6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Инфекцияларға ҡаршы көрәш иғлан ителә
02.11.05


       Һаулыҡ барыбер ҡасандыр насараясаҡ - ниңә уның тураһында алдан борсолорға Әммә сәләмәтлекте оҙайлы йылдар дауамында юғалтыу һәм ниндәйҙер инфекция һөҙөмтәһендә
       ауырыуға әйләнеү араһында айырма ҙур. Йоғошло сирҙәрҙең таралыуын иҫкәртеүсе профилактик саралар бик күптән күрелә. Бөгөн иһә инфекцияларға ысын көрәш иғлан ителә, уның стратегияһын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡ абул ителгән 2006 - 2010 йылдарға маҡсатлы "Вакцинопрофилактика" программаһы билдәләй.
       Программаның төп маҡсаты - грипп, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, дифтерия, гепатит, ҡотороу ауырыуы кеүек вакцина ярҙамында
       еңеп була торған инфекцияларҙы кәметеү. Эпидемик
       күрһәткестәр буйынса вакцинация үткәреү, инфекция ауырыуҙарын йоҡтороу хәүефе булған шарттарҙа йәшәүселәр араһында ауырыуҙы диагностикалау, специфик диагностика, вакцина профилактикаһы өсөн препараттарҙы ташыу һәм һаҡлауҙың һөҙөмтәле системаһын булдырыу ҡарала.
       Бөгөнгө көн вакциналары прививка яһатыусыларҙың 95
       процент тирәһен инфекциянан һаҡлай. Һуңғы биш йылда
       республикала ике йәшкә тиклемге балалар араһында прививка
       үткәреү кимәле 90 - дан 97 процентҡа тиклем күтәрелде, һөҙөмтәлә ҡыҙылса, дифтерия менән ауырыу һирәк осрай, ҡыҙамыҡ менән ауырыу күрһәткесе 30, эпидемик паротит менән з арарланыу - 68 тапҡыр кәмегән. Башҡортостан Республикаһына п олиомиелиттан азат территория статусы бирелде. Полиомиелит в акцинаһын ҡулланыуҙың ҡырҡ йыллыҡ тәжрибәһе ауырыуҙың эпидемик таралыуын туҡтатырға һәм "ҡырағай полиовирус" штамдары таратҡан полиомиелит осраҡтарын тулыһынса юҡҡа
       сығарырға мөмкинселек бирҙе.
       Башҡортостанда эпидемик хәл тотош Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда бер ҙә насар түгел, әммә борсолоу өсөн етди
       сәбәптәр һаҡлана. Мәҫәлән, республикала инфекция ауырыуҙарына дусар булыусылар һаны йылына 750 меңдән бер
       миллионға етә, был ярайһы уҡ иҡтисади юғалтыуҙарға килтерә. Талпан энцефалиты - республика биләмәләрендә иң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Ауырыу осраҡтары ике - өс йыл һайын көсәйеп ала. Талпан энцефалиты менән ауырыуҙар 1996 йылда -
       312 осраҡ (100 кешегә биш мең самаһы) һәм 1999 йылда - 143 ( 100 меңгә 3,5) теркәлгән. 2002 - 2004 йылдарҙа талпан
       энцефалиты менән ауырыу осраҡтары кәмегән (100 мең кешегә 2 2 осраҡ).
       Ҡырағай хайуандар, ҡарауһыҙ эт һәм бесәйҙәр һаны артыуына
       бәйле, хайуандарҙың ҡотороу ауырыуына дусар булыуы
       йәһәтенән дә хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Хайуандар тешләүе йәки уларҙан башҡа йәрәхәттәр алыуға зарланып, йыл да 15 - 1 7 мең кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, уларҙың ете  ­ һигеҙ меңенә антирабик прививкалар курсы тәғәйенләнә.
       В гепатиты вирусы менән зарарланыусылар һаны ла юғары
       кимәлдә. Йыл да ауырыуҙар һәм вирус йөрөтөүселәр һаны бер меңдән арта. Күмәк ауырыу осраҡтары теркәлмәһә лә,
       менингококк инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәл
       көсөргәнешле булыуҙан туҡтамай.
       Бактериаль дизентерия, сальмонеллез, ҡорһаҡ тифы, А гепатиты вирусы кеүек эсәк инфекциялары киң йәйелгән. Улар респиратор вирус инфекциялары һәм гриптан ҡала икенсе урында тора.
       Йыл да көҙгө - ҡышҡы осорҙа халыҡтың ОРВИ һәм грипп менән
       ауырыу осраҡтары арта. Эпидемия ваҡытында республика халҡының 7,5 проценты ауырый, был ваҡытта йылдағы иҡтисади
       зыян 600 - 780 миллион һум тәшкил итә. Балаларҙың ауырыу
       күрһәткестәре өлкәндәрҙеке менән сағыштырғанда байтаҡҡа
       күберәк.
       Барлыҡ инфекцияларға ҡаршы көрәшкә дүрт йыл дауамында 185 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Һалынған средство һәм түгелгән көс йоғошло ауырыуҙарҙы бөтөнләй юҡҡа сығармаһа ла уларҙың таралыуын һиҙелерлек кәметергә тейеш.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал