форумда Башҡортостан вәкилдәренән тыш
       коллекциялары Рәсәйҙең сәйәсәт, финанс һәм мәҙәниәт элитаһында уңыш менән файҙаланған алдынғы Мәскәү
       модельерҙары Лидия Соселия, Алина Асси, Анна Чистова һәм
       Марина Эндоурова ла үҙ эштәрен күрһәтәсәк. Форум сиктәрендә мода күрһәтеүҙәр, ете номинация буйынса ижади конкурстар планлаштырыла.
       "РостекстильЭкспо - 2005" күргәҙмәһенә килгәндә, бында
       Рәсәй һәм сит ил предприятиелары ҡатнаша - Мәскәү, Санкт - Петербургтан ҡунаҡтар, шулай уҡ күрше республика һәм өлкәләрҙән - Үзбәкстан, Һиндостан һәм Болгария фирмалары ла
       үҙ тауарҙарын алып килгән.
       Был көндәрҙә ҡаланың Мәҙәниәт һарайында ниндәй тауарҙар күрергә мөмкин Тиренән тегелгән изделиелар - тун, баш кейемдәре, бирсәткәләрҙең бай ассортименты тәҡдим ителә. Төрлө трикотаж - костюм, блуза, эске кейем, бәйләнгән әйберҙ әр ҙә етерлек. Өлкәндәр һәм балалар өсөн аяҡ кейемдәре бар. Бынан тыш косметика һәм парфюмерия, таштан эшләнгән биҙәүестәр, башҡа кәрәк - яраҡ тауарҙар табырға була.
       - Беҙ эшләргә, эшләргә һәм эшләргә өйрәнгәнбеҙ, - тип үҙ фекерен белдерҙе күргәҙмәне асҡанда Сауҙа - сәнәғәт палатаһы
       рәйесе Борис Бондаренко. - Бынан тыш бит матур итеп кейенә лә белергә кәрәк. Уйлайымса, "РостекстильЭкспо - 2005" беҙгә
       матурыраҡ, мөләйемерәк, шат күңеллерәк булырға ярҙам итәсәк .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал