6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфө егеттәре һынатманы
10.11.05


       Өфө рапирасылар мәктәбе тағы ла бер тапҡыр үҙенең көслө
       булыуын раҫланы. Венгрияла үткән юниорҙар чемпионатында беҙҙең ике спортсы иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште - команда беренселегендә улар алтын миҙалға лайыҡ булды. Алексей
       Хованский ( Мәскәү) һәм Максим Засорин (Санкт - Петербург)
       менән бергә пьедесталдың иң юғары баҫҡысына яҡташтарыбыҙ Ай рат Ситдыҡов һәм Александр Якин күтәрелде.
       Ярыш башында Башҡортостан вәкилдәренең эштәре бешмәне. Ту рнирға тиклем үк Өфөнөң көслө рапирасыһы Марат
       Хисаметдинов Европа чемпионатына үтә алманы - Рәсәй эсендә
       конкурентлыҡ көслө ине. Форум ваҡытында шәхси ярыштарҙа Артур Әхмәтхужин һәм Александр Якин турнирҙан финалдың 1/16 өлөшөндә үк сыҡты. Айрат Ситдыҡов яҡшыраҡ сығыш яһаны, әммә судьялар ни өсөндөр уйынды уның файҙаһына хәл итмәне.
       Уның ҡарауы команда ярыштарында рәсәйлеләр лидерҙары Хованский ( шәхси беренселектә көмөш миҙалға лайыҡ булды) һәм Якин етәкселегендә юғары кимәлдәге уйын күрһәтеүгә
       иреште. Башта беҙҙең гардемариндар молдавандарҙы "тишкеләне", 44 : 23. Артабан Румынияның йыйылма командаһы б еҙҙекеләргә 45 : 19 иҫәбе менән биреште. Һуңынан инде
       егеттәр итальяндарҙың үҙе менән осрашты һәм уларҙы ла артта
       ҡалдырҙы (45 : 37. Финалда француздарҙы еңеүгә өлгәшкән
       поляктар ҙа беҙҙең командаға артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтә алманы,
       45 : 21 - Рәсәй иң юғары баҫҡыста!
       Өфө рапирасылары өйҙәренә ҡайтып та етте инде, һәм беҙ Александр Якин менән бәйләнешкә инеп, ярыштан алған
       тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ. 19 йәшлек Европа чемпионы түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Шәхси ярыштарҙа мин ҡаршы уйнаусы французды баһалап еткермәнем. Быға тиклем уның менән осрашырға тура
       килмәгәйне, һәм мин үҙемде тейешенсә әҙерләмәгәнмен. Ул иһә
       техниканы дөрөҫ һайланы һәм һөҙөмтәлә еңеүгә өлгәште.
       Ғөмүмән алғанда, был ярыштар минең өсөн тәжрибә туплау
       йәһәтенән алыштырғыһыҙ булды, иң көслө йәштәштәр йыйылған и не бит. Хәҙер иһә барлыҡ конкурент - рәсәйлеләрҙе артта ҡалдырып, йәштәрҙең донъя чемпионатына барасаҡ йыйылма команда составына эләгергә кәрәк. Ул киләһе яҙ үтәсәк. Был минең өсөн өлкән карьера алдынан һуңғы старт.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал