6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Кадомцевтар батырлығына дан йырлайбыҙ
08.11.05


       Октябрь проспекты һәм Зорге урамы араһында тағы бер урам - ағалы - энеле Кадомцевтар урамы урынлашҡан. Йорттарҙың береһендә Кадомцевтарҙың профессиональ революционер - большевик булыуҙары, 1905 - 1907 йылдағы һәм Бөйөк Социалистик революцияла ҡатнашыуҙары, Уралда хәрби дружиналар төҙөүҙәре тураһында хәбәр итеүсе мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған.
       Кадомцевтар ғаиләһендә өс ир - егет үҫә: Иван, Михаил һәм Эразм - Урал эшселәренең танылған юлбашсылары. Һигеҙенсе ноябрь - Михаил Кадомцевтың тыуған көнө. Әммә уның тураһында һөйләгәндә, башҡа туғандарын да иҫкә алыу кәрәк ти п һанайым, сөнки уларҙың яҙмышы бер - береһенә тығыҙ бәйле.
       Эразм Самуилович Кадомцев 1881 йылдың 8 мартында Бөрө
       ҡалаһында донъяға килә. Ырымбурҙа кадет корпусын һәм Петербургта Павловск хәрби училищеһын тамамлай. Рус - япон һуғышында ҡатнашып тәжрибә туплай, хәрби белемен тулыландыра. Был тәжрибәнең 1905 - 1907 йылдарҙа хәрби
       дружиналар штабы начальнигы вазифаһында файҙаһы тейә. 1906 йылда РСДРП хәрби һәм ғәскәри ойошмаларының беренсе конференцияһында ул юҡҡа ғына партия үҙәк комитетының Хәрби үҙәге ағзаһы итеп һайланмай. Һөргөн, эмиграция, батша
       власы эҙәрлекләүҙәре аша үткән Эразм Самуилович һуңынан
       Өфөлә партия губкомы, губисполком ағзаһы, губвоенком, Төркөстан армияһының махсус бүлеге начальнигы, Көнсығыш фронтының разведка бүлеге политкомиссары һ. б. вазифалар
       башҡара.
       Эразм Кадомцевтың хәрби эштәре тураһында күп нәмә
       билдәле, ә бына уның хужалыҡ фронтындағы ҡаҙаныштары тураһында күптәр белмәй. Партия үҙ ваҡытында уны
       кинематографияны тергеҙеү эшенә йәлеп итә. Кадомцев тәҡдим иткән темалар буйынса "На крыльях ввысь" һәм "Броненосец Потемкин" фильмдары төшөрөлә.
       Эразм Кадомцев 1965 йылдың алтынсы мартында Мәскәүҙә вафат була.
       Иван Самуилович Кадомцев 1884 йылда Өфөлә тыуа. Гимназияла белем ала. Апаһы Иннаға листовкалар, тыйылған
       әҙәбиәт таратыуҙа ярҙам итеп, революция эшенә иртә йәлеп ителә. 1902 йылда ул ағаһы Эразм хеҙмәт иткән Ҡазанға килә. Бында гимназия уҡыусылары, һалдат һәм эшселәр араһында йәшерен революция эшен дауам итә, большевиктар партияһына
       ла ошонда инә.
       1905 - 1907 йылдарҙағы революцияны Иван Кадомцев Өфөлә ҡаршы ала. РСДРП ағзаһы булараҡ, Уралда хәрби дружиналар ойоштороуҙа ҡатнаша, бомба әҙерләү һәм сит илдән ҡорал ҡайтарыу өсөн техник төркөмдәр ойоштора, хәрби һәм ғәскәри ойошмаларҙың Таммерфор конференцияһында "уралдар" исеменән хәрби дружиналарҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Р СДРП - ның Урал хәрби ойошмаһы командиры була. Уралдың эш тәжрибәһе Рәсәйҙең барлыҡ ойошмалары өсөн өлгө
       сифатында ҡабул ителә.
       Революция баҫылғандан һуң Иван эмиграцияға китә. Өфө
       большевигының биографияһында уның Горький менән танышыуы, ә ңгәмәләшеүҙәре ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Яҙыусы Иван Кадомцев һәм уның иптәштәренең биографияһы нигеҙендә "Сын" романы яҙырға әҙерләнә.
       1914 йылда, Рәсәйгә ҡайтҡас, Иван Самуилович Уралда, армияла революция эшен дауам итә. 1917 йылдың октябрь айында Кремлде баҫып алыуҙа ҡатнаша, Мәскәү Советы ағзаһы
       итеп һайлана.
       Йәрәхәтләнгәндән һуң Кадомцев Өфөгә әйләнеп ҡайта, хәрби
       ойошмаларҙы тергеҙеүҙә ҡатнаша, хеҙмәт комиссариаты төҙөй. Ағиҙел йылға флотын милләтләштереүҙә ҡатнашҡан ваҡытта һалҡын тейҙерә һәм 1918 йылдың 27 ғинуарында вафат була.
       Михаил Самуилович Кадомцев, әйткәнемсә, 1886 йылдың һигеҙенсе ноябрендә Өфөлә тыуа, Симбирск кадет корпусында белем ала, унда иң мәргән атыусы, иң яҡшы гимнаст булып таныла, футбол командаһында уйнай. Каникул ваҡытында өйҙә булғанында ағайҙары һәм апайҙарына листовка һәм тыйылған әҙәбиәт таратырға ярҙам итә, ошо арҡала кадет корпусынан ҡыуыла. Өфөгә ҡайтҡас, хәрби дружиналар ойоштора, хәрби
       эшкә өйрәтеүҙе үҙ өҫтөнә ала, паспорттар, динамит, ҡорал, а ҡса экспроприациялауға етәселек итә. Иң хәүефле эште башҡарғанда ла шаянлығын юғалтмай, иптәштәрен дәртләндерә. Б ик ҡыйыу һәм мөләйем кеше булып иҫтә ҡала.
       1906 йылдың көҙөндә Михаилды ҡулға алалар, оҙаҡ ваҡыт "одиночкала" тоталар, хәрби - ялан суды уны өс йылға хөкөм и тә. Әсәһе улының төрмәнән ҡасыуын ойошторорға тырышып ҡарай,
       әммә үҙе лә ҡулға алына. Михаилды үлем язаһына хөкөм итәләр , Горький етәкселегендәге йәмәғәтселек ҡыҫылышы арҡаһында ғына уға үлем язаһы ғүмерлек каторга менән алмаштырыла. Михаил унда 11 йыл ғүмерен уҙғара.
       Февраль революцияһы Кадомцевты азат итә. Ағайҙары менән
       бергә ул хәрби дружиналарҙы тергеҙә, "дутовсыларға" ҡаршы көрәшеп тә өлгөрә. Өфөгә ҡайтҡас, Михаил Валентин Куйбышевтың үтенесе буйынса, Һамарҙа ҡуҙғалған баш
       күтәреүҙе баҫтырырға китә. Был эште уңышлы атҡарып сыҡҡас, Һамарҙың хәрби коменданты итеп тәғәйенләнә. Аҡ чехтарҙың
       Һамарға һөжүме ваҡытында Михаилды ҡораллы көстәргә етәкселек итергә ҡуялар. 1918 йылдың дүртенсе июнендә Липяга
       тимер юл станцияһында күп ҡан ҡойола. Көстәр тигеҙ булмай -
       аҡ чехтарҙың 15 мең кешенән торған, яҡшы ҡоралланған, дүрт
       йыллыҡ һуғыш мәктәбен үткән армияһына ҡаршы көрәшеүе ауырға тура килә. Михаил Кадомцевтың һуңғы белдереүендә
       түбәндәге һүҙҙәр яҙыла: " Беҙ ҡурҡыныс һуғышҡа индек. Минең
       менән Урал заводтары эшселәре генә ҡала, беҙ һәләк
       буласаҡбыҙ, әммә республика совет еренең бер аҙымын да дошманға бирмәйәсәкбеҙ". Хәрби комиссар Н. И. Подвойский РКП (б) Үҙәк Комитетына Михаил Кадомцевтың һәләк булыуы
       тураһында хәбәр ебәрә: "Иптәш Михаил Кадомцев 1918 йылдың и юнендә чехословактарға ҡаршы көрәштә Ҡыҙыл Армияның
       беренсе частәренә етәкселек итеп, батырҙарса һәләк булды".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал