6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Бурҙарға ҡаршы көрәш көсәйә
10.11.05


       Ҡулланыуҙа булған кеҫә телефонын һатыу хәҙер ҡатмарлаша -
       Өфө ҡала Советы ошондай ҡарар ҡабул итте. Быға тиклем тотонған телефондарын һатырға теләүселәргә мотлаҡ рәүештә паспорт йәки башҡа документ күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Паспор т копияһы һатыу - һатып алыуҙа йәки телефонды комиссияға ҡаб ул иткәндә ҡул ҡуйылған килешеүгә беркетелә. Килешеүҙең бер данаһы хужала, икенсеһе ҡабул итеү пунктында ҡала.
       Килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан яҡтар телефондың серия номерын ( imei - код) аппарат корпусындағы һәм уның документтарындағы мәғлүмәт менән сағыштыра. Тап килмәү осраҡтарының барыһы тураһында ла Өфөнөң эске эштәр идаралығына хәбәр ителә. Ҡулланылған мобильниктар ҡабул итеүсе барлыҡ ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҙа ай һайын
       ошо ваҡыт эсендә һатып алынған аппараттар исемлеген килтереп күрһәтергә бурыслы. Был исемлеккә кеҫә телефонын
       һатыусыларҙың паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелгән килешеүҙәр ҙә өҫтәлә. Артабан кеҫә телефондарын урлауға ҡаршы көрәш төркөмө ҡабул итеү пункттарынан килгән исемлектәрҙе үҙ
       мәғлүмәттәре менән сағыштыра һәм, кәрәк була ҡалһа, урланға н трубка һатыусыларға үҙе тураһында белдерә. Әлбиттә, һуңғыларының енәйәткә бер ҡыҫылышы ла булмауы мөмкин, әммә тәртип һаҡсылары ҡулына эләккән епте тартып йомғаҡты тулыһынса тағатыуға һәләтле, ә телефондарҙың законлы
       эйәләренең үҙ аппаратын табыуға өмөтө артасаҡ.
       - Был документты ҡабул иткәндән һуң ҡалала кеҫә телефондарын урлау тулҡыны кәмер, тип уйлайым, - тине журналистар менән осрашыу ваҡытында Өфө эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары Рифҡәт Сәйәхов.
       Аңлауығыҙса, нәҡ БР Эске эштәр министрлығы ҡулланылған телефондарҙы һатыу тәртибен көйләү идеяһы менән сығыш яһаны. Сөнки һуңғы ваҡытта кеҫә телефондарын урлау
       осраҡтары башҡа енәйәттәрҙең барыһынан да артып китте: был республикала теркәлгән енәйәттәрҙең дүрттән бер, Өфөлә - өстән бер өлөшөн тәшкил итә! Ә күпме кеше телефонын урлатыуы тураһында ғариза ла бирергә ашыҡмай, сөнки уны
       табыуҙарына ышанысы юҡ.
       Депутаттар тарафынан раҫланған ҡағиҙәләр мобильниктарҙы "ҡулдан - ҡулға" һатыуға ҡағылмай, әлбиттә. Әммә ошо уҡ документта халыҡ һайланыусылары граждандарҙы ҡулланылған телефондарҙы юридик яҡтан теркәлгән ойошмаларҙан һатып алырға саҡыра. Уларҙа, мәҫәлән, һатып алыусыға сифатһыҙ тауа р эләкһә, һатыусылар уны алмаштырырға, үҙ иҫәбенә ремонтлап бирергә йәки аҡсаһын кире ҡайтарырға тейеш. Ә урамдағы кеше һеҙгә бер ваҡытта ла бындай гарантия бирмәйәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал