6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Өфө үҙидараһы. Һайланғандар
10.11.05


       Журналистар Рәсәй "премьераһына" тиклем ике ай алдан урындағы үҙидара эшмәкәрлеген күреү мөмкинселегенә эйә булды. Өфө мэрияһында "Өфө ҡалаһы" ҡала округы Советының беренсе ултырышы булып үтте. Яңы закон сығарыусылар үҙҙәрен бик тәртипле итеп күрһәтте, тауыш биреү өсөн техниканы яҡшы белеүҙәре лә күҙгә ташланды. Хәйер, шулай булырға тейеш тә инде, быйыл юҡҡа ғына һайлау участкаларына өс тапҡыр барманыҡ бит.
       Интрига аҙаҡҡа тиклем һаҡланды: урындағы үҙидара тураһынд а 131 - се Федераль закон үҙ көсөнә 1 ғинуарҙа инәсәкме әллә
       уны кисектерәсәктәрме 26 июндә һайланған "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмеге Советы ("Өфө ҡалаһы" ҡала округы)
       депутаттары ла аптырашта: алынған хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырға мөмкин булырмы әллә уларҙың депутат мандаты
       кисектерелгән спектаклгә "декорация" булып ҡалырмы Әммә
       йәрәбә һалынған инде, һәм беренсе сессияға әлегә булмаған муниципаль берәмек парламентының инициатива төркөмө ҙур
       ғына документтар пакеты әҙерләгән.
       Советтың тәүге ултырышын барлыҡ һайланыусы һәм һайланмаған депутаттарҙың "яратҡан ҡатын - ҡыҙы" - ҡала һайл ау комиссияһы рәйесе Гөлшат Арыҫланова асты. Йәйен ҡыҙыу сәйәсәт миҙгеле үткәреүсе һайлау комиссияһы рәйесенә сараны асыу хөрмәте эләкһен өсөн, закон буйынса шулай тейеш.
       - Беренсе ултырыш асыҡ тип иғлан ителә! - Рәсәй һәм
       Башҡортостан гимндары аҫтында барыһы ла: яңы һайланған депутаттар, баш ҡала райондарының хакимиәт
       башлыҡтары, Өфө мэры урынбаҫарҙары, республика
       парламентарийҙары һәм прокуратура вәкилдәре аяғүрә баҫа. Сессияла баш ҡала мэры Павел Качкаев, "республика өлгөһөндә урындағы үҙидара реформаһы идеологы" тип йөрөтөлгән БР Президенты хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров
       та бар ине. Нәҡ ул әле ҡышын уҡ, референдум алдынан, Башҡортостанда урындағы үҙидара системаһын ойоштороуҙың
       уңайлы формалары тураһында һүҙ алып барҙы.
       Үҙенең оҙайлы сығышында Гөлшат Арыҫланова депутаттарҙың к еме, ҡайҙа һәм ниндәй һөҙөмтә менән еңеүен билдәләне һәм
       көтөлмәгән яңылыҡ әйтте: июль айында уҡ һайланған
       депутаттарҙың береһе - Дамир Камилов ( 21 - се һайлау округ ы) ваҡытынан алда хоҡуҡтарынан баш тартыуы тураһында белдере п ғариза яҙған. Тимәк ҡала советы тәүге юғалтыуҙар кисерә һә м
       һайланмаған дәғүәселәргә өмөт өҫтәй. Яңы депутат корпусында
       дүрт ҡатын - ҡыҙ, барыһы ла юғары белемле, хатта ике юғары белемгә эйә булыусылар ҙа бар, иң йәше - Гүзәл Ибраһимоваға
       утыҙ биш йәш. Һуңғы билдә буйынса депутат Анатолий
       Безрукавников "бер сәғәтлек хәлиф" булып алды - халыҡ һайланыусыларының иң өлкәне булараҡ, уға беренсе ултырышта 1 5 минут рәйеслек итеү мөмкинселеге бирелде.
       Депутаттар берҙәм рәүештә тауыш биреү төймәләренә баҫты, бер - береһен ентекле өйрәнеүҙәре лә һиҙелә ине. Совет рәйес е вазифаһына бер кандидатура - "Өфөгаз" предприятиеһының ба ш инженеры Ирек Ниғмәтуллин тәҡдим ителде.
       - Ышанысығыҙҙы аҡларға тырышырмын һәм һеҙҙең яҡтан әүҙем ярҙам булыр тип өмөтләнәм, - тип белдерҙе яңы рәйес. Уға урынбаҫар итеп депутаттар Өфөнөң эшҡыуарҙар советы рәйесе һәм "Респект" хоҡуҡ компанияһы директоры Ольга Одинокованы һ айланы.
       Артабан депутаттар яңы типтағы баш ҡала парламентының "ныҡлы бинаһын төҙөргә" тотондо: секретарь һайланды, Совет
       структураһы раҫланды, ете даими комиссия һәм уның составы
       билдәләнде. Ойоштороу һорауҙарын тамамлар өсөн депутаттар ҡ абаттан булдырылған комиссияларға - рәйестәр һайларға таралышты.
       Барлыҡҡа килгән буш ваҡытта журналистар Советтың яңы
       рәйесен һәм уның урынбаҫарын эләктереп алды.
       - Мине эшмәкәрлегем буйынса беренсе сиратта эшҡыуарлыҡ үҫеше һорауҙары борсой, - тине Ольга Одинокова. - Әгәр
       тармаҡтарҙың береһе - сауҙа, хеҙмәтләндереү, етештереүме ул
       - әүҙем үҫешә икән, тимәк, уға ҡағылышы булған һәр нәмә яҡш ы
       яҡҡа үҙгәрә. Хәйер, минең округымда ла "проблемалы территориялар" бар, уларҙың мәнфәғәтен яҡларға тырышасаҡмын.
       Ҡала округы Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин, тәү ҡарашҡа, баш ҡала парламенты башлығы итеп һайланыуына тыныс ҡарағандай. Дөрөҫ, ул депутат мандатына тәүге тапҡыр ғына эйә булмай.
       - Мин ике тапҡыр Өфө ҡала советы депутаты итеп һайландым.
       Тимәк, бер юлы әлегә тиклем үҙ холуҡтарынан баш тартмаған
       элекке ҡала советына инеүсе 13 яңы депутат араһында мин дә бар, - тип таный совет спикеры. - Бөгөнгө депутаттар яңы урындағы үҙидара реформаһы шарттарында яҡшы эшләргә һәләтле тип иҫәпләйем. Беренсе планға "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмеген формалаштырыу, уның Уставын төҙөү һәм я ҡын арала - киләһе йылға ҡала бюджетын тикшереү сыға.
       Һөйләшеү аҙағында спикер Ниғмәтуллин депутат эшмәкәрлеге девизы сифатында билдәле страховкалау компанияһы девизын хәтерләткән һүҙҙәрҙе әйтеп һалды: "Ҙур яуаплылыҡ - ҙур бурыстар". "Өфө ҡалаһы" ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурсты депутаттар 7 - 9 декабрҙә үткәрергә ҡарар итте. Урындағы үҙидара тулы көсөнә эшләүе тураһында хәстәрлек күреү - шулай уҡ депутат эшенең бер өлөшө.
       Баш ҡаланың "генераль директоры" вазифаһына дәғүә итеүселәрҙе ҡараусы комиссия яртылаш ҡала советы тарафынан т өҙөлә. Депутаттар комиссионер сифатында "иң хөрмәтле һәм
       лайыҡлыларҙы" - "Берҙәм Рәсәй" партияһының башҡарма
       комитеты етәксеһе Исмәғил Ғәбитовты, элекке мэр һәм Өфөнөң хөрмәтле гражданины Михаил Зайцевты, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марс Кальметьевты һәм "УМПО" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Юрий Пустовгаровты тәҡдим итте. Комиссияның икенсе яртыһын республика парламенты күрһәтергә тейеш.
       Бынан тыш ҡаланың үҙ конституцияһы - Уставы барлыҡҡа киләсәк һәм проектты мотлаҡ рәүештә халыҡ тикшереүенә
       тәҡдим итеү планлаштырыла.
       Һөйләшеү аҙағында Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев өгөт - нәсихәт менән сығыш яһаны.
       - Бөгөн бик мөһим көн. Урындағы үҙидара реформаһына
       әҙерлек менән беҙ йыл буйына шөғөлләнек. Һәм, минеңсә,
       уңышлы ғына,- тип билдәләне баш ҡала мэры. - 1 ғинуарҙан
       башлап, ул ваҡытҡа тиклем һеҙ ҡала хакимиәте структураһын
       билдәләп һәм баш ҡала бюджетын ҡабул итеп өлгөрөрһөгөҙ, ҡалаға зыян килмәҫ, тип өмөтләнәм. Ә урындағы үҙидара системаһына күсеү ауыр булмаясаҡ. Ышанығыҙ, Өфө - Рәсәй
       Федерацияһында насар ҡалаларҙан түгел.
       Миңә ҡалһа, Павел Качкаевтың һүҙҙәре депутаттарҙың күңеленә ятты буғай. Ул "Өфө ҡалаһы" ҡала округы хакимиәте башлығы тәғәйенләнеүҙән һуң да бөгөн биләгән креслоһында
       ҡалырға теләйҙер тип уйларға кәрәк. Өҫтәүенә баш ҡаланың
       башҡарма власын етәкләүсе "ялланған менеджерға" ҡуйылған талаптарға ла Павел Качкаев тулыһынса тап килә. Декабрҙә үтәсәк квалификация имтиханында уға ниндәй "билет" эләгер - уныһын инде ваҡыт күрһәтер.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал