6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Марихуана яратыусылар ҙа, героинға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә за кон алдында тигеҙ
10.11.03


       Күптән түгел Башҡортостандың наркополиция хеҙмәткәрҙәре
       Кушнарен районында 70 квадрат метр майҙанға сәселгән етен баҫыуына тап булды.Үҫемлектәрҙең дөйөм күләме 70 килограммғ а етте.
       Етенде, мәкте махсус рәүештә үҫтереү енәйәт тип ҡарала . "Плантация" хужалары Енәйәт кодексының 231 статьяһы буйынс а хөкөмгө тарттырыласаҡ, әлбиттә. Ә бына ябай ғына үҫемлек и ҫәпләнгән етенде ни өсөн яраталар һуң Етенде (каннабис) ҡулланыу төрҙәре байтаҡ. Унан төрлө бауҙар , тауар эшләйҙәр, һабағы ҡағыҙ һәм төҙөлөш плиталарына китә,
       орлоғонан май һығалар. Әммә тәү сиратта етен наркотиктар әҙ ерләү өсөн сеймал булараҡ билдәле. Марихуана, гашиш, анаша, план, шмаль, пластилин -- наркотиктарҙың каннабис төркөмөнә инә. Етендән етештерелгән препараттар бөтә донъяла таралған тыйылған матдәләр иҫәбендә тора. Беҙҙең ил дә ситтә тороп ҡа лмай. Ун үҫмерҙең бишәүһе үлән тартып ҡарай тиһәк тә хата бу лмаҫ. Уларҙың күбеһе быны кәйеф күтәренкелеген арттырыр өсөн
       эшләй. Ысынлап та етен препараттарын ҡулланыу кешелә эйфори я тойғоһо барлыҡҡа килтерә. "Үлән" тартыусылар әйтеүенсә, ун ы тәмләгәндән һуң төҫтәр сағыуыраҡ, көй -- матурыраҡ, ә тир ә - яҡтағы ваҡиға көлкөлөрәк тойола. Әммә ҡайһы бер ваҡытта уның киреһенсә шом, ҡурҡыу, паника тойғолары барлыҡҡа килтер еүе лә ихтимал. Ә иң ҡурҡынысы үлән тартыусыларҙың ваҡыт үт кән һайын тағы ла көслөрәк наркотиктарға күсеүенә килтереүен дә. Был инде ысын бәлә.
       Әле 1913 йылда уҡ Америка Ҡушма Штаттарында етендең лег аль әйләнешен сикләүсе "Акт Гаррисона" ҡабул ителгәйне. Рәсә йҙә иһә етен препараттары 1912 йылдан башлап наркотик булып иҫәпләнә башланы. Әлеге ваҡытта Рәсәй сәйәсәте етенгә ҡашы ҡ аты ҡарашта тора. Беҙҙә наркотиктар "еңел" һәм "ауыр"ға бүле нмәй. Героин һәм марихуана һатҡан, таратҡан йә һаҡлағанға яу аплылыҡ берҙәй ҡаты. Әммә Голландия, Ирландия, Италия, Индия
       һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә бындай яуызлыҡҡа йомшағыраҡ ҡар ашта торалар. Хатта Рәсәйгә лә "Европаға ҡараш ташлап Голлан дия тәжрибәһенә өйрәнергә", йәғни етен ҡулланыуҙы рөхсәт ит ергә тигән фекер йәшәп килә. Әммә рәсәйлеләрҙең менталитеты төптө икенсе булыуын иҫәпкә алмағанда ла, етендең алкоголь кеүек үк өйрәнеү барлыҡҡа килтереүен онотмаҫ кәрәк.
       Әлеге ваҡытта Рәсәй һәм донъя кимәлендә лә етендән етеш терелгән препараттарҙың статусын үҙгәртеү тураһында һүҙ алып
       барылмай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал