6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Салауат эҙҙәре буйлап...
07.11.05


       Ҡайһы ваҡыт өйрәнелгән кеүек булған әйберҙәр бөтөнләй яңы
       яҡты мәғәнә ала. Тарихи фигура һәм юлдар ҙа яңы йөкмәткегә
       эйә булырға һәләтле. Салауат Юлаев отряды йөрөгән урындар буйлап үткән журналистар экспедицияһы ла башҡорт халҡының милли геройы һәм башҡа шәхестәрҙе үҙҙәре өсөн яңынан "асты".
       Ижади отчет менән журналистар "Башинформ" агентлығында сығыш яһаны, әйткәндәй, экспедицияла агентлыҡ хәбәрселәре лә
       ҡатнашты. Беренсе булып һүҙҙе ойоштороусылар - БР Хөкүмәте эргәһендәге матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы
       начальнигы урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев алды:
       - Республика Президентының Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуын байрам итеү һәм йыл да билдәләнгән Салауат
       көндәре тураһындағы Указдары беҙҙең экспедиция өсөн рәсми с әбәп ролен уйнаны. Беҙҙең фекер буйынса, башҡорт халҡының ми лли геройының юбилейына әҙерлек программаһына журналистар нәҡ ошондай өлөш индерергә тейеш.
       Шулай итеп, экспедиция маҡсаттарының береһе дөйөм тарихи хәтеребеҙҙе мәғлүмәт менән байытыу булды. Экспедиция составына ғалимдар жәурналистар инде. Уның тәүге өлөшөндә, 2004 йылдың июлендә, беҙҙең коллегалар Эстонияла - Палдиски ҡалаһында, Салауат һәм уның атаһы Юлай Аҙналин каторга йылдарын үткәргән Рогервик нығытмаһында булды. Экспедицияла ҡатнашыусылар тотҡондарҙың юлын ҡабатланы тип әйтергә була, шулай уҡ улар ғалимдар һәм музей хеҙмәткәрҙәре менән
       осрашты. Яңы сәйәси ысынбарлыҡ беҙҙең тарихи хәтеребеҙҙә
       үҙенсәлекле сағылыш таба: 80 - се йылдарҙа Палдиски ҡалаһында энтузиаст - уҡытыусылар төҙөгән Салауат Юлаев
       музейы яңы власть органдары тарафынан ябылған ( йорт элекке
       хужаһына ҡайтарылған), ә Салауат урамының исеме үҙгәртелгән . Экспедициянан һуң матбуғатта уның тураһында һөйләүҙән тыш
       тарихыбыҙҙың бер өлөшөн юғалтыуыбыҙға иғтибар йәлеп итеүсе йөҙләгән публикациялар барлыҡҡа килде. Бынан тыш унда ҡатнашыусылар Палдиски һәм Эстонияла Салауат Юлаев һәм уның атаһын тотҡан урындарҙағы иҫтәлекле билдәләр буйынса
       яңы туристик маршрут булдырырға тәҡдим итте.
       Журналистар акцияһының икенсе өлөшө 2005 йылдың август - сентябрь айарында үтте. Ырымбур, Пермь, Свердлов өлкәләрендә Салауаттың хәрби юлдары үткән урындарҙа һигеҙ экспедиция булып ҡайтты. Әйткәндәй, был юлы киң мәғлүмәт
       саралары мөхәрририәттәре үҙ иҫәбенә йөрөнө. Икенсе этап
       республиканың Балтас районында тамамланды, герой ул һәм атаны хөкөм иткәндән һуң нәҡ ошонан һөргөнгә оҙаталар.
       Журналистар Салауаттың хәрби тормошона бәйле факттарҙан
       башҡа ла мәғлүмәт йыйҙы. Экспедицияла ҡатнашыусыларҙы күп урында башҡорт милли геройы Салауат Юлаев тураһында
       ишеткәндәре лә булмауы аптырашта ҡалдырҙы. Был ғына ла
       түгел, ҡайһы бер ерҙә "Пугачев фетнәһе" һәм 18 быуаттағы Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында ла белеп етмәйҙәр. Башҡортостан, уның халҡы, һәм, әлбиттә, батыр һәм уның атаһы тураһында жу рналистарҙың үҙҙәренә лә бәйән итергә тура килде.
       Профессор, филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев
       экспедициялар кәрәкле һәм файҙалы эш башҡара тип иҫәпләй. Б еренсенән, беҙ милли батырыбыҙ тураһында үҙебеҙ күп яңылыҡ б еләбеҙ һәм уның аяҡтары баҫҡан урындарҙан үтәбеҙ. Икенсенән, Башҡортостан һәм милли мираҫтар тураһында халыҡҡа еткерәбеҙ.
       - 1940 йылға тиклем, Степан Злобандың романы сыҡҡансы,
       Салауат Юлаев тураһында белеүселәр бөтөнләй аҙ булған. 20 быуаттың икенсе яртыһында ғына башҡорт милли геройы һәм уның атаһының исеме онотолоу быуаһын йырып сыға алды, - тип һөйләй Мирас Хәмзә улы. - Кешеләр үҙ геройҙарын белергә тейеш. Беҙ Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына инеүенә 4 50 йыл тулыуына яҡынлашабыҙ, һәм ошондай экспедицияларҙы дау ам итергә кәрәк.
       Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған "Аманат" журналы мөхәррире Артур Дәүләтбаҡов экспедицияла күҙәтеүҙәре менән
       уртаҡлашты: күрше төбәктәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн гәзи т - журналдар сығарылмай, тип үкенес менән билдәләне ул.
       Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар Салауаттың тормош юлы һәм мираҫын өйрәнеү буйынса журналистар акцияһы дауам итергә тейеш, тигән фекер менән ризалашты.
       Фәнил Ҡоҙаҡаевтың һүҙҙәре буйынса, киләһе йылда
       журналистарҙың Салауаттың исемен йөрөтөүсе ҡала һәм райондар, предприятие һәм ойошмалар буйлап яңы маршруты билдәләнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал