6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Ольга Забуга - шағир һәм ...күҙәтеп тороусы
10.11.03


       Музей ҡараусыһы булып эшләү мауыҡтырғыс пофессия тип ә йтепбулмайҙыр, моғайын. Айырыуса йәштәр өсөн. Күҙ алдығыҙға ғына килтерегеҙ, музей ҡараусыларына ( ғәҙәттә был эште хаҡл ы ялдағы әбейҙәр башҡара) тәүлектәр буйынса бер бүлмәлә, бын да килеүселәрҙе күҙәтеп һәм эш көнөнөң бөткәнен көтөп ултыры рға тура килә. Уларҙың эш хаҡын да ҙур тип әйтеп булмай. Һәм
       бына ошо сәбәптәр арҡаһында йәштәр музей ҡараусыһы эшенән б аш тарта ла иде.
       Музей ҡараусылары, әлбиттә, үҙ һөнәрҙәренең кәмселектәр е менән килешә, әммә уны күңелһеҙ тип иҫәпләмәй, киреһенсә. Уларҙың йәше тураһында ла бәхәсләшергә урын бар. Мәҫәлән, Не стеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында барлыҡ
       ҡараусылар ҙа пенсия йәшендә түгел. Ҡыҫҡаһы, музей ҡараусыһ ы һөнәре тураһында һөйләр өсөн һеҙҙе бер ҡатын менән танышты рырға теләйем. Ул музейҙа инде бишенсе йыл эшләй һәм үҙ һөнә рен бик тә мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы тип иҫәпләй. Бынан тыш ул
       үҙе олә ижади кеше, шиғырҙар яҙыу менән мауыға.
       Ольга Егоровна Забуга Нестеров исемендәге Башҡорт дәүл әт художество музейында 1999 йылдан алып эшләй. Һөнәр һайлау
       ваҡытыт килеп еткәс, ул иптәш ҡыҙы менән бергә китапханасы эшендә туҡтала. Иптәш ҡыҙы Ленинград Китапхана институтына, ә ул Өфө Китапхана техникумына уҡырға инә. Шулай итеп Ольга Егоровна китапханасы булып китә һәм ғүмеренең 35 йылын техни к әҙәбиәт китапханаларында эшләп үткәрә. Уның 25 йылы Ҡала м әҙәниәт һарайының завод техник китапханаһына тура килә. Хаҡл ы ялға сыҡҡандан Нестеров исемендәге музейға эшкә урынлаша. Ольга Егоровна әйтеүенсә, эш хаҡының аҙ булыуына ҡарамаҫтан ул бик теләп эшләй, сөнки музейҙың һауаһы ла ижад менән шөғө лләнергә ярҙам итә.
       -- Беҙҙә шиғриәт кисәләре булып тора, Өфө шағирҙары йыйы лып әҫәрҙәрен уҡыйҙар, романстар яңғырай -- иҫ китеп тыңларл ыҡ... Шиғри юлдар үҙенән үҙе тыуа, яҙып ҡына өлгөр! Ҡул аҫты нда ҡағыҙ һәм ҡәләмдең булыуы мотлаҡ.- тип йылмая Ольга Егор овна.- Хәтерем инде йәш саҡтағы кеүек түгел. Уны бөтә нәмә дәртләндерә: һауа торошо үҙгәреше, ҡыҙыҡ кешел әр менән осрашыу, сит авторҙарҙың шиғри юлдары һәм картинала р..."Әммә шиғыр яҙыу ваҡыт талап итә бит. -үҙ фекерҙәре менә н уртаҡлаша ул .- Ә беҙгә, музей хеҙмәткәрҙәренә, иғтибарлы булырға кәрәк. Тик нисек кенә булһа ла бында үҙ эшенең энтуз иастары эшләй. Шиғриәткә килгәндә инде, ул күңел өсөн. Шиғыр ҙар йыйынтығы сығарыу әлегә хыялда ҡына.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал