6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Тәмле сара
10.11.05


       Юҡ, бындай күргәҙмәләргә килеүҙең зыяны ҙур. Фигураң
       боҙолғанын көт тә тор. Төрлө яҡтан кемуҙарҙан төрлө сорт
       колбаса, ҡамыр аштары менән һыйлайҙар, төрлө һут һәм кофе
       ҡойоп бирәләр, уларҙы тәмләп ҡарауҙан баш тартыуы үтә лә
       ҡыйын. Хәйер, ун беренсе Халыҡ - ара махсуслаштырылған "ПродУрал. Упаковка - 2005" күргәҙмәһенә килеүселәрҙең
       күпселеге ихтыяр көсөн күрһәтергә йыйынмай ҙа, рәхәтләнеп
       тәҡдим ителгән тәмлекәстәрҙән ауыҙ итә.
       8 ноябрҙә "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында асылған күргәҙмәлә аҙыҡ - түлек тауарҙары, аҙыҡ - түлек сәнәғәте өсө н сеймал, төрөү ҡорамалдары һәм материалдары күрһәтелә.
       Форумда Мәскәү, Санкт - Петербург, Удмуртия, Сыуашстан, Татарстандан, Свердлов, Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләре һәм,
       әлбиттә, Башҡортостандан һикһәнгә яҡын экспонент ҡатнаша. Йола буйынса, ҡатнашыусыларҙың күпселеге - етештереүселәр, улар араһынан быйыл айырыуса әүҙем ҡатнашыусы ит эшкәртеү һә м кондитер сәнәғәте вәкилдәрен билдәләргә кәрәк. Төрөү материалдары етештереүселәр айырым урын биләй. Ике теманың б ерләшеүе төрлө йүнәлеш вәкилдәре - "аҙыҡ - түлек" һәм "төрөү материалдарына" - үҙ - ара отошло бәйләнеш булдырырға
       ярҙам итә.
       Белгестәр "ПродУрал. Упаковка" күргәҙмәһе халыҡ ҙур теләк менән йөрөгән сараларҙың береһе тип билдәләй. Аҙыҡ - түлек
       темаһы белгестәрҙә генә түгел, ябай ҡулланыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уята. Шуға күрә күргәҙмәгә килеүселәр
       даирәһе бик киң. Ҡулланыусылар аҙыҡ - түлек сәнәғәте
       яңылыҡтары менән таныша, ә етештереүселәр - үҙ продукцияһын
       күрһәтеү мөмкинселегенә эйә була.
       Күргәҙмәгә килеүселәргә төрлө яҡтан ҡыҙартып ҡурылған итт әр, ымһындырғыс ветчина, ит рулеттары, ҡойҡа, төрлө колбаса лар ҡарай. Эспозициялар матур итеп биҙәлгән, ит кәштәләренән
       ҡараш кондитер бүлегенә йүгерә. Тулҡындар буйлап гүзәл аҡҡоштар йөҙә, үрелгән кәрзиндәргә алһыу битле бәшмәктәр тултырылған, быларҙың барыһы ла ҡамырҙан әҙерләнеүенә ышаныуы ла ҡыйын. Ауыҙ һыуын ағыҙырлыҡ торт һәм
       пирожныйҙар тураһында әйтергә лә түгел. Был матурлыҡты
       ошонда уҡ һатып та алырға мөмкин.
       Ялтырап торған төрөү материалдары ҡуйылған стендтар ҙа
       ҡарашты үҙенә тарта.
       - 90 - сы йылдарҙа Рәсәйгә сит илдәрҙән тауар ағымы
       башланғас, беҙ ялтыр ҡаплы тауарҙар артынан ташландыҡ, - ти не күргәҙмәне асыу ваҡытында БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы рәй есе Борис Бондаренко. - Ә инде тәмләп ҡарағас, беҙҙең тауарҙ ар
       яҡшыраҡ икәнлеге асыҡланды. Хәҙер беҙ ҙә төрөү материалдары
       эшләй беләбеҙ, дөрөҫ, ҡорамалдар башлыса сит илдә
       етештерелгән, әммә беҙҙең машина төҙөүселәр был йүнәлештә э ш алып бара.
       Күргәҙмәнең ғилми - ғәмәли программаһы сиктәрендә
       семинарҙар, белгестәр өсөн мастер - кластар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Кондитер сәнәғәте вәкилдәре "Иң яҡшы кондитер изделиелары" конкурсында көс һынаша. Уны Мәскәүҙән килгән профессиональ комиссия баһалай.
       Күргәҙмә 11 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал