6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Үтеккә "һунар" ҡыҙа!
09.11.05


       Кешелек вәкилдәренең төп инстинкты ниндәй тип уйлайһығыҙ Ошондай уҡ исем аҫтында төп ролдә Шэрон Стоун төшкән
       фильмды хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Унда аҡыллы режиссерҙар ышаныусан тамашасыларға барыһын да ябай ғына итеп аңлатып би рә. Тик ул дөрөҫ түгел шул. Төп инстинкт - бөтөнләй һеҙ уйлаған нәмә түгел. Төп инстинкт - ул "халява", йәки әйберҙе ң
       бушҡа йәки арзан хаҡҡа килеп эләгеүен теләү.
       Бигерәк татлы һүҙ - "халява"! Был фразаны мин яҙманым. "Халяваға" һеркә лә (уксус) тәмле. Был да минеке түгел. Халы ҡ
       һүҙе. Халыҡ үҙе тураһында барыһын да белә, әммә мөмкинселек
       булғанда барыбер бушлай сыр киҫәге эләктереп ҡалырға тырыша, ә уныһы, билдәле булыуынса, тәпелә, йәғни, сысҡан тоҙағында ғына була.
       Күптән түгел күп һанлы сауҙа селтәрҙәренең береһе үҙенең сираттағы магазинын асты. Ошоға бәйле магазин хужалары күп кенә ташламалар системаһы тураһында иғлан итте. Реклама гәзиттәре аша граждандарға магазин асылған көндә, әйтәйек,
       үтек 200 һумдан саҡ ҡына артығыраҡ, электр сәйнүге - 400 һу м тирәһе тороуы, ә кер йыуыу машинаһы һатып алған хәлдә мең һум аҡсаның янда ҡалыуы тураһында хәбәр итте.
       Ҡалабыҙҙа миллионлаған кеше йәшәй. Реклама проспекттары
       барлыҡ йорттарға ла барып еткәндер тип әйтеп булмай. Килгәндәренең дә барыһы ла уҡымағандыр, моғайын. Уҡығандарҙың барыһы ла магазинға атлыҡмағандыр. Әммә шулай ҙ а "халява" артынан килеүселәрҙең һаны байтаҡ ине. Барыһын да бер маҡсат - арзаныраҡ хаҡҡа әйбер һатыу алыу теләге алып
       килгән. Бер яҡтан ҡарағанда, һәйбәт, әлбиттә. Хужа һаҡсыл тотонорға тейеш...
       Гәзит биттәрендә һүрәтен күреп, инде уйҙарында һатып алырғ а өлгөргән үтекте кәштәлә күргәндәрҙең йөҙөндә шатлыҡ тойғоһ о
       сағыла. Һәм уны ҡулдарына алғандарҙың яңы тауарынган һис ҡасан да айырылырға теләмәгәне аңлашыла. Тауарын һаҡ ҡына
       күкрәгенә ҡыҫып, һатып алыусылар кассаға сиратҡа теҙелә.
       Бының өсөн ҙур батырлыҡ кәрәклеген өҫтәгем килә, сөнки кассаға сират магазинда булған буш урынды тотош алған. Үтек һәм сәйнүктәрҙән тыш халыҡ телевизор, башҡа техника ла ала. Һәм һәр һатып алыусының приборын тикшертеп ҡарарға, барлыҡ г арантия штамптарын ҡуйҙырырға, башҡа тейешле процедураларҙы үтергә теләүе аңлашыла. Ә былар тиҙ арала
       башҡарыла торған эш түгел.
       Сауҙа залы был көндө һуғыш йылдарында ҡасаҡтар йыйылған вокзалды хәтерләтә ине. Иртәрәк килеп, берәй ваҡыт кассаға
       барып етеренә өмөтөн өҙмәгәндәр хәҙер инде арзан, шуға күрә бик теләп алынған телевизор ҡумталарының өҫтөндә ултыра. Бәләкәйерәк әйбер алыусыларҙың хәле хөртөрәк - уларға ултырырға урын юҡ.
       Техника теҙелгән кәштәләр янында ысын драмалар ҡыҙыуына ла шаһит булырға тура килде. Вәғәҙә ителгән бер литрлыҡ, ҡеүәте 1000 Вт булған сәйнүк артынан килеүсе бәғзе берәүҙәр күрше кәштәлә шундай уҡ хаҡҡа ике тапҡыр ҡеүәтлерәк һәм күләме лә ике тапҡыр артығыраҡ булған сәйнүк күрә һәм үҙҙәре н алданған итеп тоя. Нәмә алырға һуң Фотографияһы буйынса "бер туғанға" әйләнгән бәләкәйенме, әллә таныш булмаһа ла ҙурыраҡ һәм ҡеүәтлерәгенме Әгәр исмаһам бер һумға айырма була ҡалһа, барыһы ла аңлашылыр ине - арзанырағын алырға. Ә
       былай һуң Мыҫҡыл итеү бит был!
       Һеҙ әле уҡыған мәҡәлә мәҫәл түгел, шуға күрә унан һабаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Тик ниңә бәҫебеҙҙе төшөрәбеҙ, дәрәжәбеҙҙе бик түбән - бер нисә һумға - баһалайбыҙ икән Һуң арзанға алынған сәйнүктең һеҙгә кәрәге бармы Быға тиклем сәй эсә алмай инекме Әллә магазин асылыр алдынан барыбыҙҙың да үтектәре эштән сыҡтымы Ә бына һәр кемгә мотлаҡ рәүештә яңы арзан телевизор кәрәклеге шик тыуҙырмай. Бер нисә көн алдан ғына күршем менән дә ошондайыраҡ әңгәмә булды.
       - Кер йыуыу машинаһы кәрәкмәйме - тип һораным мин унан.
       - Ҡайҙа тағын Өйҙә икәү тора, баҡсала тағы өсәү!
       - Ә нәмәгә ул тиклем
       - Автоматы боҙолоп ҡуйһа һуң!
       Был теге көләмәсте хәтерләтә:
       - Һиңә икенсе билет нәмәгә - тип һорайҙар чукчанан.
       - Беренсеһен юғалта ҡалһам!
       - Икенсеһен дә юғалтһаңсы
       - Ул осраҡҡа минең бушлай йөрөү билетым бар!
       Әйткәндәй, арзан тауарҙар һатып алыу акцияһына өлгөрмәһәгеҙ, борсолмағыҙ. Сәйнүктәр һәм "сәйнүктәргә" һунар
       акцияһы һәр ваҡыт асыҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал