6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ендәр ял итә, төҙөлөш бара
09.11.05


       - Теләйһеңме, мин ҡаланы юҡҡа сығарам, йәки һарай төҙөп ултыртам - тип һорай әкиттәрҙәге ен үҙенең хужаһынан. Быға хужа ғәҙәттә:
       - Ҡаланы емерергә кәрәкмәй, ә бына һарай төҙө! - тип бойо ра.
       Һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә көнсығыш сихырсыһы иҫ китерлек матур һарай төҙөп ултырта. Хәҙер иһә бындай ендәрҙе табыуы ҡатмарлыраҡ, үҙ көсөңә ышанырға тура килә. Һәм был эш төҙөүселәрҙең ҡулынан килә.
       Элекке "Труд" стадионы эргәһендә йәшәүселәр йәки эше буйынса уның янында булыусылар өсөн һуңғы арала аптырарлыҡ с әбәптәр етерлек. Ҡасандыр билдәле булған, һуңғы ваҡытта бөтөнләй иҫкергән спорт объекты урынында ғәйәт ҙур төҙөлөш ҡыҙа - "Өфө - арена" тип исемләнгән универсаль боҙ һарайы күтәрелә. Бер ай элек кенә бында тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте, унда БР Президенты Мортаза Рәхимов та
       ҡатнашты. Ул ваҡыттан алып төҙөлөш урынында байтаҡ үҙгәрештәр булды. Стадион тулыһынса бөтөрөлдө, хәҙер уның тирә - яғындағы шәхси йорттарға сират етте. Ленин, Краснодон , Цюрупа, Осипенко урамдары көндән - көн төҙөлөш майҙанына
       оҡшай бара.
       Яңы боҙ һарайын төҙөү буйынса "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе
       Инвестиция - төҙөлөш комитетының баш инженеры Рәфис Ғәликәев менән һөйләште.
       - "Өфө - арена" кеүек объекттар төҙөргә тура килгәне юҡ и не
       әле, - тине ул. - Һарай бар яҡтан да үҙенсәлекле. Беренсенә н, техник яҡтан бик ҡатмарлы, икенсенән, төҙөлөш ваҡыты бик ҡыҫҡа, һөҙөмтәлә ғәҙәттәгенән күберәк күләмдә эш башҡарырға тура килә. Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙанын үҙләштереү
       башланды, ер эштәре башҡарыла. Һарайҙың беренсе сиратын тапшырыу Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 450 йыл
       тулыуын байрам итеү ваҡытына планлаштырыла. Беренсе сират һарайҙың 8200 тамашасыға иҫәпләнгән төп аренаһы буласаҡ.
       Һарай күп функциялы, тип дауам итә Рәфис Мохтасар улы, бында спорттың барлыҡ төр вәкилдәре лә сығыш яһай ала, бынан тыш бер аҙ үҙгәртеп йыһазландырғандан һуң киноконцерт саралары, күргәҙмәләр үткәрергә мөмкин. Зал йыһазландырыу,
       яҡтыртыу, тауыш буйынса барлыҡ халыҡ - ара талаптарға ла яу ап бирәсәк. Һарайҙа донъя чемпионаттары һәм Кубоктары, хатта
       НХЛ матчтары үткәрергә мөмкин.
       НХЛ матчтары уҙғарыу тураһында хыялланырға әлегә иртәрәктер, бәлки, әммә "Салауат Юлаев" хоккей клубы төҙөлөш
       барыусы "Өфө - аренаға" конькиҙарын әҙерләй башланы ла инде . План буйынса, йылдың төп өлөшөн "Салауат Юлаев" яңы боҙ
       һарайында үткәрәсәк.
       Боҙ һарайын төҙөүҙең тағы бер ҡатмарлығы төҙөлөштөң
       архитектура концепцияһын проектлау менән бергә барыуында. Архитектура - план ҡарарҙары эш тәртибендә ҡатнашлығы булған
       барлыҡ ойошмалар - санитар - эпидемиологик станция, пожар хеҙмәте, БР Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы менән килешеп хәл ителә. Төҙөлөшкә Өфө хакимиәте лә ҙур иғтибар бирә.
       - Беҙ бындай ҡоролмаларҙың тәжрибәһен өйрәндек, - ти Рәфи с Ғәликәев, - Ярославль, Санкт - Петербург, Ҡазандың боҙ
       һарайҙарында булдыҡ. Һәм беҙҙең һарайҙы төҙөүгә быға тиклем
       дә ошондай уҡ объекттар менән шөғөлләнгән белгестәрҙе йәлеп
       итергә тырыштыҡ. Проектты төҙөүҙә Мәскәү һәм Свердловск ҡалаларының яһалма һыуыҡ, тауыш, яҡтылыҡ системаһы буйынса э шләүсе фирмалары ҡатнаша.
       Артабан, икенсе сират булып 500 тамашасыға иҫәпләнгән
       күнекмәләр аренаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул төп бинаға төкәтмә булараҡ проектлана. Боҙ һарайына инеү
       урыны икәү - "Өфө - арена" ҡунаҡтары унда Ленин һәм Цюрупа
       урамдары яғынан инәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал