6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Иң яҡшыларына - машина ла, фатир ҙа
09.11.05


       Өфө ҡалаһы Октябрь районы эске эштәр идаралығының өлкән участка милиционеры Фирғәт Ғәлиуллин Милиция көнөн үҙенең өс бүлмәле яңы фатирында ҡаршы аласаҡ: һөнәри байрамға бынан да яҡшыраҡ бүләк тураһында хыялланырға ла түгел. Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге торлаҡтың бәхетле эйәһе
       бындай ҙур бүләккә үҙенең өлгөлө хеҙмәте арҡаһында лайыҡ
       булды: Фирғәт Ғәлиуллин йыл да үткәрелгән конкурс йомғаҡтар ы буйынса Өфөнөң иң яҡшы участка милиционеры тип танылды.
       - Өфөнөң участка милиционерҙары араһында һөнәри оҫталыҡ
       конкурсы етенсе тапҡыр үтәрелә. Һәм етенсе тапҡыр, ниндәй генә финанс ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, беренсе урын
       алыусыны фатир, икенсе урын яулаусыны - машина менән
       бүләкләйбеҙ, - тине башҡорт баш ҡалаһының мэры Павел Качкаев.
       Быйыл өр - яңы "десятка" асҡысы Совет районының участка
       милиционеры Фирдус Фәтхисламовҡа эләкте. Өсөнсө урынға
       лайыҡ булған Илдар Мортазинға телевизор бүләк ителде.
       Еңеүсе участковыйҙарҙы бүләкләү уларҙың мең ярым коллегаларының күҙ алдында булды, кисә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән байрамда ысын мәғәнәһендә алма төшөрлөк тә урын юҡ ине.
       Участка милиционерҙарына бындай иғтибар осраҡлы түгел.
       Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселек алдында милицияның абруйы ныҡ ҡаҡшаны, һәм тәртип һаҡсыларына элек б улған ышанысты кире ҡайтарыу үтә лә мөһим. Күп осраҡта милиция тураһында участковыйҙарҙың эшенә ҡарап фекер
       йөрөтөлә. Участка милиционерҙарын хөрмәт итәләр икән - башҡаларға ла "өлөш эләгәсәк". Бынан тыш, Башҡортостандың эске эштәр министры Рафаил Диваев әйтеүенсә, Рәсәй эске
       эштәр министры Рәшит Нурғәлиев төбәктәр алдына
       енәйәтселекте иҫкәртеү буйынса эште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.
       Һәм бында участка милиционерҙарының да роле ҙур. Улар үҙ
       биләмәләрендә оператив хәлде яҡшы белә һәм унда йәшәүселәрҙең һәр береһе менән танышыу мөмкинселегенә эйә. Р еспубликала йәшәүсе һәр кем беренсе сиратта ярҙам һорап
       кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкин булыуын белһен өсөн ошо көндәрҙә "Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милиционеры" акцияһы үткәрелде лә инде. Тәртип һаҡсылары һәр бер фатирға,
       һәр йортҡа инеп уларҙың хужалары менән танышырға һәм үҙ координаталарын ҡалдырырға бурыслы. Сөнки тикшереүҙәр
       күрһәтеүенсә, граждандарҙың ни бары 40 проценты ғына үҙенең
       участка милиционерын белә. Акцияны ойоштороусыларҙың үҙ алдына ҡуйған иң ҙур маҡсаты - һәр кем үҙ Анискинын йөҙгә танып белергә тейеш. "Милицияның көсө - халыҡ менән бәйләнештә", - Башҡортостандың баш милиционеры ҡасандыр
       республиканың Эске эштәр министрлығы бинаһын биҙәгән ошо пл акатты хәтергә төшөрҙө.
       Фатирҙар буйлап йөрөгәндә участковый хужалар менән танышыуҙан тыш, имен булмаған ғаиләләрҙе, "ауыр" үҫмерҙәрҙе,
       "притонға" әйләндерелгән фатирҙарҙы, күптән түгел холоҡ төҙәтеү урынынан сыҡҡандарҙы ла билдәләргә тейеш. Бөгөн мигранттарҙы теркәү, граждандарҙың ҡорал һаҡлауы йәһәтенән
       проблемалар киҫкен тора. Кемдең нисек йәшәүен, үҙ биләмәләрендәге "көнкүреште" белгән хәлдә генә участка
       милиционеры енәйәтселекте үҙ ваҡытында иҫкәртеүгә һәм
       асыуға иҫәп тота ала. Әйткәндәй, был йүнәлештә участка
       милиционерҙары өсөн маҡтанырға ла урын бар. БР Эске эштәр м инистрлығының участка милиционерҙары һәм бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса бүлек эшмәкәрлеген тәьмин
       итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Фәнүз Солтанов әйтеүенсә, һәр дүртенсе бурлыҡ һәм һәр алтынсы талау осрағы улар тарафынан асыла.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал