6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Самолеттарҙы осорға өйрәткән
07.11.05


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Яңауылда авиация полкының у ҡыу - күнекмә отряды ойоштороуы тураһында күптәр белмәй. Унда сәйәсәт буйынса командир урынбаҫары вазифаһын Александр Николаевич Костылев башҡара. Фашистарға ҡаршы һуғышта йәрәхәтләнгәндән һуң уны тылға оҙаталар. Тыныс шарттарҙағы тормошҡа өйрәнеүе ҡыйын була уға. Яңауылдағы уҡыу - күнекмә отрядында хеҙмәт итеү уға һуңынан ҙур ғорурлы ҡ менән:
       - Мин 11 төр самолетҡа һынау үткәрҙем. Самелеттарҙы осорғ а өйрәттем, - тип әйтергә мөмкинселек бирә.
       Александр Костылев 1908 йылдың 2 ноябрендә Вятка губернаһының Песков ҡасабаһында донъяға килә. Ете йыллыҡ мәктәпте, фабрика - завод мәктәбен тамамлай. Аҡыллы, энергияһы ташып торған егет тыуған яғында ихтирам ҡаҙана. Райондың комсомол комитеты секретаре, колхоз рәйесе итеп
       һайлана.
       1933 йылда уға Ҡыҙыл Армияға саҡырылыу ваҡыты етә. Әңгәмә
       ваҡытында армияға саҡырылыусы йәш егет Александр Костылев я ҙмышын күк йөҙө менән бәйләргә, осоусы булырға теләүен белдерә. 1936 йылда Ырымбур авиация мәктәбен, һуңыраҡ - комиссар - осоусы курстарын тамамлай.
       1939 - 1940 йылғы совет - фин һуғышы башлана. Был һуғышт а күрһәткән батырлығы өсөн 1940 йылдың 21 мартында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Документтарҙа был турала ҡыҫҡа һәм ҡоро яҙылған.
       "50 - се тиҙ бомбардировка авиация полкының хәрби
       комиссары, батальон комиссары Александр Николаевич Костылев ҡырҡ дүрт хәрби осош яһай. Партия - сәйәсәт эшен яҡшы ойоштора, составты дошмандың төп оборона линияһын йырып сығыуҙа хәрби бурыстарҙы үтәүгә һәйбәт әҙерләй".
       Советтар Союзы Геройы А. Н. Костылев 1941 йылдың июнь айынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Йәрәхәтләнә. Әммә унан һуң да сафта ҡала, Яңауылдағы уҡыу - күнекмә осоу отрядында хеҙмәт итә. Бында уның күпме ваҡыт булыуы - хәрби сер.
       Авиацияла ул "отличноға" хеҙмәт итә. Костылевтың күкрәген Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике беренсе дәрәжә
       Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар биҙәй. Б ыл наградалар күп нимә тураһында һөйләй. 1953 йылдан алып
       полковник Александр Николаевич Костылев - запаста.
       "Китап" нәшриәтендә "Уларҙың батырлығы үлемһеҙ" тип аталған йыйынтыҡ сыҡты. Унда күпселеге Башҡортостан еренән
       булған 279 Советтар Союзы Геройы тураһында биографик
       белешмәләр бирелгән.
       Әммә ошонда йәшәгән, эшләгән, уҡыған Александр Костылев кеүек Геройҙар тураһында мәғлүмәт йыйыу нисек яҡшы булыр
       ине. Беҙҙең мәғлүмәт буйынса уларҙың һаны иллегә яҡын.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал