6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Юлаевсылар" үҙ йолаларына тоғро ҡала
02.11.05


       Өфөлөләр үҙ йолаһын дауам итә. Ҡунаҡта Эске эштәр
       министрлығының хоккей клубы һәм "Витязь" командаһына ҡаршы уйындарҙың тәүгеһендә улар 3 : 1 иҫәбенә еңде, икенсеһендә иҫәп 2 : 2 менән тамамланды. Өйҙә иһә беҙҙең
       егеттәр нәҡ ошо командаларға бирешкәйне!
       "Юлаевсылар" үҙ боҙҙарында еңелеүҙәрен, сит яҡта еңеүҙәре н дауам итә. Ҡунаҡтан улар әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа буш ҡу л менән ҡайтҡаны юҡ. Иң үкенеслеһе пермь - мәскәүҙәргә ("Молот " һәм ЦСКА) ҡаршы уйын булды - ни бары бер мәрәй. Ҡалғандарынан улар өсәр - дүртәр мәрәй алып ҡайтты.
       Ҡунаҡтағы һуңғы сығышҡа шулай уҡ "дүртле" билдәһе ҡуйырға
       була - барлығы 4 балл йыйылды, ә бит 100 процентлыҡ һөҙөмтә гә ирешеп, алты мәрәй эләктереү мөмкинселеге лә бар ине. МВ Д клубы менән уйында өфөлөләр инициативаны шунда уҡ эләктереп алды һәм ҡаршы яҡҡа көрәшергә лә мөмкинселек бирмәне.
       "Витязь" менән булған матчта "юлаевсылар" уйын барышында бер аҙ бирешһә лә, алға сыға алды, әммә өҫтөнлөктө һаҡлау килеп сыҡманы - хужаларҙа экс - "юлаевсы" Горбушин күпселект ә Мезиндың ҡапҡаһына юл һалыуға өлгәште. Матчты күреүселәр матчтың тағы бер геройы "рефери" булды тип иҫәпләй. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, Кутейкиндың голынан һуң арбитр өфөлөләрҙе "быуырға" тотона. Осрашыуҙа ғәҙәттә әҙәпле "юлаевсылар" һәм ярайһы уҡ тупаҫ "витяздәрҙең" штрафтар статистикаһы бөтөнләй
       аптырашта ҡалдыра - өфөлөләр эскәмйәлә боҙ хужаларына
       ҡарағанда ике тапҡыр оҙағыраҡ ултыра.
       Хәҙер башҡорт командаһы үҙенең хәлен бер аҙ көйләне һәм 11 - се урын биләй. Чемпионаттағы тәнәфес алдынан ике матчты
       "юлаевсылар", уф, хоҙайым, үҙ боҙонда үткәрәсәк. Уларға ҡар шы уйнаусы командалар бик етди - Мәскәү "Динамоһы" һәм әлеге чемпионат алдынғыһы "Металлург" (Магнитогорск).
       Тверь һәм Чеховта булғандан һуң Өфө клубының баш тренеры Рафаил Ишмәтов йөрәге ауыртыу сәбәпле дауаханаға ятты. "БАШвестЪ" гәзитенә килгән һуңғы мәғлүмәт буйынса, остаз әле
       дауахананан сыҡмаған һәм команда менән эшләмәй. Кеҫә телефоны яуап бирмәй.
       Ишмәтовтың һаулығына ҡағылышлы проблемаларға бәлки түбәндәге осраҡ та сәбәп булып торалыр. Матбуғатта тағы ла
       Рафаил Ишмәтовтың телефон аша һөйләшеүҙән һуң Тверҙә матбуғат конференцияһын иғтибарһыҙ ҡалдырыуы тураһында
       хәбәрҙәр барлыҡҡа килде. Беҙ Өфө клубы хеҙмәткәрҙәренең
       береһе менән һөйләшеүҙән алынған версияны тәҡдим итәбеҙ. МВД хоккей клубы менән уйындан һуң тренерҙар менән осрашыуға ни бары бер журналист ғына килә. Ишмәтов матчҡа
       комментарий бирә һәм тағы ла һорауҙарығыҙ бармы тип ҡыҙыҡһына. Кире яуап алғас, Рафаил Ғәзиз улы кеҫә телефоны аша һөйләшер өсөн бүлмәнән сыға. Билдәле гәзиттә уның комментарийҙары баҫылмай. Уның ҡарауы ғәйепләүҙәр
       барлыҡҡа килә.
       "Салауат Юлаевтың" яңы генераль менеджеры Сергей Михалев эш башланы һәм "Салауат Юлаев - 2" командаһының "Кедр" (Новоуральск) клубына ҡаршы уйынын ҡараны. Беҙ уның менән
       бәйләнешкә инеп һорауҙар бирҙек.
       - Команданы яңыртыу буйынса эштәр нисек бара
       - Әлеге ваҡытта команда яңы көстәргә мохтаж. Яҡшы кимәлдәге уйынсылар, һаҡсылар һәм һөжүмселәр кәрәк.
       - Кисә һеҙ Өфө фарм - клубының тар - мар ителеүенә шаһит булдығыҙ Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының баш тренеры булараҡ беҙҙең йәш быуын тураһында нимә әйтерһегеҙ
       - Кисә уйын барып сыҡманы. Рәсәйҙең йәштәр йыйылма
       командаһына кандидаттар тураһында әлегә әйтә алмайым, ҡарарға кәрәк, бөгөн икенсе уйынға барам.
       Әйткәндәй, "Кедр" менән икенсе матч Өфө фарм - клубының 2 : 3 иҫәбенә еңелеүе менән тамамланды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал