6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Йылмайығыҙ! Һеҙҙе йәшерен камера менән төшөрәләр, йәки Милиционерҙар беҙгә ниндәй яңылыҡ әҙерләй
02.11.05


       Башҡортостандың эске эштәр министры Рафаил Диваев Милиция көнө хөрмәтенә үткәреләсәк сараларға старт бирҙе. Ошо көндәрҙә республиканың баш милиционеры журналистар
       менән осрашты һәм ағымдағы йылдың үткән осоронда башҡарылған эштәре тураһында һөйләне. Әммә беҙ үлтерелгән, таланған һәм алданғандарҙы иҫәпләп кәйефегеҙҙе ҡырырға йыйынмайбыҙ ( быйылғы йылдың ғинуар айынан сентябргә тиклем республикала 62 мең енәйәт теркәлеүен әйтеп китеү етә , һәм был үткән йыл менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк), ә
       алдағы көндәргә милицияның планы менән таныштырабыҙ.
       Шулай итеп, һеҙ граждандар кисен урамда йөрөргә ҡурҡмаҫҡа
       тейеш тип әйтеү менән килешәһегеҙме Йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү элеккесә милицияның төп бурыстары булып ҡала. Бөгөн был проблема башлыса заманса видеокүҙәтеү ҡоролмалары иҫәбенә башҡарыла. Министр әйтеүенсә, Өфөгә һәм республикаға инеү урындары хәҙер контролдә тотола -
       камералар ике йүнәлештә лә транспорт ағымын күҙҙән
       ысҡындырмай. Киләсәктә бындай күҙәтеү ҡоролмалары милицияның контроль пункттарында ғына түгел, кеше айырыуса күп йөрөгән йәмәғәт урындарында ла ҡуйыласаҡ. Был эште башҡарып сығыу ҡыйбатҡа төшә, әлбиттә, әммә Башҡортостан
       Хөкүмәте республикала бындай система индереү мөмкин тип таба.
       Һуңғы йылдарҙа милицияла эшләүҙең һәм, ғөмүмән, эске эштәр органдарының абруйы төшөүе тураһында күп һөйләнелә. "Һ аумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милиционеры" акцияһы халыҡҡа яҡын булған участка милиционерҙары аша
       граждандарҙың тәртип һаҡсыларына ҡарата элекке ышанысын
       ҡайтарыу маҡсаты менән үткәрелде. Һәм, ғөмүмән, Эске эштәр
       министрлығында үҙ рәттәренең таҙалығына бик етди ҡарайҙар.
       - Беҙ коллегаларыбыҙ араһындағы тәртип боҙоусыларға ҡаршы
       көрәш алып барабыҙ, - ти Рафаил Диваев. - Ғаризаны йәшереп
       ҡалдырыусыларҙы аямайбыҙ, сөнки был граждандарҙың хоҡуғына дәғүә итеү. Милицияға яҙған ғаризаһы ҡараласағына
       бер кемдең дә шиге булырға тейеш түгел. Был, әйтәйек, кеҫә телефонын урлатыу кеүек бәләкәй енәйәткә лә ҡағыла.
       Әйткәндәй, кеҫә телефоны тураһында. Уның һуңғы арала бурҙарҙың яратҡан табышына әүерелеүе сер түгел. Беҙҙең гәзит тә был турала бер нисә тапҡыр яҙғайны. Бөгөн "трубка" урлау - берлыҡ енәйәттәрҙең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Бығ а бәйле милиционерҙар кәрәҙле элемтә операторҙары менән берлектә "ҡулдары тик тормаусыларға" закон кимәлендә "бүләк"
       әҙерләй.
       Бөгөндән башлап һигеҙенсе ноябргә тиклем милиция көсәйтелгән режимда эшләйәсәк, хәйер, был һәр ваҡыт күҙәтелә
       - байрамдарҙа беҙ ял итәбеҙ, ә тәртип һаҡсылары беҙгә ял
       көндәрен юғалтыуһыҙ үткәрергә ярҙам итә.
       Һәм тағы ла бер яңылыҡ хаҡында. Тиҙҙән милиция
       эшмәкәрлеге менән Башҡортостан Эске эштәр министрлығының рә сми сайтында танышырға мөмкин буласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал