6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Язаларға ярамай ултыртырға
02.11.05


       Дәүләттең террорсылыҡ акттарына ҡаршы көсһөҙлөгөнә, суд
       системаһының енәйәтселәргә тейешле яза бирмәүенә һ. б. ошондай хәлдәргә шаһит булған һайын язалау сараһы хаҡындағы
       һорау кире әйләнеп ҡайта. Рәсәйҙә үлем язаһы бөтөрөлмәгән: ул енәйәтселек, террорсылыҡ, наркотиктар менән сауҙа итеү
       юлында кәртә була ала. Булмауы ла мөмкин.
       "Родина" сәйәси партияһы тарафынан саҡырылған эксперттарҙан "түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашыуға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы , прокуратура һәм суд вәкилдәре килә алманы. Уларҙың
       тикшерелгән проблемаға ҡарашы күпселек халыҡтың фекеренән а йырылыуы аңлашыла. "Родина" партияһының төбәк бүлексәһе лидеры Александр Козлов был йәһәттән ҡаты әйтте:
       - Беҙҙең партия Бесландағы ваҡиғаларҙан һуң террорсыларға
       үлем язаһына мораторийҙы юҡҡа сығарыу тураһындағы һорауҙы п арламент тикшереүенә сығарырға тырышып ҡараны. Әммә үткән йы лда Дәүләт Думаһы депутаттарының күпселеге был турала
       ишетергә лә теләмәне.
       2007 йылдың 1 ғинуарынан алып - һәр урында присяжный заседателдәр институты индерелгәндән һуң Рәсәйҙә судтар ауыр
       енәйәттәр өсөн иң ҡаты сараға - үлем язаһына тарттырыуға
       хоҡуҡлы буласаҡ. Судьялар корпусын бындай перспектива ҡыуандырмауы аңлашыла. Профессиональ судьялар присяжныйҙарҙың, профессиональ юристарҙан айырмалы
       рәүештә, квалификацияһы түбәнерәк һәм улар субъектив тип иҫәпләй. Бынан тыш, присяжныйҙарға криминалитет тарафынан й оғонто яһау мөмкинселеге артасаҡ.
       "Родина" сәйәси фирҡәһе террорсылыҡ, наркотиктар менән
       һатыу итеү һәм ойошҡан енәйәтселек кеүек социаль янауҙарҙан
       килгән хәүефтең артыуын билдәләп, Рәсәйҙә үлем язаһын ҡулланыуға мораторийҙың юҡҡа сығарылыуы өсөн сығыш яһай. Судья хатаһынан страховка сифатында партия дәүләт тарафынан оҙайлы ваҡытҡа хөкөмдө башҡарыуҙы мотлаҡ кисектереүҙе индерергә тәҡдим итә. Ун йылмы, бишме, мөһим түгел. Иң мөһиме, был ваҡыт эсендә тикшереү органдары тикшереү һәм хөкөм сығарыуҙың ғәҙел һәм объектив булыуын гарантиялай.
       Икенсе яҡтан үлем язаһы проблемаһын тикшереүҙә БР Эске
       эштәр министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
       - Мин бер ваҡытта ла үлем язаһы яҡлы булманым. Әгәр дәүлә т палач булып сығыш яһай икән, ул саҡта кем дәүләтте ғәйеплә р Ғәйепләүһеҙ язалау мөмкинселегенән баш тартыуы ҡыйын, әлбиттә. Минеңсә, мораторийҙы юҡҡа сығарыу түгел, ә язанан
       ҡасып булмауын белеү криминоген хәлде яҡшыртырға һәләтле. Үлтереүгә ҡарағанда ғүмер буйына тотҡонлоҡҡа хөкөм итеү гуманлыраҡ һәм тәьҫире лә көслөрәк.
       Александр Козлов был фекерҙе уртаҡлашты:
       - Суд хатаһының хаҡы бик юғары - кеше ғүмере. Ғәйепһеҙҙе
       ғәйепләгәнсе ғәйеплене сығарып ебәреү яҡшыраҡ.
       Адвокат Рәмзил Кашапов та үлем язаһына ҡаршы булыусылар
       яғында сығыш яһаны:
       - Был ҡәтғи сара. Үлем язаһы бер йүнәлештәге юл кеүек. Ә яза биреүҙең төп принцибы - "енәйәтсенең үҙ енәйәте эҙемтәлә рен
       кисереүе" ҡайҙа тип һорарға рөхсәт итегеҙ.
       "Түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашыусылар үлем язаһы проблемаһына м өнәсәбәт йәмғиәттең ниндәй хәлдә булыуынан тора тигән фекер менән килеште. Бөгөн, илебеҙгә һәм уның граждандарына урам һәм көнкүрештәге енәйәттәрҙән тыш наркомания һәм
       террорсылыҡ акттары янағанда, үлем язаһын кире ҡайтарыу ҡотолоу сараһы булып күренә. Сөнки язаһыҙлыҡ тойғоһо енәйәтселәрҙең социаль ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауына ғына
       түгел, кеше ғүмеренең дә баһаһы кәмеүенә килтерә. Ә кире өлгөләрҙе бик һирәк күрәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа наркотик менән
       сауҙа итеүселәр тарафынан Рәсәйгә иғлан ителгән һуғыш
       фонында наркомафияның ҙур фигураларына ҡаршы бер эш тә асылмауын әйтеү етә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал