6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Коммунистар урамға сыҡты
08.11.05


       Нәҡ етенсе ноябрь көнө урамға сығыуҙан баш тартыу - тим әк халыҡҡа ҡаршы капитализмдың еңеүен таныу тигән һүҙ. Республика коммунистары "енәйәтсел режимды хуплаусыларға" бы ндай бүләк эшләй алмай ине. Кискә табан Өфөнөң ҡыҙыл байраҡлы йәш һәм ҡарттары берҙәм саф менән "Спорт"
       туҡталышынан ҡаланың төп майҙанына табан йүнәлде.
       Коммунистар ғәҙәттә буржуазлыҡ һәм тоталитарлыҡҡа хеҙмәт итеүҙә ғәйепләргә яратҡан милиция был юлы һирәк кенә колоннаға хатта "ниңәлер" ярҙам да итте. Милиция һуңынан
       иҫәпләүенсә, коммунистар митингыһы һәм йәштәрҙең параллель рәүештә барған Наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы
       иҫкәртеү йылына арналған акцияһында яҡынса 800 кеше ҡатнашҡан.
       "Ҡыҙылдар" менән бергә майҙанда "ҡыҙғылт - һарылар" ҙа - берләшкән оппозиция - булыр тип көтөлгәйне. Әммә уның лидерҙары КПРФ ағзалары менән бергә Октябрь проспекты
       буйлап атлауға тиклем барып етмәне. Әбей - бабайҙарҙың осрашыу урынына имен - аман барып етеүенә инанғас ҡына улар Ильичтың ҡул аҫтына йыйылды. Артабан инде сара өйрәнелгән
       сценарий буйынса дауам итте: тағы ла Бигнов әфәнде, башҡорт
       комунистары лидерҙарынан инициативаны тартып алып, бары тик
       нефть торбаһына табынған "яуыз" власты, бөгөнгө режимды һүкте. Оппозиция һирәгәйгән рәттәргә тағы бер тапҡыр үҙенең
       сафта булыуы, бөгөлмәүе хаҡында белдерҙе. "Тимәк, аҡса бар
       әле", - тип билдәләне халыҡ.
       Күп кенә журналистар инде ялҡытып бөткән был шоуға контрамаркарын тапшырҙы. "Һин бараһыңмы" Ә һин" - тип бер - береһенән һорашты улар дүшәмбе иртә менән. Хәйер, ул 2005 йылдың ел - дауыллы яҙында уҡ ялҡытты инде. Һуңғы аккорд 22
       июндә, "ҡыҙылға сығыу" программаһы унан алда булған демонстрацияны өр - яңынан ҡабатлағандан һуң "яңғыраны". Үткән саралағы кеүек үк миңә иң оҡшағаны концерт булды - йырҙар ысынлап та патриотик рухта, күңелгә үтеп инә. Һәм мин уларға ҙур теләк менән ҡушылдым. Хәҙер ундай йырҙар яҙылмай
       шул. Һәр хәлдә хор менән башҡарырлыҡтары юҡ. Бөйөк Октябрь
       революцияһының 88 йыллығын билдәләү үҙ ваҡытында вафат
       булған кешене хәтерләү кисәһе үткәреүҙе хәтерләтә. Шулай уҡ тыныс, шау - шыу юҡ, күңелдә яҡты иҫтәлектәр генә ҡалған. Ленин мумияһының яҙмышы хаҡында һөйләшеүҙәр ҙә элекке кеүек йәнлелек тыуҙыра алманы. Коммунистар бер ҙә йәшермәй ышаныслы финанслау сығанаҡтары эҙләй һәм партия эсендәге ғауғаларҙы тикшерә. Бер генә нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала - ул да булһа, көйә төшһә лә, пенсияға тиклем аҡса эшләп ҡалырға теләүселәрҙең күңелендә яуап табыусы идеологик платформа.
       Йолаға ингән митингыла төп маҡсатҡа артыҡ иҫтә ҡалырлыҡ шау - шыуһыҙ барып еттек - Владимир Ленин һәйкәленә гөлләмәләр һалынды, ҡарғауҙар ҙа, саҡырыуҙар ҙа яңғыраны, йырҙар ҙа йырланды. Демонстрацияны бәләкәй генә йыйылма оркестр яҡшы биҙәне, көйҙәрҙе бер аҙ боҙһалар ҙа, улар кәйефте күтәрә алды. Һәм
       миңә, нескә күңелле кешегә, бер мәл барыһы ла ул тиклем үк насар түгел, үткәндең яҡшы ваҡыттары әйләнеп ҡайтыр кеүек тойолоп китте.
       Агитация халыҡ талаптарының эскерһеҙлегенә дәлил булды.
       Тейеш булғанса, рәсәйлеләрҙең барлыҡ бәләһен коммунистар һәм оппозиция лидерҙары тәбрикләү һүҙендә үк бергә ҡушты һәм бер һүҙ менән - "енәйтсел капитализм" тип атаны. Ҡул
       сабыуҙарға ҡарағанда, митингыға килеүселәрҙең күпселеге өсө н сағыштырыу бөгөнгө заман файҙаһына булмауы һиҙелә. Транспаранттар күңелде йылыта: "Капитализмға - юҡ", "Бөйөк Октябргә дан", дөрөҫ, "Йәштәргә - эш, торлаҡ, белем" тигән лозунгыға кемдер "бушлай" тип өҫтәп ҡуйған. Тимәк, кире юлға сығабыҙ: фабрикалар - эшселәргә, ер - крәҫтиәндәргә, власть - халыҡҡа. Һаумыһығыҙ, 88 йыл элек яңғыраған лозунгылар! Прагматик төҙәтмә индерәбеҙ, әлбиттә, бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡын арттырырға һәм торлаҡ - коммуналь хужалыҡ тарифтарын арттырыуҙы тыйырға.
       Һәм етенсе ноябрь митингыһынына туранан - тура ҡағылмаған тағы бер иҫкәрмә. Кисә коммунистар әле сентябрҙә үк
       башланған "халыҡ референдумы" һөҙөмтәләре менән таныштырырға тейеш ине. Уны йыл аҙағына тиклем ҡалдырырға хәл ителде. Коммунистар күҙ алдында "пиарға" өйрәнә, ағымдағы сәйәси мәлгә уларҙың отошлораҡ башҡа бер нәмәһе лә юҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал