6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфөлә ҙур кардиология үҙәге төҙөү планлаштырыла
09.11.05


       "Сәләмәтлек" - һаулыҡ һаҡлауҙың көнүҙәк һорауҙарын хәл итеүгә йүнәлтелгән мөһим федераль программаларҙың береһе, - был турала "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов һөйләне. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10 октябрҙә үткән киңәйтелгән коллегияһында м едицина ярҙамының беренсел звеноһын калдрҙар менән нығытырға, медицина хеҙмәтләндереүенә дәүләт заказын үтәргә ( квота буйынса эшләнгән 128 мең иң ҡатмарлы операциялар), матди - техник базаны нығытырға ( һүҙ башта алты, һуңынан 12 мең тиҙ ярҙам машинаһы алыу тураһында бара), ҙур медицина үҙәктәре төҙөй башларға ҡарар ителгән.
       Фидус Ямалетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге ваҡытта
       республикала амбулатория - поликлиника звеноһында эшләүсе
       врачтар һәм урта медицина персоналын ҡабаттан әҙерләү бара.
       Ҙур проблемаларҙың береһе медицина учреждениеларының тулыһынса комплектланмауында - ул ни бары 50 процент самаһы
       тәшкил итә. Бынан тыш, әйтелгән өлкәлә эшләүселәрҙең уртаса
       йәше 52 - нән артҡан. Йәш кадрҙар бик аҙ килә.
       Премьер - министр урынбаҫары медицина ярҙамы системаһы ла яҡшыртыуҙы талап итә, тип билдәләне: үлем осраҡтарының 57
       проценты бөгөн йөрәк - тамыр ауырыуҙарына бәйле, ә
       Башҡортостанда махсус, заманса йыһазландырылған тамыр хирургияһы үҙәге юҡ.
       Фидус Ямалетдинов шулай уҡ журналистарға республиканың Өфөлә ҙур кардиохирургия үҙәге төҙөүгә заявка биреүен, хәҙер
       төҙөлөштө башлау өсөн ил етәкселегенең ризалығын ғына көтөргә ҡалыуы тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, әгәр барыһы ла план буйынса барһа, кардиоүҙәкте төҙөүҙе башлау 2006 - 07 йылдарға планлаштырыла, ә комплексты төҙөү һәм йыһазландырыуға федераль бюджеттан ике миллиард һум бүленәсәк.
       Республика кардиология диспансерының йыһазландырыу кимәлен Фидус Ямалетдинов тейешенсә юғары түгел тип
       билдәләне. Уның фекере буйынса, медицина учреждениеларын йыһазландырыу буйынса беҙ әлегә күршеләрҙән ҡалышабыҙ. Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһында буш урын юҡ, ауырыуҙар коридорҙарҙа ятырға мәжбүр. Шуға күрә күп
       профилле дауаханалар төҙөү идеяһы бөгөн айырыуса көнүҙәк мәсьәләләр иҫәбендә. Бындай үҙәк Стәрлетамаҡта төҙөлә башланы, әммә был эштең башы ғына. Фидус Ямалетдинов Башҡортостан Хөкүмәте был йүнәлештә эшләүен дауам итәсәк, һәм "Сәләмәтлек" программаһын үҙ ваҡытында томрошҡа ашыра ал ырға тейешбеҙ, тип ышаныс белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал