6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Чапай менән иңгә - иң килешеп
07.11.05


       Дмитрий Андреевич Фурманов 1891 йылдың етенсе ноябрендә Ко строма губернаһының Середа ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Буласаҡ яҙыусының бала һәм үҫмер йылдары Иваново - Вознесенск ҡалаһында үтә. 1914 йылда Фурманов журналист сифатында фронтҡа китә. Санитар
       поездарында ул Кавказ, Көньяҡ - Көнбайыш һәм Көнбайыш фронттарында була, иҫке армияла һалдаттарҙың хәле тураһында очерктар яҙа.
       1916 йылда Фурманов Ивановово - Вознесенск ҡалаһына кире
       әйләнеп ҡайта һәм "Рабочий край" гәзитендә хәбәрселек
       эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәрә. Башта ул эсер була, әммә
       1918 йылдың бишенсе июлендә большевиктар партияһына инә, ә тағын ярты йылдан Фрунзе уны Ярославль хәрби округында эшкә йәлеп итә. Фурмановтың Ҡыҙыл Армияла эше ошонан башлана ла инде.
       1919 йылдың мартында Дмитрий Фурманов Василий Чапаев
       етәкселек иткән 25 - се атышсылар дивизияһының хәрби
       комисары итеп тәғәйенләнә. Өс айҙан һуң дивизия Өфөнө азат
       итергә тейеш була. Төп һөжүм Ҡыҙыл Ярҙа билдәләнә. Һөжүмгә ике көн ҡалғас, унда Фрунзе, Чапаев һәм Фурманов килә һәм
       командирҙар һәм комиссарҙарҙың кәңәшмәһен йыя. Ошонда Чапаевтың ғәскәр менән етәкселек итергә ҡалыуы, Фурмановтың тимер юл күпере яғына, башҡа частәргә юл тотоуы хәл ителә.
       Сигенгән ваҡытта аҡгвардеецтар совет ғәскәрҙәренең һөжүме н кисектереү өсөн Ағиҙел аша һалынған күперҙе шартлата. Әммә
       Ҡыҙыл Яр тирәһендә йылғаны аша сығып, ҡыҙылармеецтар колчаксыларҙы ҡыҫырыҡлауын дауам итә.
       Был ваҡытта Потаповтың 75 - се бригадаһы ҡыҙылармеецтары
       шартлатылған тимер юл күпере эргәһендә йылғаны аша кисергә әҙерләнә, улар араһында Дмитрий Фурманов һәм уның ҡатыны
       Анна Никитична ла була.
       Фурманов Граждандар һуғышының ауыр йылдары Чапаев
       менән иңгә - иң терәп үтә, күп кенә һуғыштарҙа ҡатнаша. Ҡат ы хәрби мөхиттә сыныға. Талантлы сәйәси етәксегә яугирҙарҙың һөйөүен яулауы ҡыйын булмай. Чапаетың үҙенә лә "кәрәкле юл" табып, Фурманов уға ла йоғонто яһауға өлгәшә. Был турала беҙ Дмитрий Фурмановтың "Чапаев" романы буйынса беләбеҙ, китап я ҙыуға ул 1922 йылдың йәйендә тотона, ә бер йылдан баҫып та сығара. Уның яҙыусы таланты был романға тиклем үк билдәле була. Бай фронт тәьҫораттары Фурманов ҡыҙылармеецтар һәм
       ҡала халҡы араһында эшләгән көндәрҙә лә сағылыш таба. Кистәрен, сәйәси бүлек бүлмәһендә, үҙе туҡтаған Пушкин
       урамындағы 86 - сы йәки Гоголь урамындағы 21/1 адресы буйынса урынлашҡан йортта гәзиткә мәҡәләләр яҙа. Окоптарҙа,
       поезда, һуғышта йәки һуғыш алдынан көндәлегенә яҙып барған l`reph`kd`p{m файҙалана. "Чапаев" романын яҙғанда ла
       көндәлектең кәрәге тейә.
       Бер ваҡыт Чапаев комиссарға һорау бирә:
       - Нисек уйлайһығыҙ, иптәш Фурманов, мин тарихҡа
       инәсәкменме
       - Мотлаҡ инәсәкһегеҙ, - була яуап.
       Һөйләшеү ҡыҫҡа булһа ла ул Чапай лайыҡлы урын алырға
       теләгән һуғыштың мәғәнәһе тураһында уның нимә уйлауын сағылдыра. Комиссар, буласаҡ яҙыусының һүҙҙәре дөрөҫкә сыға.
       Чапаев - халыҡ геройы, һәм күптәр уның менән Фурмановтың
       китабы аша, уның буйынса төшөрөлгән "Чапаев" фильмы буйынса таныш.
       Өфөнө азат иткәндән һуң Фурмановты 25 - се дивизиянан саҡыртып алып Төркөстан фронтына ебәрәләр. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
       1923 йылдың август айында Фурманов армиянан китә һәм үҙен
       тулыһынса әҙәбиәткә бағышлай. Китаптарында яҙыусы чапай дивизияһының геройҙарса көрәшеүе тураһындағы эпизодтарын
       һүрәтләй, Урта Азияла граждандар һуғышының драматик картинаһын бирә. Профессиональ яҙыусы булараҡ, ул биш йыл
       тирәһе генә эшләп ҡала, әммә уның китаптары совет әҙәбиәтенең алтын фондына инә. Дмитрий Фурманов бик күп нимә тураһында яҙырға хыяллана, бәлки планында Башҡортостанда Граждандар һуғышы тураһында ла китап яҙыу булғандыр. Үлер алдынан уның "Мин күп нимәне әйтеп өлгөрмәнем. Эшләп бөтмәнем..." - тип әйтеүе билдәле.
       Фурманов 35 йәшендә вафат була. Уның үлеме тураһында ишеткәс, Горький: "Әҙәбиәттә тиҙ арала үҙенә лайыҡлы урын табырлыҡ кешене юғалттыҡ. Ул күпте күрә белә, һиҙгер, аҡыллы
       ине...", - ти.
       Бәләбәйҙә 1919 йылдың 27 майында комиссар лекция менән сығыш яһаған йорт һаҡланған (бөгөн ул Мәҙәниәт йорто).

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал